Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
16 Ғинуар 2018, 23:04

Зәйнәб Биишеваның юбилейына әҙәби конкурс иғлан ителде

Башҡортостанда Зәйнәб Биишеваның юбилейына «Халыҡҡа һәм ҡеүәтле ергә ҡарата һөйөү» тип аталған республика әҙәби конкурс иғлан ителде. Уны Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана уҙғара.

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда Зәйнәб Биишеваның юбилейына «Халыҡҡа һәм ҡеүәтле ергә ҡарата һөйөү» тип аталған республика әҙәби конкурс иғлан ителде. Уны Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана уҙғара.

Конкурс Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған. Бәйгелә 10-17 йәштәге мәктәп уҡыусылары һәм республиканың үҙәкләштерелгән милли китапхана системалары китапханасылары ҡатнаша ала.

Конкурста өс номинация тәҡдим ителгән: «Үҙ һүҙеңде әйт» – Зәйнәб Биишеваның шиғри мираҫы, «Кеше – ул ҡояш!» — Зәйнәб Биишеваның проза әҫәрҙәре, «Йәшәү – ул көрәш» – Зәйнәб Биишеваның драма әҙәрҙәре. Ситтән тороп ойошторолған конкурс 2018 йылдың 31 ғинуарында тамамлана. Ошо уҡ йылдың 8 февралендә бәйгегә йомғаҡ яһала.

Конкурс координаторының телефоны: 8/347/2871334, +7-987-107-7607, Милли китапхананың Балалар уҡыу үҙәге.

http://www.bashinform.ru/news/1103308-v-bashkirii-k-yubileyu-zaynab-biishevoy-obyavili-literaturnyy-....

Читайте нас: