Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
15 Февраль 2018, 13:12

Һәр бала бында үҙен шәхес итеп тоя

Сабый саҡта тотош донъя асылмаған сер булып тойола бит ул. Бер-ике йәшкә еткәс тә балалар һәр нәмәне үҙ ҡулдары менән тотоп, тешләп, сәйнәп, ҡутарып, емереп ҡарарға әүәҫләнә, саҡ ҡына үҫә төшкәс иһә үҙ ҡулдары менән нимәлер эшләп, ижад итеп ҡарарға ынтылыштары барлыҡҡа килә. Ул үҫтергән әсә булараҡ быны мин көн дә күреп торам: өйҙә теш пастаһы, шампунь, келәй, ҡаҙаҡ, балауыҙ, буяу, ҡағыҙ кеүек нәмә тормай, сөнки улар “бөйөк тәжрибә” һөҙөмтәһендә йә теге, йә был нәмәгә әйләнә.

Сабый саҡта тотош донъя асылмаған сер булып тойола бит ул. Бер-ике йәшкә еткәс тә балалар һәр нәмәне үҙ ҡулдары менән тотоп, тешләп, сәйнәп, ҡутарып, емереп ҡарарға әүәҫләнә, саҡ ҡына үҫә төшкәс иһә үҙ ҡулдары менән нимәлер эшләп, ижад итеп ҡарарға ынтылыштары барлыҡҡа килә. Ул үҫтергән әсә булараҡ быны мин көн дә күреп торам: өйҙә теш пастаһы, шампунь, келәй, ҡаҙаҡ, балауыҙ, буяу, ҡағыҙ кеүек нәмә тормай, сөнки улар “бөйөк тәжрибә” һөҙөмтәһендә йә теге, йә был нәмәгә әйләнә. Иманым камил, бындай һынауҙарҙы бер минең улым ғына үткәрмәй һәм шуға ла күп әсәләрҙе “Баланың ҡыҙыҡһыныуын йәнә лә файҙалыраҡ юҫыҡҡа йүнәлткәндә ҡалай ҙа шәп булыр ине” тигән һорау борсой. Был һорауға яуапты беҙ Балалар ижады үҙәгенән барып таптыҡ.

Элек “Пионерҙар йорто” тип аталған һәм 2007 йылда ҙур, яңы бинала урын алғандан һуң Балалар ижады үҙәге итеп үҙгәртелгән ойошма 6 йәштән 18 йәшкәсә балаларҙың буш ваҡыттарын файҙалы үткәреү өсөн ҙур эш алып бара. Әлеге көндә бында барлығы 8 түңәрәк эшләй һәм 360 бала шөғөлләнә.
Башлыса малайҙарҙы үҙенә йәлеп иткән “Авиамоделдәрен эшләү” түңәрәге 2016/2017 уҡыу йылында асылһа, “Робототехника”ның эш башлауына 1 йыл да тулмаған әле.

Мәғлүм булыуынса, һуңғыһы РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың матди булышлыҡ итеү һөҙөмтәһендә асылған - Күгәрсен районы һайлаусыларының наказдарын үтәү өсөн маҡсатлы бүленгән аҡсаның бер өлөшө депутат тәҡдиме менән Балалар ижады үҙәгенең матди-техник базаһын нығытыуға йүнәлтелгән: “Робототехника” технопаркы өсөн 195 мең һумлыҡ легоконструкторҙар, төрлө йыйылмалар һәм 3-D принтер алынған.

Балаларға өҫтәмә белем биреү педагогы Салауат Рәхмәтуллин алып барған был түңәрәктә башлыса Мораҡ башҡорт гимназияһының, Мораҡ 1-се урта мәктәбенең һәм З.Биишева исемендәге мәктәптең 4-6-сы класс уҡыусылары шөғөлләнә.

“Лего” тигәс, күптәр ябай конструкторҙарҙы күҙ алдына килтергәндер. Әммә Салауат Таһир улы әйтеүенсә, улар ябай түгел, ә программалаштырылған. Уҡыусылар башта аппарат блогы булған роботтар эшләй, аҙаҡ компьютерҙа программа төҙөй һәм уны роботҡа яҙҙырта. Роботтар иһә тап шул программаға ярашлы хәрәкәт итә, төрлө эштәр башҡара, һәр береһенең үҙенең электр двигателе, махсус батарейкаһы, ультратауышлы датчигы бар. Әйткәндәй, уларҙы төрлөсә эшләргә була, малайҙарға ике тәгәрмәстә йөрөгән “Гироскутер”, “иркәләнә” белгән “Эт”, кубтарҙы төҫтәре буйынса айыра белгән “Сортировщик”, кубтарҙы теҙә белгән “Робот-ҡул”, датчигы булған һәм аҡ ерҙән генә йөрөгән “Сумо” тигәндәрен төҙөү һәм хәрәкәтләндереү айырыуса ҡыҙыҡ тойола икән. Запас частар етмәһә, 3-D принтерында эшләп алырға ла була, тиҙәр улар.

