Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
22 Ғинуар 2018, 17:11

Мәғариф министрлығында ҡышҡыһын ниндәй шарттарҙа саңғыла физкультура дәресен уҙғарырға рөхсәт ителгәнен аңлаттылар

Һыуыҡтар менән бәйле Башҡортостан Мәғариф министрлығында ниндәй температура булғанда тышта физкультура менән шөғөлләнергә, йәғни саңғы әҙерлеге дәресен уҙғарырға рөхсәт ителгәнен аңлаттылар.

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Һыуыҡтар менән бәйле Башҡортостан Мәғариф министрлығында ниндәй температура булғанда тышта физкультура менән шөғөлләнергә, йәғни саңғы әҙерлеге дәресен уҙғарырға рөхсәт ителгәнен аңлаттылар. Ведомствола раҫланған СанПиН нормаларына һылтаналар. Уға ярашлы, 12 йәшкәсә балалар ел иҫмәгәндә, һауа температураһы -9 градустан түбән булмағанда саңғыла йөрөй ала. Ел булғанда, уның тиҙлегенә ҡарап, температура сигенең -3 градусҡа саҡлы күтәрелеүе ихтимал.

12-13 йәштәге үҫмерҙәргә: саңғыла елһеҙ -12 градуста йөрөргә ярай. Елдең тиҙлеге секундына 10 метрға тиклем етһә, был сик -9, -5 градусҡа ҡәҙәр күтәрелә.

14-15 йәшлек уҡыусылар урамда ел булмағанда 15 градус һыуыҡта шөғөлләнә ала. Ел иҫкәндә – 12...-8 градуста.

16-17 йәштәге үҫмерҙәргә ел булмағанда был сик бер градусҡа кәметелә, йәғни -16 градусҡаса. Ел иҫкән көндө -15, -10 градус сик булып тора.

Елдең тиҙлеге секундына 10 метрҙан артҡанда урамда дәрестәр уҙғарылмай.

Балаларға урамдағы физкультура дәресенә махсус өҫ кейеме: ел үтмәгән куртка, йылы, һыу үтмәгән спорт салбары, йылы эс кейеме, саңғыла йөрөү өсөн спорт башлығы, бейәләй йәки махсус бирсәткә, йөн ойоҡ кейергә кәрәк.

Саңғы ботинкалары иркен, йомшаҡ һәм һыу үткәрмәй торған булырға; саңғы оҙонлоғо санғысының буйына тап килергә (ҡулды өҫкә күтәргәндәге оҙонлаҡта йәки саҡ ҡыҫҡараҡ); саңғы таяҡтары саңғысының буйына һәм ауырлығына тап килергә тейеш. Улар иңбаш кимәленә етһә, дөрөҫ һайланған (коньки йөрөшө өсөн аҙыраҡ оҙонораҡ кәрәк) тип иҫәпләнә. Пластик саңғыларҙы һауа температураһына ҡарап, махсус парафин менән эшкәртергә кәрәк.

Тән туңыу билдәләре: тән ағара, асыҡ урындар – ҡолаҡтар, танау, сикәләр тойоу һәләтен юғалта.
Читайте нас: