Мораҙым
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡтың йәшәйеше – иғтибар үҙәгендә

Ауылдарҙың хәл-торошон баһаларға, халыҡтың йәшәйеше менән танышырға һәм урындағы социаль проблемаларҙы асыҡларға ярҙам иткән күсмә кәңәшмә – Совет көнө был аҙнала Күгәрсен ауыл биләмәһендә үтте. Район активы – район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев һәм уның урынбаҫарҙары, бүлек начальниктары, ойошма һәм предприятие етәкселәре тәүҙә биләмәлә урынлашҡан социаль объекттар менән танышты, уларҙың ниндәй торошта икәнлеген үҙ күҙҙәре менән күрҙе.

Ауылдарҙың хәл-торошон баһаларға, халыҡтың йәшәйеше менән танышырға һәм урындағы социаль проблемаларҙы асыҡларға ярҙам иткән күсмә кәңәшмә – Совет көнө был аҙнала Күгәрсен ауыл биләмәһендә үтте. Район активы – район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев һәм уның урынбаҫарҙары, бүлек начальниктары, ойошма һәм предприятие етәкселәре тәүҙә биләмәлә урынлашҡан социаль объекттар менән танышты, уларҙың ниндәй торошта икәнлеген үҙ күҙҙәре менән күрҙе.
Ғөмүмән алғанда, биләмәнең мәҙәниәт усаҡтары үҙ эштәрен матур башҡара, әммә Етебулаҡ, Семиречье, Үрге Сирбай, Үрге Мөрсәләй ауылдары клубтары иҫке биналарҙа урынлашҡан, уларға ремонт кәрәклеге әллә ҡайҙан күҙгә ташланып тора: ҡайҙа ҡыйығын алмаштырырға, ҡайҙа түшәмен күркәмерәк итеп эшләргә кәрәк, ҡайһы берҙәрендә йылы тормай, һыуыҡ икәнлеге ишектән ингәс тә һиҙелә. Район етәксеһе барыһын да бер юлы ремонтлай алмаһаҡ та, яйлап башларға кәрәк, тине.
Клубҡа йыйылған мөрсәләйҙәр исеменән иң тәү башлап ауыл старостаһы, ауыл Советы депутаты Азамат Ҡотлогилдин сығыш яһаны, юлды төҙөкләндергәндәре өсөн ауыл халҡы исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта һыу алыр ер булһын өсөн янғын гидранты кәрәк тигән һорауҙы ла күтәрҙе. Педагогик хеҙмәт ветераны Флүрә Арапова ауылдың киләсәге өсөн борсолоп һөйләне.
- Ауылдарҙа элекке кеүек хужалыҡтар, фермалар юҡ, мәктәптәр ябылып бөтөп бара. Ауыл ерендә коллектив хужалыҡтар булдырырға кәрәк, ул саҡта йәштәр ҙә ауыл ерендә ҡалыр, балалар ҙа булыр ине, - тип бәләкәй ауылдарҙың иң төп бәләһенә әйләнгән, күптәрҙе әсендергән һорауҙарға туҡталып китте.

Халыҡтың күбеһе сүп-сарҙы яңыса йыйыу һорауы менән мөрәжәғәт итте, бында ла теркәлеү буйынса түгел, ә факт буйынса күпме кеше йәшәгәненә ҡарап түләргә кәрәк, тигән һорауға район башлығы Ғайса Янбаев та асыҡлыҡ индерҙе. “Квитанцияларҙы факт буйынса йәшәгән кеше башына ҡарап ебәрергә тейештәр, әгәр һеҙҙә иҫәптә тороп та ситтә уҡыһа йәки эшләһә, справка алып килергә тейеш. Был юҫыҡтағы эш, исемлекте төҙөү ауыл биләмәһе хакимиәте башлыҡтары контролендә буласаҡ”.
Районға әлегә 2 генә сүп-сар йыйыу машинаһы бүленә. Эш тәүҙә Мораҡ һәм Йомағужа ауылдарынан ғына башланасаҡ, ә башҡа ауылдарға был реформа йәйгә ҡарай ғына килеп етер тип көтөлә, тине ул.
Үрге Сирбай ауылы фельдшеры Эльвира Шәрипова эшләү өсөн уңайлыҡтар бар, былтыр һыу үткәрҙеләр, газға тоташтырҙылар, тине. Ул хеҙмәтләндергән участкала 1 йәшкә тиклемге 3 бала һәм 1 ауырлы ҡатын иҫәптә тора.
Үрге Сирбай төп дөйөм белем биреү мәктәбенә Санъяп, Ҡасҡын, Моҡас, Үрге Мөрсәләй һәм Үрге Сирбай ауылдарынан бөтәһе 60 бала йөрөп уҡый. Киләһе йылға 1-сегә 5 бала килә, тип көтәләр. Милли көрәш буйынса бил бирмәҫ батырҙар тәрбиәләгән физик культура уҡытыусыһы Айрат Шәрипов ҡыш балалар менән шөғөлләнергә яңы саңғылар һораны, уның наказын район Советы рәйесе, район Советы депутаты Айрат Болғаиров үтәргә һүҙ бирҙе.

