Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
16 Ғинуар 2018, 22:30

Каникулдар календары: республика уҡыусылары тағы ҡасан ял итә?

Ҡышҡы каникулдарҙан һуң уҡыуҙар башланып ҡына тора, күп кенә уҡыусылар иһә йәнә ял хаҡында хыяллана. «Башинформ» республика мәктәптәрендә белем алыусыларҙың тағы ҡасан ял итәсәген асыҡланы.

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Ҡышҡы каникулдарҙан һуң уҡыуҙар башланып ҡына тора, күп кенә уҡыусылар иһә йәнә ял хаҡында хыяллана. «Башинформ» республика мәктәптәрендә белем алыусыларҙың тағы ҡасан ял итәсәген асыҡланы.


Мәҫәлән, мәктәп тормошона тулыһынса яраҡлашып өлгөрмәгән беренсе класс уҡыусыларына өсөнсө сиректең уртаһында бер аҙналыҡ өҫтәмә ял ҡаралған. Белем биреү учреждениеһы ошо датаны үҙе билдәләй, ләкин яҡынса алғанда, был 19 февралдән 25-нә тиклем булырға тейеш.


Башҡа уҡыусылар иһә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан 23, 24 һәм 25 февралдә ял итә.


Яҙғы каникулдар 26 марттан алып 2 апрелгә тиклем билдәләнгән.


Әйткәндәй, март айында каникулдан тыш байрамдар ҙа бар. Был — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә тап килгән 8 марттан 11 мартҡаса дүрт көнлөк ял. Апрелдә байрам көндәре — 29 апрелдән 2 майға ҡәҙәр (Яҙ һәм хеҙмәт байрамы), 9 май — Еңеү көнө.


Оҙайлы йәйге каникулдар 1 июндә башлана. Хәйер, 9 һәм 11 класс уҡыусылары төп һәм берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырғас ҡына ял итә ала. Каникулдар буйынса тәҡдимдәрҙе Башҡортостандың Мәғариф министрлығы әҙерләгән, республикалағы һәр мәктәп ошо теҙмәгә уҡыу планына ярашлы төҙәтмәләрен индерә ала, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: