Мораҙым
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Бөрйән менән аралар яҡыная

Беҙҙең районда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы саралар күптәр көтөп алған иҫтәлекле ваҡиға – Иҫке Собханғол - Мораҡ юлының ремонттан һуң ете саҡрымлыҡ участкаһын һәм Кесе Эйек йылғаһы аша яңы күперҙе асыу тантанаһынан башланып китте.

Беҙҙең районда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы саралар күптәр көтөп алған иҫтәлекле ваҡиға – Иҫке Собханғол - Мораҡ юлының ремонттан һуң ете саҡрымлыҡ участкаһын һәм Кесе Эйек йылғаһы аша яңы күперҙе асыу тантанаһынан башланып китте.
Бәхәсһеҙ, юлдарҙың торошона ҡарап, теге йәки был төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен баһа­ларға мөмкин. Ә был яҡтан күгәрсендәр ғорурлана ала. Беҙҙә юлдар йылдан-йыл яҡшыра, быйыл ғына Мораҡтың 5 Йомағужаның 2 урамына асфальт түшәлде, Магнитогорск - Ира, Мораҡ - Побоище йүнәлешендәге юлдар асфальтланды һәм башҡа күләмле эштәр башҡарылды.
Беҙҙең районды Бөрйән яҡтары менән бәйләп тороусы Мораҡ - Иҫке Собханғол юлын ремонтлау Бикбулат, Кузьминовка, Ҡортйылға ауылдарына булған юл проблемаһын да хәл итте. Шулай уҡ данлыҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһенә Мораҡ аша барыу ҙа хәҙер күпкә еңелләшәсәк.
Объекттарҙы асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығы етәксеһе Денис Петраковский, “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең етештереү бүлеге начальнигы Владимир Алексеев, “Мост” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Дмитрий Хохлов, Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы Ринат Йәнбәтов, юлсылар, Мораҡ һәм Бикбулат ауылдары халҡы ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев иҫтәлекле ваҡиға уңайынан ихлас тәбрикләп, Иҫке Собханғол-Мораҡ юлының ремонттан һуң 7 км 200 метрлыҡ участкаһын ремонтлауға һәм Кесе Эйек йылғаһы аша 89,3 метр оҙонлоҡтағы күперҙе төҙөүгә республика бюджетынан 235,5 млн һум аҡса күсерелеүен, ул объекттар райондың социаль-иҡтисади үҫешендә мөһим урын алып тороуын билдәләп, был юлдың “Бөрйән” туристик кластерын үҫтереү буйынса проекттың бер өлөшө булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- “Рәсәй Федерацияһында эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү” программаһы сиктәрендә ошо проектты тормошҡа ашыу өсөн федераль бюджеттан 200 млн, республика бюджетынан 25 млн һум аҡса бүленәсәк, был проектҡа 3 млрд һумлыҡ инвестия һалыу күҙаллана. Шуға күрә Мораҡ - Иҫке Собханғол юлын реконструкциялау дауам итәсәк. Участкала Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы менән “Мост” йәмғиәте эштәрҙе сифатлы итеп һәм ваҡытында башҡарып сыҡты, - тип Ғайса Ғилметдин улы төҙөүселәр коллективына рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе һәм Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығының бульдозер машинисы Юрий Загородневҡа, юл эшсәндәре Вадим Юлтин менән Александр Аткинға, “Газпромгазораспределение Уфа” йәмғиәтенең Күгәрсен филиалы мастеры Артур Нуркаевҡа, субподрядсы ойошма – “Энергия” йәмғиәте өлкән мастеры Эльдар Хәлитовҡа, субподрядсы ойошма – “Мост” йәмғиәте водителе Владимир Платонов һәм Василий Ульящевҡа рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Башҡортостан Республикаһының Юл хужалығы идаралығы начальнигы Денис Петраковский күгәрсендәрҙең шатлыҡтарын уртаҡлашып, туризм – республика өсөн бик мөһим йүнәлеш, тип билдәләне.
- Күгәрсен районына ҡарата, дөйөм республикаға булған кеүек үк пландар бик ҙур. Шуға күрә бергәләп юл селтәрҙәрен норматив күрһәткестәргә килтерәбеҙ, ә был юл һеҙгә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер, - тип ышанысын белдерҙе ул.
“Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең етештереү бүлеге начальнигы Владимир Алексеев, “Мост” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Дмитрий Хохлов та ихлас теләктәрен еткерҙе һәм урындағы юлсыларҙың, күпер төҙөүселәрҙең эшен юғары баһаланы. Ауыл халҡы исеменән Бикбулат ауылы старостаһы Зөфәр Ишбаев төҙөүселәргә һәм етәкселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Йыйылыусыларҙың көслө алҡыштары аҫтында ал таҫманы киҫкәндән һуң, тантанала ҡатнашыусы барса халыҡ яңы юлдан яңы күпергә тиклем барҙы. Йөк тейәгән “КамАЗ”дар күперҙән елдереп үтеп, уның ныҡлығын һынап ҡараны.
Хәйерле сәғәттә! Был юл менән күпер ҙә халыҡтың оҙон-оҙаҡ ҡыуанысына булһын, сөнки һәр ҡайһыбыҙға эш-ғәмәлдәр буйынса юлда йыш йөрөргә тура килә. Транспорт хәрәкәтенең көйлөлөгө, кешеләрҙең именлеге, юлдарҙың яҡшы булыуына бәйле бит...
Илебеҙ именлеге берҙәмлеккә бәйле
- Беҙҙең ата-бабалар булдырған, быуаттарҙан-быуаттарға һуҙылған берҙәмлек һәм теләктәшлек Рәсәй дәүләтселегенең ныҡлы нигеҙе булып тора. Илебеҙҙә булған данлы эштәр, батырлыҡтар - ойошҡанлыҡ, теләктәшлек, илһөйәрлектең өлгөһө. Беҙ илебеҙҙең яҡты киләсәгенә ышанырға һәм Рәсәйҙе үҙенең хәрби, хеҙмәт батырлыҡтары, фән, ижад һәм спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән данлаусылар менән хаҡлы рәүештә ғорурланырға тейеш, - тине район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы концертта сығыш яһап һәм инвалидтарҙың хоҡуҡтарын һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын яҡлау буйынса әүҙем эш алып барғандары өсөн Рәсүл Әхмәтйәнов, Азамат Сәйфуллин, Эльвера Фәйрушина, Юрий Кириллин, Эльвира Рауилова, Әмир Зиннәтуллин, Мансур Әбсәләмов, Әнисә Демченко, Радмил Солтанморатов, Гөлшат Киленбаеваларға Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Байрам көндө Ғаилә йылы сиктәрендә оҙаҡ йылдар бергә йәшәүсе ғаилә парҙарын тәбрикләү – дуҫлыҡ һәм татыулыҡты һынландырыусы дәүләт байрамының иң тулҡындандырғыс өлөшө булды. Юстиция эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы дәүләт комитетының Күгәрсен районы буйынса ЗАГС бүлеге начальнигы Лилиә Сафина алтын туйҙарын билдәләүсе Әнирә Ялай ҡыҙы менән Хөрмәтулла Сәмәрхан улы Баязитовтарҙы күркәм ғүмер байрамдары менән тәбрикләп, уларға Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡотлау адресын һәм иҫтәлекле бүләген тапшырҙы.
Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнап үткәрелгән тантаналы сарала Рәсәйҙең йәш граждандарына үҙҙәренең иң төп документы – паспорттарын тапшырыу матур йолаға әйләнде. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Күгәрсен районы буйынса бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәһе начальнигы Резеда Ҡорбанаева Ангелина Иванова, Денис Мун, Тимур Рәхмәтуллин, Эльвина Шибановаларға төп документтарын тапшырып, артабан да уҡыуҙа һәм башҡа өлкәләрҙә яңы уңыштарға өлгәшегеҙ, Рәсәй гражданы исемен лайыҡлы йөрөтөгөҙ, тигән изге теләктәрен еткерҙе.
Район мәҙәниәт һарайы артистары әҙерләгән концерт – Нәғим Нуриманов, Мәҙинә Рәхмәтуллина, Евгения һәм Виталий Усовтар, Фәрүәз Миңлебаев, “Ҡыҙыл мәсет”, “Бәйембәт”, дуэт, трио һәм вокал ансамблдәр башҡарған моңло ла, дәртле лә йырҙар, Ришат Бәҙретдинов менән Илшат Илмөхәмәтов өҙҙөргән көйҙәр һалҡын көндә күңелдәргә йылы бөрктө.
Төп дәүләт байрамдарының береһенә арналған сара илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, милләт-ара татыулыҡ булһын, тигән теләктәрҙә тамамланды. Ә минең ошо һүҙҙәргә ҡушып татыулыҡ һәм берҙәмлек кеүек тойғоларҙы хөрмәтләү һәр беребеҙгә хас булһын ине тип өҫтәгем килә. Сөнки халҡы бер төптән булып, татыу йәшәгән илгә бер ниндәй ҙә хәүеф, хәтәр янамай. Юҡҡамы ни халыҡ та “Берҙәмлектә – көс” тимәгән.

Розалия ИСҠУЖИНА.

Анатолий КАЗАКОВ һәм Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: