2 февралдә һабантуй майҙанында ҙур сара көтөлә – район хакимиәте башлығы призына саңғы ярышы була.
Йыл да үткәрелеп, яҡшы традицияға әйләнгән спорт байрамында уҡыусылар, спорт ветерандары, ойошмалар, предприятиелар эшсәндәре ҡатнаша – бер юлы ГТО нормативтарын да тапшыра, оҫталығын арттыра, спорттың ҡышҡы төрҙәрен киң таратыуға үҙ өлөшөн индерә, физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнгәндә генә һау-сәләмәт булыуҙы, юғары һөҙөмтәләргә ирешә алыуҙы раҫлай.
Быйыл түбәндәге дистанцияларға ярышыу ҡаралған:
5 йәшкә тиклемге малайҙар һәм ҡыҙҙар – 500 метр;
6-8, 9-10 йәшлектәр (айырым-айырым) – 1 километр;
11-12 йәшлектәр – 2 километр;
13-15, 16-17 йәшлектәр (айырым-айырым) – 3 километр;
18-29 йәшлек ир-егеттәр – 5, ҡатын-ҡыҙҙар - 3 километр;
30-39 йәшлек ир-егеттәр -5, ҡатын-ҡыҙҙар – 3 километр;
40-49 йәшлектәр – 2 километр;
50-59 йәшлектәр – 2 километр;
60-69 йәшлектәр – 1 километр;
70-те уҙғандар – 500 метр.
Һауа торошона бәйле дистанцияларҙа үҙгәрештәр мөмкин.
Ярыш иртәнге 10 сәғәт 30 минутта башлана.
Медицина учреждениеһы мисәте ҡуйылған заявка мандат комиссияһына килгән көндө бирелә. Заявкалар алдан 25 ғинуарға (киске 5-кә) тиклем [email protected] электрон адресына ҡабул ителә.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34789) 2-10-59 (120).