Етебулаҡ ауылы клубына йыйылған халыҡтың да етәкселеккә һорауҙары ла, тәҡдимдәре лә байтаҡ ине. Шуларҙың халыҡ өсөн иң мөһиме - ауылға газ үткәреү. Ғайса Ғилметдин улы “Бәләкәй ауылдарҙы тәбиғи газ менән тәьмин итеү иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала килә. Әлимғол, Мораҙым, Ыуары ауылдары менән бер рәттән Етебулаҡҡа газ үткәреү мәсьәләһе буйынса эш алып барыла. Әммә ундай ҙур проекттарҙы тиҙ генә тормошҡа ашырыу беҙҙән генә тормай. Әлеге ваҡытта алда әйтеп үткән ауылдарға газ үткәреүгә заявка бирҙек, 2019 йылға дәүләт программаһы планына индерерҙәр, тип көтәбеҙ” тип билдәләне. Етебулаҡ аша рейс автобус маршрутын тергеҙеү – халыҡ һораған һорауҙарҙың тағы ла береһе ине. Ғайса Ғилметдин улы ул һорауға асыҡлыҡ индерҙе, “Башавтотранс” предприятиеһы ауылдарҙан түгел, Өфө-Аҡъяр кеүек күпме ҡала һәм район үҙәгенән үткән маршрутты йөрөтөү файҙа килтермәй, тип бара. Шулай ҙа Мәҡсүткә йөрөгән маршрутты бер аҙ үҙгәртеп, һеҙгә лә инеп сыҡһын тип һөйләшеп ҡарарбыҙ, ләкин халыҡ күпләп йөрөмәһә, бер-ике кеше өсөн генә ул йөрөүен дауам итмәйәсәк, тине. Ысынлап та, һәр йортта берәр генә түгел, икешәр, өсөшәр техника иҫәпләнгән заманда йәмәғәт транспортына ихтыяж кәмене. Хаҡтары литрына 40-50 һумдан кәм булмаған яғыулыҡ һалып йөрөгән техника 1-2 пассажир өсөн генә 100-әр саҡрым ерҙе үтергә риза булмаясаҡ.
Райондың иң күркәм иман йорттарының береһе – Етебулаҡ мәсетендә төҙөлөш эштәре бара ине, Мөршиҙә һәм Дамир Төхвәтуллиндарҙың матди ярҙамы менән төҙөлгән мәсеткә тағы ла төкәтмә төкәтеп, уҡырға килеүселәр өсөн йәшәү урындары булдырыу менән мәшғүл ине төҙөүселәр.

Семиречье ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты 2012 йылда сафҡа ингән, бинала таҙа, йылы һәм яҡты. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Әнүзә Иванова һүҙҙәренсә 1 йәшкә тиклемге 2 сабый һәм 3 ауырлы ҡатын иҫәптә тора. Клубҡа йыйылған халыҡ автобус туҡталышын эшләргә һәм оло юл аша һалынған күпер эргәһенә сигнал бағаналары ҡуйырға кәрәк тигән, электр энергияһына бәйле һорауҙар менән сыҡты. Биләмәнең административ үҙәге булған Күгәрсен – төҙөклөгө һәм күркәмлеге менән үҙенә арбап тороусы матур ауылдарҙың береһе. Тигеҙ генә итеп теҙелгән йорттарҙың һәр береһе үҙенсәлекле итеп биҙәлгән, зауыҡ менән төҙөлгән, быларҙың барыһы ла бында тырыш һәм эшһөйәр халыҡ йәшәүе тураһында һөйләй. Йәшәү өсөн уңайлы шарттар – урта мәктәп (118 бала уҡый), балалар баҡсаһы (37 бала йөрөй), фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана менән мәҙәниәт йорто, почта бүлексәһе бар.
Шәхси ҡабул итеүгә килгәндәр йорт һалыр өсөн участка алыу, йәштәр программаһы буйынса субсидия юллау, пенсияны ҡайтанан һанатыу, интернет, IP-телевидение һәм кәрәҙле телефон бәйләнештәренең сифатына ҡағылған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә лә күгәрсендәрҙең һорауҙары күп ине – ҡайһы берәүҙәр ашығыс ярҙам машинаһының килмәүенә, ауырып барғанда табипҡа яҙылмайынса белгескә күренеп, дауаханаға ятып булмауына ризаһыҙлыҡ белдерһә, икенселәр 1 йәшкә тиклемге балаларға льготалы дарыу һәм балалар аҙығы алып булмауына зарланды. Йылғаларҙың һыуы бөтөүенә көйөнөп, малдарҙы ҡайҙа етте, шунда сығарып ебәрмәйек, тип ауыл өсөн генә түгел, уның тәбиғәте өсөн янып көйөүселәр ҙә, депутаттарҙың эшенә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә булды.
Кәңәшмәнең пленар өлөшө Күгәрсен ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Биләмә башлығы Рафаэль Аллабирҙин сығышынан күренеүенсә, ағымдағы йылда Күгәрсен ауылында мәҙрәсә асылған, уны Рауил Ғүмәров үҙ аҡсаһына төҙөткән. Мәҙрәсә асыу тантанаһына әҙерлек сиктәрендә мәҙрәсә алдына асфальт түшәлгән, 1,5 метр оҙонлоғонда юл төҙөкләндерелгән, Комсомол урамында парк кәртәләп алынған. “Берҙәм Рәсәй” партияһының программалары буйынса Күгәрсен ауылында ике ҡоҙоҡ рәткә килтерелгән, Семиречье ауылында 4 торба һалынып, юл төҙөкләндерелгән, шунда уҡ обелиск ремонтланып, кәртәләнгән, 1-се Дәүләтҡол ауылында күпергә ремонт эшләнгән.
Киләһе йылға ағымдағы эштәрҙән тыш, 3 урында балалар майҙансығын урынлаштырыу, Үрге Сирбай һәм Күгәрсен ауылдарының тороп ҡалған урамдарын яҡтыртыу, Күгәрсен ауылы эргәһендәге урман һыҙатын кәртәләү, Күгәрсен ауылындағы обелискты ремонтлау һәм кәртәләп алыу ҡаралған. Күгәрсен урта мәктәбендә киләһе йыл 70 йыллыҡ юбилейҙы, Күгәрсен ауылында “Ауыл көнө”н үткәрергә ниәтләйҙәр.
Кәңәшмәлә янғын-ҡотҡарыу часы, һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы, район хакимиәте вәкилдәренә һүҙ бирелде. Тәүгеһе райондағы янғын сығыу миҫалдарына туҡталып, янғын хәүефе артҡан осорҙа мейес һәм башҡа йылытыу приборҙары, электр ҡорамалдары менән, байрамдарҙа пиротехник изделиелар ҡулланғанда хәүефһеҙлек сараларын күрергә саҡырҙы.
Күренеүенсә, һәр ауылда, һәр биләмәлә уңыштар ҙа, көнүҙәк проблемалар ҙа етерлек. Кәңәшмәне алып барған һәм уларға йомғаҡ яһаған Ғайса Янбаев әйтеүенсә, нисек кенә булмаһын, ауыл яҙмышы - иң тәү сиратта унда йәшәүсе халыҡтың ҡулында, улар берҙәм булһа, ауылдарыбыҙҙың киләсәге лә яҡты булыр. Ә был яҡтарҙа тырыш, эшһөйәр, тәртипле, иманлы халыҡ йәшәй. Тимәк, күгәрсендәр менән алға ҡуйылған һәр эште атҡарып сығырға, һәр ауырлыҡты еңергә булыр, моғайын.

Розалия ИСҠУЖИНА.
Читайте нас: