Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
19 Февраль 2018, 23:48

Төбәктә уҡыусы класташына бысаҡ менән ташланған

Башҡортостандағы мәктәптәрҙең береһендә 9 класс уҡыусыһы класташына бысаҡ менән ташланған. Әлеге осраҡ 14 февралдә иртән теркәлгән, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы.

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандағы мәктәптәрҙең береһендә 9 класс уҡыусыһы класташына бысаҡ менән ташланған. Әлеге осраҡ 14 февралдә иртән теркәлгән, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы. Үҫмер уҡыусының биленә бысаҡ менән сәнскән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, зыян күргән уҡыусы быға тиклем бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектә иҫәптә торған. Йәнәһе лә ул һөжүм иткән уҡыусынан аҡса һораған. Яраланған уҡыусы Баймаҡ дауаханаһына оҙатылған.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Читайте нас: