Изгелек һәм мәрхәмәтлек... Һуңғы ваҡытта был һүҙҙәрҙе беҙ йыш ҡабатлайбыҙ. Яҡын кешеләр тураһында хәстәрлек күреү һәм күңел йылыһын өләшеүгә бөгөн ҡытлыҡ булғанын иҫтә тотоп, мәктәбебеҙҙең эшмәкәрлеге уҡыусыларҙа изгелек, түҙемлелек, илһөйәрлек кеүек сифаттарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән. Бөтә класс уҡыусылары ла ярҙамға мохтаж һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына ҙур теләк менән ярҙам итә.
Йыл да мәктәптә “Бөтә күңелдән” тигән акция ойошторола. Уның барышында мәктәп тимуровсылары (5-10-сы кластар) ветерандарҙың ишек алдарын, баҡсаларын тәртипкә килтерергә ярҙамлаша. Мәҫәлән, балалар Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны Зарифа Өмөтбаеваның өйөн йыйыштырырға ярҙам итте, һауыт-һабаһын йыуҙы.
Ә 5-се (класс етәкселәре – Рәмзилә Әбйәлилова) һәм 10-сы класс уҡыусылары (Наталья Климкович) Әнисә Мусинаға (һүрәттә), 7-се класс уҡыусылары (Сергей Климкович) Разия Фәтҡуллинаға ярҙам итте. Хаҡлы ялда булғандар балаларға хәстәрлектәре өсөн рәхмәтле булып ҡала, уларҙы ҡайнар сәй һәм тәм-томдар менән һыйларға ашыға. Ихтирам һәм иғтибар күрһәткәндәре өсөн мәктәп етәкселегенә рәхмәт белдереп, ярҙамдан баш тартҡандар ҙа күп.
Шундай хәҡиҡәт бар: “Үҙеңде кеше итеп тойғоң килә икән, башҡаларға ярҙам ит”. Тимуровсылар эше мөһимлеге тураһында ҡабатлап әйтеп тораһы түгел, ололар өсөн күпселектә ябай аралашыу ҙа етә. Берҙәм эш балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығыта, улар белемле генә түгел, ярҙамсыл, иғтибарлы һәм хәстәрлекле лә булып үҫә.
Быйылғы Ирекмәндәр йылында тимуровсылар үҙ эштәре менән донъяны яҡшыға үҙгәртеүгә үҙ өлөшөн индерер, тигән теләктә ҡалам.
Мәҡсүт урта мәктәбе директорының тәрбиәүи эше буйынса урынбаҫары.