Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ялсыларҙың ялынысын ярандар ишетерме?

Ялсы ауыл биләмәһенә Ялсы, Хоҙайбирҙин, Түбәнге Һапаш, Вәлит, Юлбаш ауылдары, Киров утары ҡарай. Ауыл биләмәһе буйынса 1074 кеше иҫәптә тора. Был күрһәткес йыл башына ҡарағанда алты кешегә кәмегән.

Мәғлүм булыуынса, район советы һәм хакимиәтенең күсмә кәңәшмәләре башланды. Уны Ялсы ауыл биләмәһе ҡабул итте.
Ялсы ауыл биләмәһенә Ялсы, Хоҙайбирҙин, Түбәнге Һапаш, Вәлит, Юлбаш ауылдары, Киров утары ҡарай.
Ауыл биләмәһе буйынса 1074 кеше иҫәптә тора. Был күрһәткес йыл башына ҡарағанда алты кешегә кәмегән.
Ошо 1074 кешенең 121-е бында тормай. Район ерлегендә 154 кеше эшләһә, 134 кеше райондан ситтә эшләй, 135 кеше – эшһеҙ, 223-ө – хаҡлы ялдағылар.

Күп балалы ғаиләләр һаны иһә 26-ға еткән, йыл башында был һан 25 ине. Шулай ҙа демографик мәсьәлә бында киҫкен тора: 1 ноябргә 5 бала донъяға килгән, 11 кеше вафат булған.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар иң тәүҙә Хоҙайбирҙин ауылындағы “Ләйсән” балалар баҡсаһына инде. Баҡса мөдире әйтеүенсә, әллә ни ҙур поблемалар юҡ, ни бары яңы бинаны теркәү мәсьәләһе генә һуҙылып килә. Был балалар баҡсаһы 2012 йылда асылғайны. Унда 19 бала йөрөй. Дөйөм алғанда, ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа баҡса эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәт. Ашатыу аутсорсинг системаһына күсһә лә, аш-һыу балалар баҡсаһында бешерелгәс, сифаты буйынса борсолорлоҡ урын юҡ, ризыҡ бында һәр ваҡыт яңы бешкән, тәмле, туҡлыҡлы.

Артабан Хоҙайбирҙин ауыл амбулаторияһына юлландыҡ. Дауахана учреждениеһы булараҡ, бында таҙа, яҡты, йылы. Стоматолог, ҡарау (смотровой),процедуралар бүлмәһе эшләй, көндөҙгө стационар өсөн ике урын бүленгән. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, педиатр менән терапевт юҡ. Ошондай матур ауылда, яҡты, таҙа, йылы бинала рәхәтләнеп кенә эшләп ултырырға теләгән табиптар булһа, рәхим итһендәр.
Хоҙайбирҙин мәктәбенең тарихы ярайһы уҡ бай ғына. Уның башланғысы 1890 йылдарға барып тоташа. Ә бына әлеге ике ҡатлы бина 73-сө йылдарҙа урта мәктәпкә әйләнгәс, төҙөлә. Унда бөгөн 97 уҡыусыға 19 уҡытыусы белем бирә. Беренсе класҡа быйыл 5 бала килгән, туғыҙынсыла 7 бала уҡый. Мәктәп директоры Алһыу Ишкинина әйтеүенсә, киләһе йыл беренсе класҡа туғыҙ бала килеүе көтөлә. Туғыҙынсыны тамамлаған балалар Салауат медицина, Күмертау педагогия колледжына, Мәләүезгә уҡырға киткән.
Уҡытыу сифаты уртаса кимәлдә. Балалар өсөн төрлө саралар, кисәләр, спорт ярыштары, факультативтар ойошторолоп тора. Волейбол түңәрәге лә эшләй. Тик спорт залына бер аҙ ремонт талап ителә. Залды елләтеү системаһы булмағас, дым тартып, тәҙрәләргә, стеналарға ҡара үңәҙ төшкән.

Ә бына был ауыл биләмәһендәге ауыл клубтарына урындағы башланғыстарға ярҙам итеү буйынса “Аныҡ эштәр” программаһы ярҙамға килә. Хәйер, был ыңғай күренеш башҡа төбәктәрҙә лә күҙәтелә. Шул проекттар буйынса Хоҙайбирҙин һәм Ялсы ауылы клубтарына бильярд уйыны өҫтәле алынған. Балалар өсөн уйын майҙансығын да эшләй башлағандар. Хоҙайбирҙин ауыл клубына шулай уҡ 100 меңлек сертификат буйынса тауыш көсәйткес аппаратура алынған.
Ғинуар уртаһында үткән ошондай кәңәшмәлә был клуб ҡыйығына ремонт яһатыу мәсьәләһе күтәрелгән булған. Был проблема әлегә асыҡ килеш ҡала.
Түбәнге Һапаш ауылында ла кәңәшмәлә ҡатнашыусылар балалар баҡсаһында, фельдшер-акушерлыҡ пунктында, башланғыс мәктәптә булды.
Уларҙың барыһы ла иҫке бинала урынлашҡан.
Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы фекеренсә, бында берләштерелгән социаль үҙәк төҙөү күпкә отошлораҡ булыр ине. Иҫке биналарҙы тергеҙеү, ремонтлау өсөн киткән аҡса яңыны төҙөп ултыртыуға ла етәсәк. Шулай ҙа, ҡасан яңыһы төҙөлгәнсә, әҙ-мәҙ ремонт эштәре үткәрергә кәрәк. Мәктәптә, мәҫәлән, бәҙрәф тышта урынлашҡан.
Мәғлүм булыуынса, федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко РФ премьер-министры Дмитрий Медведевҡа 2 меңдән ашыу мәктәптә һаман йылы бәҙрәф булмауын еткергәйне. Медведев,үҙ сиратында, Рәсәй төбәктәренә был мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итергә ҡушҡайны. Әле республикала был тәңгәлдә байтаҡ эштәр башҡарылды. Шулай ҙа, мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова әйтеүенсә, йылы хәжәтханалар төҙөүгә яҡынса 167 миллиард һум аҡса кәрәк. Был мәсьәлә буйынса республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа ла мөрәжәғәт ителгән. Әлеге ваҡытта проект-смета документтары әҙерләнә. Һапаш мәктәбендә лә уны йыл аҙағына тиклем эшләргә тигән бурыс ҡуйылды.
Балалар баҡсаларында ла шул уҡ канализация мәсьәләһе ҡалҡып сыҡты. Әйтергә кәрәк, был проблема йыл башында үткән кәңәшмәлә үк күтәрелгән булған.
Бындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына ла бик ҙур ремонт, йыһазландырыу талап ителә икән.
Һапаш- Ялсы ауылдары хәҙер бергә тоташып уҡ бөткән тиергә була. Тимәк, Ирек Раял улы әйткәнсә бер нисә ауылды хеҙмәтләндергән социаль үҙәк төҙөү ( төҙөлөш өсөн тейешле күләмдә аҡса булғанда), ысынлап та, күпкә яҡшыраҡ булыр ине. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа Һапаш ауылы “Айыҡ ауыл, “Матур ауыл” бәйгеләрендә ҡатнашып, Ялсы ауыл биләмәһен “Айыҡ биләмә” тип иғлан итеп, республика кимәлендә бик ҙур танылыу яуланы. Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев та ошо социаль әһәмиәтле йүнәлештәр сиктәрендә махсус программа йә проект булдырып, ауыл халҡының хыялын тормошҡа ашырыу (социаль-мәҙәни үҙәк төҙөтөү) өсөн республика етәкселегенә мөрәжәғәт итергә лә мөмкин икәнлеген билдәләне.
Район хакимиәте башлығы шулай уҡ ауыл биләмәһендә урынлашҡан китапханалар эшмәкәрлеге менән дә танышты, ниндәй гәзит-журналдар алдырыуҙары менән ҡыҙыҡһынды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, китапханаларҙа республика матбуғатына яҙылыу кимәле түбәнерәк. Шуныһы ғына ҡыуаныслы: район гәзиттәрен бында һәр ваҡыт алдыралар. Ғайса Ғилметдин улы республика баҫмаларынан “Ағиҙел”, “Киске Өфө”, “Йәшлек” ( Ирек Раял улы әйтеүенсә, “Йәшлек”те былай ҙа алдыралар), “Башҡортостан”, “Башҡортостан ҡыҙы”, йәштәр өсөн “Шоңҡар”, балаларға һәм үҫмерҙәргә “Аманат”, “Аҡбуҙат” һәм башҡа гәзит-журналдарға яҙылырға тәҡдим итте.
Былай китапханасылар ҡайһы бер гәзит-журналды өйҙәренә яҙылып, аҙаҡ китапханаға алып килеп тора тороуын. Ни тиһәң дә, китапханалар халыҡтың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүсе өлкә бит инде.
Ялсы ауыл клубында район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев халыҡты шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте.
Тәүге һорау Керәүле йылғаһының ярын нығытыу буйынса булды. Әйткәндәй, был мәсьәлә үткән кәңәшмәлә лә күтәрелгән булған.
Тәүгеләрҙән булып ингән ағай ҡыҙыу нөктәлә һуғышта булып, инвалидлыҡҡа дусар булған улына төҙөлөш өсөн ағас алыу проблемаһы менән мөрәжәғәт итте. Уның әйтеүенсә, кәрәкле документтар 2015 йылда уҡ тапшырылған, тик бер ҙә алға китеш юҡ. Әйткәндәй, был мәсьәлә буйынса улар республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа ла мөрәжәғәт иткән. Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев кәрәкле документтарҙың барыһының да булмауы арҡаһында был мәсьәлә хәл ителмәгән тип асыҡлыҡ индерҙе һәм тулы пакет документтарҙы йүнләп, тағы ла урман хужалығына мөрәжәғәт итергә кәрәклеген билдәләне.

Рәсәй Урман кодесының 30 статьяһына һәм “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү” республика Законына ( 20.11.2007 йыл, №486-з), шулай уҡ кешеләрҙең ағасты үҙ мәнфәғәттәре өсөн файҙаланыуға алғанда һатыу-һатып алыу килешеүен төҙөү тәртибенә ярашлы, граждандарға шәхси йорт төҙөү өсөн 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометр, өйҙә ремонт эшләү, яңыртыу өсөн биш йылға бер тапҡыр 25 кубометр ағас бирелә. Йорт эргәһендәге кәртә-ҡура, ҡаралты өсөн биш йылға бер тапҡыр - 50 кубометр, уларҙы ремонтлау өсөн өс йылға бер тапҡыр – 15 кубометр, утын өсөн йыл һайын 20 кубометр ағас бүленеүе ҡаралған.
Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов үҙенең бер интервьюһында былай тигәйне: “Киҫергә рөхсәт ителгән урманда ылыҫлы ағас ун процент ҡына тәшкил итә. Уның да яртыһы ҡуртымсыларҙа. Билдәле күләмде беҙ “Домокомплект” дәүләт программаһына резервлайбыҙ, янғындан ҡаза күргәндәрҙе тәү сиратта тәьмин итәбеҙ. Асылда беҙҙең барлыҡ урман ҡатнаш, хатта Бөрйән, Белорет райондарында ла. Элек сиратты ағасты алып һатып ебәргәндәр арттыра ине. Беҙ улар менән көрәштек, штраф санкциялары ҡулланылға судтар булды. Хәҙер иһә ағас алыу тәртибе асыҡ, “Электрон сират” индерелде. Документтарҙың барлыҡ этапта үтеүен ҡарарға мөмкин”.
Башҡортостандың урман хужалығы министры ярҙамсыһы Айрат Искәндәров та “Башҡортостан” гәзитенә кәрәкле мәғлүмәттәр биргәйне.
- Өй төҙөү өсөн ағас алыу мәсьәләһе буйынса беҙгә йыш мөрәжәғәт итәләр. Документтарҙы ҡайҙа, нисек тапшырыу хаҡында ла һорайҙар. Иң тәүҙә шуны әйтер инем: һәр дүшәмбе киске сәғәт 5-тән 6-ға саҡлы министр халыҡты ҡабул итә. Бының өсөн 8 (347) 218-14-10 телефоны буйынса алдан шылтыратып яҙылырға кәрәк. Ҡыҙыҡһындырған башҡа төрлө мәғлүмәтте министрлыҡтың сайтынан да алырға була. Шулай уҡ етәкселек ай һайын график буйынса бер районға сыға, халыҡ менән осраша, һорауҙарға яуап бирә. Бынан тыш, ведомствоның төбәк диспетчеры тәүлек әйләнәһенә эшләй. Телефоны 8 (347) 218 -14-14. Шәхси һорауҙар буйынса ла мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Ғөмүмән, беҙҙең ишектәр һәр кемгә асыҡ, бәйләнешкә сығыу өсөн мөмкинлектәр етәрлек, - тигәйне ул.
Шулай уҡ “Һаҡсыл хөкүмәт” тигән проект та уңышлы ғына эш башламаҡсы. Уны ғәмәлгә ашырыу барышында Башҡортостанда йәшәүселәргә шәхси төҙөлөш йәки утын әҙерләү өсөн ағас алыу еңелләшә һәм килешеү төҙөү ваҡыты ике тапҡырға – дүрт айҙан ике айға тиклем кәмейәсәк, мөлкәттәре янғындан, йә башҡа тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күргәндәргә ағас алыу сираттан тыш буласаҡ тип белдергәйнеләр ведомствола.
Район хакимиәте башлығына шулай уҡ йәштәр өсөн дәүләт программаһында торған ғаиләләр ҙә мөрәғәжәт итте. Улар ҙа сираттың “һикереүенә” зарланды. “Әшнәлек”, “ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ” йоғонтоһо тип тә ҡабул итеүселәр юҡ түгел. Тик был осраҡта сираттың “һикереүе” ғаилә ағзаларының артыуынан, йәғни, балалар тыуыуынан тора. Тимәк, сиратта торған арала ғаиләлә сабый тыуа икән – ул ғаилә алға күсә.
Шәхси ҡабул итеүҙә күтәрелгән тағы бер мәсьәлә тураһында яҙып үтмәй булмай. Мөрәжәғәт менән килеүселәр араһында дауаханала сираттың ҙур булыуын, ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫлығын, “Тиҙ ярҙам” хеҙмәтен ауылдарға саҡырыу мәсьәләһенең киҫкен тороуын күтәреүселәр булды.
Район үҙәк дауаханаһының баш табибы Рөстәм Хөсәйенов ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты булған осраҡта тәү сиратта фельдшерға мөрәжәғәт итеп, унан ғына “Тиҙ ярҙам” саҡырырға кәрәклеген билдәләне. Шулай ҙа, кеше ғүмере өсөн кәрәкле ҡоролма-дауаларҙың ябай ауыл фельдшеры ҡулында булмауы ла ихтимал бит ( “тыңлағыс” (фонендоскоп), ҡан баҫымын “үлсәгес (тонометр), градусник менән генә нимә ҡыраһың...). Был мәсьәлә үткән кәңәшмәлә лә ҡаралған булған.
Диспансеризация мәсьәләһенә асыҡлыҡ индерергә теләүсе лә булды. Уның дәғүәһе былай яңғырай: диспансеризация үтеүсенең ҡан баҫымы юғары булып, ашығыс ярҙам талап ителә икән, уға теркәлеүҙә ошондай киҫкен осраҡта бирелә торған һары төҫтәге карта бирергә тейештәр ине, тик уларға, нишләптер, күк төҫтәгеһен биргәндәр (төҫтәр билдәләнеше тураһындағы мәғлүмәтте улар интернеттан алған булып сыҡты). Ә унда, йәғни күк төҫтәге бланкта, мөрәжәғәт итеүсе әйтеүенсә, ябай анализдар тапшырыуҙан башҡа табиптарға күренеү, ЭКГ, УЗИ үтеү өсөн йүнәлтмәләр юҡ. Аҙаҡ дауахана белгестәре аңлатыуынса, бланк төҫтәре ни бары енесте аңлатҡанын, ә анализдар диспансеризацияның тәүге этабы ғына булып тороуын белдек. Тик тағы ла бер мәсьәлә ҡалҡып сыға: ни өсөн ҡатын кешегә улайһа күк төҫтәгеһен тотторғандар? Моғайын, иғтибарһыҙлыҡ арҡаһындалыр...
Дауахана белгестәре бер уңайҙан киҙеүгә ҡаршы вакцинация тураһында ла һөйләп үтте.
Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте киҙеү 2019 йылдың февраль-март айына тура килеүе ихтимал тип белдергәйне. Тимәк, прививка эшләтеү әле һуң түгел, кемдәр йыш һыуыҡ тейҙереп сиргә бирешеүсән, уларға ваҡытында киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтергә кәңәш ителә. Залда талпан энцефалитына ҡаршы прививка тураһында ла һорашыусылар булды. Привика хәүефле төркөмгә ингән умартасылар, урмансылар, көтөүселәргә бушлай эшләнһә, башҡа теләүселәр дарыухана селтәренә препаратҡа заявка биреп, үҙ иҫәптәренә һатып алып эшләтә ала. Ул да махсус схема буйынса башҡарыла.
Үткән кәңәшмәлә шулай уҡ ауыл биләмәһенең ҡайһы бер ерҙәрендә электр селтәрҙәрендә көсөргәнешлек күҙәтелеүе буйынса ла мөрәжәғәт иткәндәр.
Был мәсьәлә оҙаҡҡа һуҙмай хәл ителгән.
Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ирек Юдаев әйтеүенсә, хәл ителеүҙе көткән мәсьәләләр әле байтаҡ. Шуларҙың иң киҫкен торғаны инде – насар ғаиләләр, тыйылған алкоголь эсемлектәр, шыйыҡсалар һатыу.
Ауыл биләмәһенең “Айыҡ биләмә” статусында тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алғанда инде, был тәңгәлдә эштәрҙе, ысынлап та, даими алып барыу фарыз.
Шулай уҡ Түбәнге Һапаш ауылы зыяраты эргәһендә өҫтәмә һыу торбаһы ҡуйырға кәрәк, юлды ла ремонтларға ваҡыт. Хоҙайбирҙин ауылында тотороҡло кәрәҙле бәйләнеш юҡ, Вәлит, Түбәнге Һапаш ауылдарына интернет үткәреү, йылға ярҙарын нығытыу, Вәлит ауылының Дуҫлыҡ урамына газ менән электр үтмәгән.
Ғайса Ғилметдин улы Юлбаш ауылында йәшәгән кешеләр газ үткәреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итеүҙәрен, әммә бәләкәй ауылдарҙы был программаға индереүе ҡатмарлы икәнлеген, Вәлит ауылы, Киров утары юлдарына тейешле ремонт эшләргә кәрәклеген билдәләне.
Һуңғы ваҡытта ҡалҡып сыҡҡан “сүп-сар реформаһы” буйынса ла ҡыҙыу ғына һөйләшеү булды. Ауылда халҡы ул хеҙмәт өсөн күрһәтелгән айлыҡ түләүҙәр хаҡы менән килешмәй. “Эко Сити” тарафынан әле хаҡтар раҫланмаһа ла, күҙаллауҙар буйынса арыу уҡ ҙур ғына булмаҡсы.
Тиреҫ кеүек органик ҡалдыҡтарҙы иһә бында баҫыуға ашлама рәүешендә сығарырға тәҡдим ителде.
Осрашыуҙан халыҡ ҡәнәғәт ҡалдымы-юҡмы, уныһын әйтеүе ауыр. Кәңәшмәнең һөҙөмтәһе, халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләдереү, мөрәғәжәттәрен хәл итеү,һис юғында башланғысҡа нигеҙ һалыу яҙғы осрашыуҙа тағы бер байҡаласаҡ тип белдерҙе хакимиәт башлығы.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотоһы.
Читайте нас: