Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Ноябрь 2020, 17:00

“Саҡмағош” станцияһында яңы резервуар сафҡа инде

“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте Саҡмағош районының “Саҡмағош” сәнәғәт-диспетчер станцияһында реконструкциянан һуң 5 мең куб күләмле нефть һаҡлау резервуарын сафҡа индерҙе.

“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте Саҡмағош районының “Саҡмағош” сәнәғәт-диспетчер станцияһында реконструкциянан һуң 5 мең куб күләмле нефть һаҡлау резервуарын сафҡа индерҙе.
Резервуарҙың оҙонлоғо 12 метр тирәһе, диаметры – 23 метр. Эш барышында дөйөм массаһы 122 тонна булған металлоконструкция тулыһынса алмаштырылды, тышҡы һәм эске яҡтан 3 мең квадрат метр майҙан антикоррозиялы ҡатлам менән эшкәртелде. Һыйымды тоташтырыу өсөн 124 метр оҙонлоғонда технологик торба үткәргестәр төҙөлдө. Экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында резервуар алюмин понтон менән йыһазландырылды.
730 квадрат метрҙан ашыу майҙан һаҡлау ҡорамалы менән төҙөкләндерелде. Һыйымға хәүефһеҙ барыу өсөн 900 квадрат метр тирәһе майҙанда юлдар йыһазландырылды.
Эшләнгән эштәрҙе котролләү һөҙөмтәһендә резервуарҙың бөтә конструкцияларының һәм системаларының эксплуатациялауға әҙерлеге раҫланды. 48 сәғәт дауамында барған гидротикшереү һыйымдың герметиклығын һәм понтондың эшкә һәләтлелеген күрһәтте.
Эштәр “Транснефь-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең техник киренән ҡоралландырыу һәм реконструкция программаһы сиктәрендә торба үткәргес транспорты объекттарының хәүефһеҙ һәм ышаныслы эшләүе маҡсатында башҡарылды.
Читайте нас: