Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
4 Март 2020, 19:27

Алда – яңы мөмкинлектәр

Беҙҙең республикала ожмахҡа тиң ерҙәр бик күп. Шуға ла туризмды үҫтереү бик отошло булыр ине. Сит илдәрҙе ҡарағыҙ әле, хатта һыуһыҙ-ниһеҙ, сүллек кенә ерҙәрҙе лә матурлап, ял итеүселәр өсөн шарттар тыуҙырып, йыл һайын ағылған миллионлаған туристарҙан күпме табыш алып йәшәйҙәр. Беҙҙә иһә был өлкәгә иғтибар яңы бирелә башланы, тиһәк тә була. Республика Башлығының туризмды үҫтерергә кәрәклеге хаҡында әйтеүе лә йоғонто яһамай ҡалманы, буғай...Беҙҙең районға, атап әйткәндә, “Мораҙым тарлауығы” менән Үрге Бикҡужа ауылында урынлашҡан “Башҡорт ауылы”на туристар ағымы туҡталғаны юҡ та ул, тик унда ла ял итеү өсөн шарттарҙы заманса итергә, яңылыҡтар индерергә кәрәк. Уҙған аҙнала район хакимиәтендә уҙған сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә һуңғыһының етәксеһе - “Юлбарыҫ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Марс Юлбарисов тап шул һорауҙы күтәрҙе лә инде.

Беҙҙең республикала ожмахҡа тиң ерҙәр бик күп. Шуға ла туризмды үҫтереү бик отошло булыр ине. Сит илдәрҙе ҡарағыҙ әле, хатта һыуһыҙ-ниһеҙ, сүллек кенә ерҙәрҙе лә матурлап, ял итеүселәр өсөн шарттар тыуҙырып, йыл һайын ағылған миллионлаған туристарҙан күпме табыш алып йәшәйҙәр. Беҙҙә иһә был өлкәгә иғтибар яңы бирелә башланы, тиһәк тә була. Республика Башлығының туризмды үҫтерергә кәрәклеге хаҡында әйтеүе лә йоғонто яһамай ҡалманы, буғай...
Беҙҙең районға, атап әйткәндә, “Мораҙым тарлауығы” менән Үрге Бикҡужа ауылында урынлашҡан “Башҡорт ауылы”на туристар ағымы туҡталғаны юҡ та ул, тик унда ла ял итеү өсөн шарттарҙы заманса итергә, яңылыҡтар индерергә кәрәк. Уҙған аҙнала район хакимиәтендә уҙған сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә һуңғыһының етәксеһе - “Юлбарыҫ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Марс Юлбарисов тап шул һорауҙы күтәрҙе лә инде.
Марс Хәбибулла улын Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу, һыу инеү урындары, һауыҡтырыу базаһын төҙөү өсөн ер алыу мәсьәләләре борсой. Кем белә, инвестор һауыҡтырыу базаһын төҙөһә, бар район ҡатын-ҡыҙҙары итальян белгестәре ярҙамында гүзәллектәрен һаҡлап ҡалыу, матурланыу өсөн Бикҡужаға ағылыр әле.
Читайте нас: