Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
6 Декабрь 2019, 13:35

“Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары”

Йыл һайын Бөтә донъя сифат көнө алдынан “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсы еңеүселәре билдәләнә. 1998 йылдан бирле тормошҡа ашырылып килгән был матур йола быйыл да үҙ көсөндә ҡалды - Өфөлә “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды.Шуныһы ҡыуандырҙы: бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең яҡташтар ҙа бар ине. Мәҫәлән, Күмертау психоневрология интернаты (директоры – Ринат Ибраһимов) “Социаль-көнкүреш хеҙмәтләндереү” номинацияһында диплом менән билдәләнде.

Йыл һайын Бөтә донъя сифат көнө алдынан “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсы еңеүселәре билдәләнә. 1998 йылдан бирле тормошҡа ашырылып килгән был матур йола быйыл да үҙ көсөндә ҡалды - Өфөлә “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды.
Конкурстың республикала үткән төбәк этабы «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары”н асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Уны Башҡортостан Республикаһы стандартлаштырыу, метрология һәм тикшереүҙәр өлкәһендәге дәүләт үҙәге ойоштора. Юғары кимәлдә уҙған сарала БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Рәиф Әбдрәхимов, Стандартлаштырыу, метрология һәм тикшереүҙәр өлкәһендәге дәүләт төбәк үҙәгенең директор вазифаһын башҡарыусы Сергей Севницкий, БР сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев, ведомстволар, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре ҡатнашты.
Юғары сифатлы продукция етештергән, хеҙмәттәр күрһәткән 49 предприятие юғары баһа алды һәм 81 дипломға лайыҡ булды.
Шуныһы ҡыуандырҙы: бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең яҡташтар ҙа бар ине. Мәҫәлән, Күмертау психоневрология интернаты (директоры – Ринат Ибраһимов) “Социаль-көнкүреш хеҙмәтләндереү” номинацияһында диплом менән билдәләнде.
Рәиф Рамазан улы еңеүселәрҙең сифат буйынса ҙур эш алып барыуҙарын һәм лайыҡлы бүләкләнеүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Республиканың 100 йыллыҡ оло юбилей йылында әүҙемлек һәм юғары һөҙөмтә күрһәтеүегеҙ икеләтә ҡыуаныслы. Һеҙҙең уңыш иҡтисади һәм социаль өлкәләрҙәге үҫеште сағылдыра. Һәр ваҡыттағыса химия һәм нефтехимия, машиналар һәм приборҙар төҙөү тармаҡтары, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәләре лайыҡлы күрһәтелде, - тип билдәләне вице-премьер.
Читайте нас: