Мораҙым
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
9 Март 2018, 17:48

Башҡортостанда йәш аграрийҙарға бер тапҡыр бирелә торған түләү биш тапҡырға арттырылды

6 мартта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Хөкүмәт Президиумы ултырышын үткәрҙе. Республика ауыл хужалығы сәнәғәте комплексының кадрҙарына дәүләт ярҙамы саралары күрһәтеү программаһы сиктәрендә 2009 йылдан ғәмәлдә булған йәш белгестәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр тәртибе үҙгәрҙе.

6 мартта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Хөкүмәт Президиумы ултырышын үткәрҙе.

Республика ауыл хужалығы сәнәғәте комплексының кадрҙарына дәүләт ярҙамы саралары күрһәтеү программаһы сиктәрендә 2009 йылдан ғәмәлдә булған йәш белгестәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр тәртибе үҙгәрҙе.


– Хәҙер юғары уҡыу йорто тамамлағандарға – 500 мең һум, урта профессиональ белем биреү йорто уҡыусыларына 300 мең һум тапшырыла, – тине вице-премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Республика ҡаҙнаһында 2018-2020 йылдарға ошо маҡсатта 70,6 миллион һум ҡаралған.


Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ошондай белгестәрҙе һөҙөмтәле эшләгән хужалыҡтарға ғына эшкә урынлаштырырға тәҡдим итте.


Кәңәшмәлә шулай уҡ агросәнәғәт комплексында инвестиция кредиттары буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн ҡаплауға республика бюджетынан субсидиялар бүлеү тәртибе раҫланды.
Читайте нас: