5 июндә мәсеткә йөрөүсе хөрмәтле мосолмандарҙың береһе Р.Әхмәтовтың Ҡортйылға утарында урынлашҡан йортонда янғын сыға, өй, йорт эсендәге бөтә нәмә тулыһынса янып бөтә. Хужа үҙе лә зыян күрә, әлеге ваҡытта ул Өфө ҡалаһындағы дауаханала ята.
Беҙҙең халыҡта әүәл-әүәлдән бәләгә тарыған туғандарға, дуҫтарға ярҙам итеү йолаһы һаҡланып килә. Бөгөн хөрмәтле мосолмандарыбыҙҙың береһе һеҙҙең менән беҙҙең ярҙамға мохтаж. 52-54 үлсәмле кейем-һалым, аяҡ кейеме, постель кәрәк-яраҡтары, һауыт-һаба, аҙыҡ-түлек, мебель, көнкүреш техникаһы, матди ярҙам һәм башҡалар кәрәк.
Хөрмәтле райондаштар, мосолман ҡәрҙәштәр, изге Рамаҙан айында кеше бәләһенә битараф булмайыҡ, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәйек!
Ярҙам итергә теләүселәр “Изге йөрәк” ирекмәндәр хәрәкәте” кабинетына мөрәжәғәт итә ала,ул Пенсия фондының 2-се ҡатында урынлашҡан.