

Шулай итеп, ниндәй аҙыҡ-түлек энергия алырға һәм эш ритмына инергә ярҙам итә?
Банан иң яҡшы энергия сығанағы булып тора. Унда магний һәм бөтә организмдың теүәл эшләүе өсөн бик мөһим булған калий макроэлементы бар. E, C һәм B6 витаминдары күҙәнәк бүленеүен һәм матдәләр алмашыныуын көйләй. Банандарҙа күҙәнәкле туҡыма ла бар. Көндөң тәүге яртыһында 1-2 емеш ашарға кәңәш итәләр.
Йомортҡа ла көс-ҡеүәтте арттырырға ярҙам итә. Унда тимер, аҡһым һәм холин (В төркөмө витамины) бар - был матдәләр мейенең әүҙем эшләүе өсөн кәрәк. Бынан тыш, аҡһым мускулдарҙы үҫтерә, сәләмәт метаболизмға булышлыҡ итә.
Сәтләүектәрҙә аҡһымға бай. Был продукт матдәләр алмашыныуын көйләргә һәм мейе эшен әүҙемләштерергә ярҙам итә. Составында баҡыр, магний һәм рибофлавин да (организмға энергия эшләп сығарыу өсөн кәрәкле В төркөмө витамины) бар.
Күтәренке кәйефтә булырға теләһәгеҙ, цитрус емештәрен онотмағыҙ. Цитрустарҙың ҡабығында эфир майҙары бар, улар мейе эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Бер әфлисун, лимон йәки лайм еҫенән генә лә беҙҙең фекерләү һәм физиологик процестар ҡырҡа әүҙемләшә, арыу онотолоп, һөҙөмтәлерәк эшләй башлайбыҙ. С витаминына бай әфлисун, лимон, мандарин, лайм бәхет, шатлыҡ, ҡәнәғәтлек һәм энергияның ташып китеүен тойорға мөмкинлек бирә.
Кешегә көс-ҡеүәт, дәрт өҫтәүсе - һыу. Ул организмды кислород менән туйындыра һәм һыуһыҙланыуға юл ҡуймай (һыуһау - хроник арыу һәм йоҡоһоҙлоҡтоң төп сәбәбе). Әгәр етәрлек күләмдә һыу эсмәһәгеҙ, тәүлегенә 8-әр сәғәт йоҡлаһағыҙ ҙа, организм барыбер тиҙерәк арыясаҡ. Шуға күрә, арығанда кофе урынына бер стакан ябай һыу эсегеҙ.