Мораҙым
+23 °С
Дождь

ЧУРЧХЕЛАны үҙегеҙ яһағыҙ

Күпкә тәмлерәк һәм файҙалыраҡ итеп ЧУРЧХЕЛАны үҙегеҙ яһағыҙ

ЧУРЧХЕЛАны үҙегеҙ яһағыҙЧУРЧХЕЛАны үҙегеҙ яһағыҙ
ЧУРЧХЕЛАны үҙегеҙ яһағыҙ

Йылы яҡҡа барыусыларҙың күбеһе нәҡ шул тәмлекәсте күстәнәс итеп алып ҡайта. Ә бит уны үҙең дә эшләп алырға була. Подслушано (В) Зиянчуринском районе тигән төркөмдә бер яҡташыбыҙ уны әҙерләү рецебы менән бүлешә: "Аҙаҡ үҙем эшләп ҡарарға ҡыҙығып, интернеттан рецебын да өйрәнгәйнем, тик сәтләүектәрҙе епкә теҙеп элеп, өҫтөнән ҡат-ҡат һут ҡойоп ултырыу мәшәҡәтенән ҡасып тотонманым. Быйыл башымда чурчхеланы сушилкаға йәйеп һалып эшләү идеяһы тыуҙы. Үҙенә күрә бер "ялҡау чурчхела" килеп сыҡты.

 

Эшләп ҡарағыҙ — үкенмәҫһегеҙ. Быйыл емеш-еләк юҡ тимәгеҙ. Уның өсөн магазин һуты (сок), хатта һөт тә бара, шуға ҡыш буйы эшләп ашарға була. Мин һутты баҡса еләгенән үҙем яһаным. Бер кило еләккә бер литр һыу ҡойоп ҡайнаттым да һөҙөп алдым.

 

Рецебы шундай: бер литр һутҡа 100 грамм кукуруз крахмалы йә юғары сортлы он, 200 мл һыу, шәкәр (үҙең теләгәнсә), 200 грамм сәтләүек алаһың.

 

Һутты кәстрүлгә ҡойоп ныҡ итеп эҫетәһең, уға алдан һыуға иҙеп әҙерләгән крахмалды (шәкәр ҙә шунда була) ҡояһың да болғай-болғай ҡуйы кисель хәленә еткерәһең. Хәҙер алдан ваҡлап ҡуйылған сәтләүекте өҫтәп болғатаһың да, утты һүндереп, 15-20 минут тирәһе массаның һыуына биреүен көтәһең. Инде батмустарға ҡойоп сушилкаға (духовкаға) оҙатһаң да була. Чурчхела пастилаға ҡарағанда тиҙерәк кибә (4-5 сәғәт тирәһе).

 

Минең чурчхелам абхаздарҙыҡынан да, төрөктәрҙекенән дә тәмлерәк килеп сыҡты. Уларҙыҡы ҡатҡан була икән. Эшләгән ыңғайы тәмле, ята бирһә ҡата башлай, тәме ҡайтышлана. Бешеренеү ҡағыҙына төрөп һаҡларға кәрәк".

Автор:
Читайте нас