Дәрестәргә оло ихласлыҡ менән йөрөгән Ильяс Ҡаразбаев, Илнар Мукусов (З.Биишева исемендәге мәктәптең 6-сы класс уҡыусылары) һәм Булат Килсенбаев менән Булат Мәжитов (Мораҡ башҡорт гимназияһының 4-се “г” класы уҡыусылары) үҙҙәре төҙөгән роботтарҙы “көрәштереп” күрһәтте – ысынлап та мауыҡтырғыс күренеш. Әйткәндәй, киләһе йыл уларҙы тағы ла ҡыҙығыраҡ шөғөл – микропроцессорлы “ARDUINO” конструкторҙарын төҙөү көтә. Бында инде эш ҡатмарлыраҡ – электроника нигеҙҙәрен белеү талап ителә.

“Авиамоделдәрен эшләү” түңәрәгендә барлығы 48 бала шөғөлләнә. Кеше күп булыу сәбәпле, 4 төркөмгә бүленгәндәр. Самолет моделдәрен интернеттан, журналдарҙан алалар. Уҙған йыл алынған интерактив таҡта схемаларҙы күрһәтеп аңлатыу эшен күпкә еңелләштергән.

Самолеттар эшләгән балаларҙың ҡәнәғәт йөҙҙәрен күрһәгеҙ икән! Эшләгән эштәренә шул тиклем мөкиббән киткәндәр, тиҫтәнән артыҡ малай булһа ла, класта тып-тын. Осҡостары ла ябай ғына түгел бит әле: күкте айҡаған ысындарының бәләкәс күсермәләре! Етмәһә, двигателдәре лә бар. Балаларға оло бер донъя асҡан өҫтәмә белем биреү педагогы Эльвир Псәнчин киләһе йыл был “Ан” , “Ил”, Ла”, “МиГ”, “Су”, “Ту”, “Як”тарҙы һауаға осороу эшен ойоштормаҡсы.

Балалар үҙҙәре әйтеүенсә, төрлө конкурстарҙа теләп ҡатнашалар һәм пенопластан эшләнгән һәм сағыу гуашь менән буялған самолеттар шкафта саң йыйып тормай, төрлө күргәҙмәләрҙә урын ала. Мәҫәлән, уҙған йыл Данила Сокольников Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған йәш техниктарҙың, конструкторҙарҙың, уйлап табыусыларҙың “Технопарк” XXIII республика слетында ҡатнашҡан һәм “Авиамоделдәрен эшләү” йүнәлешендә 3-сө урын алған һәм БР Мәғариф министрлығы дипломына лайыҡ булған. Ул эшләгән самолет күптәрҙә һоҡланыу уятҡан.

- Балалар түңәрәктәргә бик теләп йөрөйҙәр. Рәсәй Президенты В.Путин үҙенең бер сығышында “Һәр бала, һәр үҫмер күңеленә ятҡан шөғөл табыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Музыка, техник, художество ижады – шәхестең гармониялы үҫеше өсөн ғәйәт ҙур ресурс” тигәйне.
“Авиамоделдәрен эшләү” түңәрәге асыу – күптәнге хыялым ине, уҙған йыл уны, ниһайәт, уны тормошҡа ашырҙыҡ. “Робототехника” түңәрәген булдырыу иһә заман талабынан сығып башҡарылды.

Президентыбыҙ әйткәнсә, илгә юғары мөмкинлектәргә, аң-белемгә эйә инженерҙар, техник белгестәр талап ителә. Беҙҙең түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүсе балаларҙың иһә был юҫыҡта алған белемдәре уларҙы бер баҫҡысҡа юғары күтәрә, кем белә, бәлки киләсәктә улар араһынан асыштар яһаусы ғалимдар, белгестәр сығыр, - ти Балалар ижады үҙәге директоры Сөмбөл Хафизова.

Ул-ҡыҙҙарҙың үҙен төрлө яҡлап һынап ҡарауға булған ынтылыштары тәбиғи. Шуға ла ҡыҙыҡһыныуҙарын һүндермәү, буш ваҡыттарын зәңгәр экрандарға төбәлеп үткәртмәү өсөн балаларҙың иғтибарын, ташып торған энергияһын ваҡытында дөрөҫ йүнәлешкә бороу, һәләттәрен асыҡлау, ижади яҡтан үҫтереү бик файҙалы. Шуныһы ла мөһим: мәктәптән тыш өҫтәмә дәрестәргә йөрөгән балаларҙың урам йоғонтоһона эләгеү, насар ғәҙәттәрҙе үҙ итеү, көнө буйына интернетта ултырыу мөмкинлеге әҙерәк. Балалар ижады үҙәге ул-ҡыҙҙарыбыҙға ваҡытын файҙалы үткәреү мөмкинлеге бирә икән, уны ҡулдан ысҡындырмайыҡ!

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Автор фотолары.
Читайте нас: