Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бер ауылдың һүнеп барғаны

Совет һәм хакимиәт көндәренең күсмә кәңәшмәләрендә йөрөгәндә күңелде ҡырған, хафаға һалған, борсолдорған хәл-ваҡиғаларға йыш юлығып торабыҙ. Бер ҡараһаң – барыһы ла ал да гөл кеүек, әллә ни зарланыр сәбәптәр ҙә юҡ һымаҡ, шулай ҙа ҡайсаҡ шул етмәй, был етмәй, тегенеһе кәрәк ине, быныһы кәрәк ине тип үҙебеҙҙән бигерәк, етәкселәрҙән, түрә-ғараларҙан талап итергә яратабыҙ. Ярай, уныһы ла булырға тейештер, бәлки. Иғтибар өҫтөнә иғтибар көҫәп, шул хәтлем дә иркәләнеп киттек микән беҙ - башҡалар? Бына ошондай уйҙар тыуҙы сираттағы кәңәшмәнән, атап әйткәндә, Түбәнге Бикҡужа ауыл биләмәһенә ҡараған Мерәүешле ауылын күргәндән һуң. Кешенең генә түгел, хатта Хоҙай иғтибарынан да мәхрүм төбәк булып күренде ул.

Совет һәм хакимиәт көндәренең күсмә кәңәшмәләрендә йөрөгәндә күңелде ҡырған, хафаға һалған, борсолдорған хәл-ваҡиғаларға йыш юлығып торабыҙ. Бер ҡараһаң – барыһы ла ал да гөл кеүек, әллә ни зарланыр сәбәптәр ҙә юҡ һымаҡ, шулай ҙа ҡайсаҡ шул етмәй, был етмәй, тегенеһе кәрәк ине, быныһы кәрәк ине тип үҙебеҙҙән бигерәк, етәкселәрҙән, түрә-ғараларҙан талап итергә яратабыҙ. Ярай, уныһы ла булырға тейештер, бәлки. Иғтибар өҫтөнә иғтибар көҫәп, шул хәтлем дә иркәләнеп киттек микән беҙ - башҡалар? Бына ошондай уйҙар тыуҙы сираттағы кәңәшмәнән, атап әйткәндә, Түбәнге Бикҡужа ауыл биләмәһенә ҡараған Мерәүешле ауылын күргәндән һуң.
Кешенең генә түгел, хатта Хоҙай иғтибарынан да мәхрүм төбәк булып күренде ул.
Ул ауыл – осрашыу урыны ине. Ситтә, район үҙәгенән дә, хатта Йомағужанан да ситтә урынлашҡан ауылды быға тиклем, дөрөҫөн генә әйткәндә, ишетеп кенә белә инем.
Ярай көндәр һыуытты, юл туң, бысрағы әйләнеп ятмай. Яҙлы-көҙлө бында ябай еңел машинала йөрөүҙәре, ай-һай. Бер төрлө кирбес өйлө ауылға килеп инәбеҙ. Бер тигеҙ генә, бер төҫлө генә... булған ҡасандыр. Ярым емерек хәлгә ҡалған был ауылда кеше йәшәй микән тип уйларһың ирекһеҙҙән. Һайғауҙар йығылған, һынған, кемеһелер терәтеп ҡуйған, анау йорттоң ҡыйыҡ аҫтына сепрәк-сапраҡ тығып йылытып маташҡандар.
Кеше йәшәгәнен белдереп, ҡоймалары буялып, ҡыйыҡтары яңыртылған, йорт эргәһендә еңел машина, трактор, кәртә-ҡура тулы бесән , ҡош-ҡорт ҡаңғылдашҡан өйҙәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Етәкселәр йыйылыуға урамда бер-ике кеше күренде. Башҡа йортҡа инеүсе лә, сығыусы ла күренмәне.
Халыҡ йыйылған (халыҡ тигәнем өс кеше инде: фельдшер, уныһы ла күрше ауылдан йөрөп эшләй, һәм ике апай) фельдшер-акушерлыҡ пунктына инәбеҙ.
Аҡ халат өҫтөнә ҡышҡы куртка кейеп ҡаршы алды беҙҙе фельдшер. Ҡалайтһын – бина һыуыҡ. Йылы яратҡан ҡытай раузаһы ла һалҡынға бирешеп, япраҡтары бөршәйеп ҡалған. Ә бына һыуыҡ һауаны үҙ иткән, ғәҙәттә, ҡаты һыуыҡтар төшкәс кенә шаурап сәскә ата торған декабрист гөлө – шау сәскә!
Осрашыуға килгән ике апайҙарҙан ауыл проблемалары тураһында һорашабыҙ.
- Эсәләр. Суррогат араҡы һаталар ауылда. Кешеләрҙ ағыуланған осраҡтары күп. Хатта ун туғыҙ йәшлек балалар аҡ биҙгәккә дусар булдылар. Бала тип тормай, оло тип тормай, аҡса өсөн кеше ағыуларға ла әҙерҙәр. Берәү тота алмай, береһенең көсө етмәй шуларға. Ниндәйҙер сара күрергә кәрәк бит инде, инде лә бөткән ауылды юҡҡа сығарырғамы? Типһә, тимер өҙөрлөк ирҙәрҙең, әле йәшәргә лә йәшәргә тейеш балаларҙың эсеп,кешелектән сығыуына түҙерлек хәл дә ҡалманы,- тип әрней ул апай.
Ауыл боронғо ғына. 1891 йылда урыҫ крәҫтиәндәре тарафынан нигеҙ һалына, егерменсе быуаттың егерменсе йылдарында мордвалар нигеҙләгән Курасов утары ҡушыла. Ауыл хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, хәҙерге ауыл 1988-1989 йылдарҙа Йомағужа һыу һаҡлағысын төҙөп, һыу аҫтында ҡалыу хәүефе янаған ауылдарҙы күсереп ултыртыу маҡсаты менән төҙөлгән була. Урыҫ ауылы булараҡ, төп фамилия Черновтар, Таракановтар, Горбачевтар, Юркиндар, Дрокиндар иҫәпләнә. Башҡалар иһә төҙөлөшкә эшкә килеп, ошонда төпләнеп ҡалған кешеләр. Ауылдың иң оло кешеһе – Горбачева Тамара Федоровна. Уға киләһе йылдың апрель айында 80 йәш тула икән. Юркин Алексей Иванович та һикһәнде ҡыуа. Барлығы 89 кеше йәшәй, шуның 22-һе - 18 йәшкә тиклемге балалар.
Даими эшләгән фельдшер әлеге көндә ауырып тороу сәбәпле, халыҡты күрше ауылдан килеп хеҙмәтләндерәләр.
- Шул хәтлем ауыр халыҡ йәшәй бында. Медицина тикшеренеүе, диспансеризация, прививка эшләтеү кеүек нәмәләр осоро етһә, ҡот осоп тора тағы нимәләргә юлығам тип. Кешенең өйөнә инеүе лә ҡурҡыныс, унда һине нимә көтөрөн дә белмәйһең. Ике насар ғаилә иҫәптә тора, улар менән эшләүе ауыр. Бер ғаиләлә ҡатын етенсегә ауырлы, ире эсә. Ауырлы ҡатынға ваҡытында тикшеренеүҙәр үтеп торорға кәрәк бит инде, ә ул дауаханаға барырға ҡәтғи ҡаршы төшә лә ҡуя ине, саҡ-саҡ ыҡҡа килтереп, Өфөгә дауаханаға алып барып һалдыҡ. Аталары эсеп йөрөгәс, балаларын ваҡытлыса приютҡа алып барып торорға тура килде.
Бер мәл бер буш торған өйгә барып инһәк, әллә иҫерек, әллә үле ир кешегә барып юлыҡтыҡ. Ярай, паспорты эргәһендә инде, Салауат ҡалаһынан икәнлеген белдек, - тип хәлдәрҙе бәйән итә ауыл фельдшеры. Баҡтиһәң, сит-боттан төпкөл ауылдарҙағы ошолай буш торған йорттарға ҡалдырып китеү осраҡтары “ҡара риэлторҙар” ҡылығы икән.
Бер етәксе хатта “ ни Христа, ни Аллаха” тип ҡуйҙы бындағы күренештәргә аптырағандан.

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Йәмил Айҙарбәков та Мерәүешле ауылының проблемаларын хәл итергә тырышып ҡараған. Тик халыҡ үҙе шулаймы, нимәме – бер ыҡҡа килтереп булмай икән уларҙы. Ялған араҡы эсеп, үлеп бөтөп барһалар ҙа, кем һатҡанын яттарға һатмай урындағы халыҡ.
- Участковый менән бер мәл араҡы һатҡан кешене тоторға рейд та үткәреп ҡараныҡ. Аҡсаны тамғалап, һатып алыусыны ла таптыҡ. Беҙҙең кешегә, таныш булмағас, һатманылар, ә үҙҙәренеке уларҙы “һатмай”.
“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәрәйек тип тә тәҡдим иттек, бәлки, халыҡ ыңғай үҙгәрештәргә ынтылып китер тип. Юҡ, риза булманылар. Йорт-тирәһен төҙөкләндерһәләр, аҡлаһалар, буяһалар тип, бушлай эзбиз да алып килеп ҡараным – береһе лә алманы, - ти Йәмил Фәнил улы.
Шул хәтлем дә донъянан ваз кисеп, йәшәүҙән төңөлгән ауыл беҙҙең районда ла бар тип уйламай ҙа инек. Әсендерҙе. Ысын мәғәнәһендә әсендерҙе ундағы күренештәр, ундағы тормош.
Шулай ҙа матур йәшәгән ғаиләләр ҙә бар унда. Тырыш, егәрле кешеләр арҡаһында ғына, бәлки, ауыл ауыл иҫәбендәлер.
Өс бер туған Фәрит, Зиннур, Илгиз Хөснетдиновтар, Фирүзә менән Рауил Ғөбәйҙуллиндар (Хөснөтдиновтарҙың апаһы менән еҙнәһе була инде улар), Гөлсирә менән Илфат Байсариндар, Миңзәлә менән Вәсим Вәхитовтар, Гөлзада Вәхитова, Надежда менән Михаил Курочкиндар матур итеп донъяһын да көтә, кәртә тултырып мал-тыуарын да аҫрай, ҡош-ҡортон да үрсетә, башлап-башлап бал ҡорто ла тота, мул итеп баҡсаһын да үҫтерә. Тырышҡан кешегә ауылда эш етәрлек. Уларға ҡарап ҡына ла йәшәргә ынтылырға була ла бит...
Мәктәпкә балалар Йомағужаға йөрөп уҡый. Уларҙы көн һайын автобус йөрөтә. Яҙлы-көҙлө бысраҡ булып торһа ла, ҡышын һәр ваҡыт юл асыҡ, ваҡытында таҙартып, юл ярып торалар, быйыл урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы буйынса ауыл урамын яҡтырыу планлаштырыла.
Үрге, Түбәнге Бикҡужа ауылдарында ла хәл ителәһе мәсьәләләр байтаҡ. Ҡасандыр ата-әсәләрҙең үҙ теләктәре менән ябылған мәктәп тә буш тора. Аҡыл һуң килә, һуң килһә лә мул килә тигәндәй, хәҙер килеп ҡайтанан астырырға теләп, Республика Башлығына Радий Фәрит улы Хәбировҡа ла мөрәжәғәт иткән ауыл халҡы. Ниндәй һөҙөмтәләр булыр – уныһын киләсәк күрһәтер (ыңғай хәл ителһен инде тип теләйбеҙ, сөнки 48 бала ситкә йөрөп уҡырға мәжбүр).
Шәхси ҡабул итеүҙә инде әлеге лә баяғы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә дәғүәләр белдереүселәр ҙә булды.
Бынан өс йыл элек дауаханала ятҡан еренән зым-зыя юҡҡа сыҡҡан улын эҙләгән апай ҙа килгән ине хакимиәт башлығына. Уның менән беҙ ҙә һөйләшеп алдыҡ.
- 2015 йылда дауаханала ятҡан ерҙән юҡ булды, ҡайтманы. Эсә ине, эсеп ауырығас, система ҡуйҙырырға дауаханаға рәткә бара торғайны. Бер шулай барғандан юҡ булды. Ял көнө ине ул көн. Унынсы яртыла ҡабул иткәндәр, ун икенсе яртыла телефоны һүнгән. Документтары бөтәһе лә бар. Ул улайтып телефонын бер ҡасан да һүндермәй торғайны. Дауалау үткәндән һуң, гел миңә шылтыратып, ауылдан килеүселәр юҡ микән бергә ҡайтырға тип ылау һораша-белешә торғайны. Телефон һөйләшеүҙәренең яҙмаһын да алдыҡ, дауахана хеҙмәткәрҙәре менән дә һөйләшеп ҡараныҡ, береһе бер нәмә белмәй. Эпилепсия менән дә ауырый ине. Ныҡ хафаға ҡалдыҡ. Дауаханала: “Ҡайтам тигән кешене бер бәйләп тотайыҡмы ни”, - тип кенә әйттеләр. Бына шулай юҡ булды ла ҡуйҙы. Ҡоллоҡҡа-фәлән дә алып китәләр бит ҡайсаҡ ир-егеттәрҙе. Шуныһы ҡурҡыта. Үлгән булһа, мәйетен булһа ла тапһындар ине. Энә түгел бит район эсендә шулай юҡҡа сығырға, - ти әсә кеше. Шулай ҙа тере килеш табылырына өмөт өҙмәй әсә йөрәге.
Хакимиәт башлығы Ғайса Янбаев был хәл менән таныш булыуын билдәләп, әгәр теләһәгеҙ, прокуратураға ла мөрәжәғәт алаһығыҙ тип тәҡдим итте.
Ауыл клубы, китапхана торошо менән дә таныштыҡ. Иҫке генә булһа ла, әле ярарлыҡ, торорлоҡ. Клуб мөдире әйтеүенсә, һыуыҡ булғанға халыҡ бик йөрөмәй. Ә матбуғатты былай алдыралар. Яңы китаптар ҙа даими килеп тора икән китапханаға.
Сүп-сар реформаһы тураһындағы яңылыҡты бикҡужалар башҡа ауылдар менән сағыштырғанда нисектер тынысыраҡ ҡабул иттеме, “ЭкоСити” белгесенең тиҙ-тиҙ генә сығыш яһанымы - мәсьәлә айышына ҡапылғара төшөнөп етмәнеләр кеүек тойолдо. Шулай ҙа халыҡ араһынан асыҡлыҡ индерергә теләп һорау биреүселәр булды. “Әгәр килешеү төҙөмәһәк, нимә була?” тип һоранылар. Белгес былай тип яуап бирҙе: “Рәсми килешеү матбуғатта баҫыласаҡ, шул халыҡ менән асыҡ килешеү булып иҫәпләнә”. Тимәк, һәр кеше менән айырым-айырым килешеү төҙөлмәй.
“Сүп-сар булмаһа ла, түләргә кәрәкме?” тигән һорау ҙа ишетелде. Был һорау ҙа урынлы. Сөнки яңғыҙаҡ әбей-һәбейҙәрҙә генә түгел, эшкә яраҡлы кешеләрҙә лә ҡый-һай әллә ни булып тормай, айырыуса ҡышҡыһын. Аҙнаһына ябай ике пакет самаһы сыҡһа сыға, сыҡмаһа –юҡ, тигәндәй. Аҡса сығармаҫ өсөн (артыҡ аҡса ла юҡ инде) халыҡ ҡалдыҡһыҙ көн итеүгә лә күсергә әҙер. Ирекһеҙҙән, “Юлдаш” радиоһы егеттәренең “Ай йыры” рубрикаһындағы йыр һүҙҙәре иҫкә төшә: ашарбыҙ инде картуфты ҡабығы менән ҡуша... Тик бында ҡабығы менән ашаһаң-ашамаһаң да кеҫәңдән аҡсаны сығарырға кәрәк була. Бәлки, халыҡ фекерен, тәҡдимдәрен өйрәнеп, бер системаға һалып, үҙгәрештәр ҙә индерерҙәр, кем белә. Ни булһа ла, халыҡ файҙаһына булһын ине тип теләргә генә ҡала.
Кәңәшмәнең йомғаҡлау өлөш үткән Үрге Бикҡужа ауылы клубы ла һалҡын. Әле көндәр әллә ни һыуытманы ла, ҡышҡы сатламала нисек булырын күҙ алдына килтереү ауыр. Имшеү генә йылытҡан торбалар таш бинаны ҡалайтып ҡына йылытһын инде. Ҡайтыуға тымаулап, тән температураһы күтәрелеп, тамаҡ та шешеп китте. Әллә беҙ наҙлы, әллә бикҡужалар сыныҡҡан...
P.S.
Тәүге тәьҫорат Мерәүешле ауылы күренеше менән һалынғасмы, башҡа ауылдарҙағы күренештәр, кем әйтмешләй, “әлхәм әле” һымаҡ күренде. Әлбиттә, бынан бер нисә йыл элек “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, үҙен республика кимәлендә танытҡан ауыл биләмәһе тураһында матурлап, ентекләп тә яҙырға мөмкин. Ни тиһәң дә, тырыш халыҡ йәшәй унда. Ни бары әҙ-мәҙ иғтибар ҙа, ихтирам да кәрәк етәкселәр тарафынан. Белем усағын да яңынан асып ебәргәндә ауылға ҡот та ҡайтыр ине, бәлки... Мәктәп бөтһә – ауыл бөтә тигәнде онотмайыҡ әле. Күрәләтә башҡорт ауылдарын юҡҡа сығарып ҡуйһаҡ, киләсәк беҙҙе ғәфү итмәҫ.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: