Мораҙым
+28 °С
Болотло

Күрмәгәнде күрһәтте ҡәйнәм...

Икенсегә ауырлы икәнемде белгәс, 6 айлыҡ ауырымды төшөртөргә ҡушты. Бәлки, улын яҡшыраҡ тәрбиәләгән булған булһа, улай уҡ ауыр йәшәмәҫ инек. Ир тигәнем иҫерек килеш, ярамай тигән һайын тотоп көсләй ине... Хайуан да улай ҡыланмаҫ... Ирем мине туҡмай башлаһа: "Улым, балалар алдында туҡмама, кешегә һөйләрҙәр", - ти торғайны...

Әй, был ҡәйнәләр менән йәшәгән саҡта күрмәгәнде күреп бөтәһең инде.
Берһендә, коммуналь түләүҙәр өсөн аҡса кәрәк, ҡайҙа зарплатаң, тип йәбеште. Бер генә һорамай, көн аша һорарға тотондо. Ғинуар аҙағында. Бюджетта эшләй инем. Бюджеттыҡы беләһегеҙҙер, йыл башында февралгә сыҡмай, аҡса күрмәйһең. Ике бала садикка йөрөй, түләүҙәр артҡан ваҡыт ине. Бигерәк өндәшә белмәгәнмен шунда уҡ. Юҡ аҡса, түләмәнеләр әле, тим. Аңламай, ҡотора. Бына шунда, көнө-төнө эсеп ятҡан улыңдан аҡса һора, миңә балаларҙы кейендерәһе, уларҙың түңәрәктәре өсөн түләйһе бар, тип тә әйтә белмәгәнмен.
Шунда уҡ яңы эшкә урынлашырға, эштән китергә ҡушып, теңкәмә тейҙе. Бында һеңлең кереп эшләһен, алыштырығыҙ эштәрегеҙҙе, тип мейемде серетте. Бухгалтерияла экономист инем. Яңы эшкә кереп өйрәнеп киткәнсе ваҡыт кәрәк. Киске 6-ларға тиклем ултыра инем. Һуң буламы инде ул?
Икенсегә ауырлы икәнемде белгәс, 6 айлыҡ ауырымды төшөртөргә ҡушты. Бәлки, улын яҡшыраҡ тәрбиәләгән булған булһа, улай уҡ ауыр йәшәмәҫ инек. Ир тигәнем иҫерек килеш, ярамай тигән һайын тотоп көсләй ине... Хайуан да улай ҡыланмаҫ...

Ә мин ғәйепле.
Бер көн ҡәйнәм минең әсәйгә барған. "Икенсене алып ҡайтабыҙ, тиҙәр, нишләтәбеҙ быларҙы?"- тигән. "Нисек инде нишләтәбеҙ? Һеҙгә һыймаһалар, үҙебеҙҙә йәшәрҙәр", - тигән әсәйем. Әсйемә менән дә барып сыҡмағас, мине ситкә йөрөп ауырға ҡалыуҙа ғәйепләп, кешегә һөйләне. Ә бына декрет аҡсаһын бик тиҙ һорап алды. Хатта никах аҡсаһын үҙенә алған ине. Йәнәһе, сығымдары күп булған.

Ә ирем, уның үлемтеккә йыйған аҡсаһын алып, эсеп бөтөргән.
Беренсе балаға 1 йәш кенә тулған ине икенсегә ауырға ҡалғанда. Ул бала төндә илап йонсота. Үҙемә лә бик ауыр. Ҡәйнәм иртә менән дә тора ла, дөбөр-шатыр йөрөй. Кер йыуғанда минең аҡ кейемдәрҙе ҡара носкиҙар менән бергә кер йыуыу машинаһына тыға. Йә дөбөр-шатыр өй йыйыштыра, пылесос ҡабыҙа ине.
Ирем мине туҡмай башлаһа: "Улым, балалар алдында туҡмама, кешегә һөйләрҙәр", - ти торғайны...
Әле уйлайым да, ни өсөн түҙҙем икән?.. Һөйләһәң - һөйләп бөтөрөрлөк түгел инде. Хәҙер инде ҡәйнәм бик ныҡ олоғайҙы. Беҙ ҙә айырым йәшәйбеҙ. Ирем уның янына йыш бармағанға асыулана. Үткәндәрҙе оноторлоҡмо һуң?

Аноним

Автор:
Читайте нас