

Көндө һәм мәшғүллекте дөрөҫ ойоштороу.
Туйғансы йоҡлау. Тәүлегенә 6 сәғәттән кәмерәк йоҡлау кәйефкә кире йоғонто яһай.
Зарядка эшләү. Йоҡлағандан һуң тән бер аҙ хәлһеҙләнә, тиҙерәк уяныр өсөн зарядка яһарға, шунан һуң ғына һалҡын һыу менән йыуынырға йәки контраст душ инергә кәрәк.
Көндө алдан планлаштырыу.
Дөрөҫ туҡланыу.
Төштән һуң 15 минут серем итеп алыу. Был ваҡыт эсендә мейе яңы көс туплап, ял итеп өлгөрә һәм һуңынан һөҙөмтәлерәк эшләй башлай.
Саф һауала йөрөү. Йылы бүлмәлә организмдағы процестар әкренәйә, шуға эш барышында асыҡ тәҙрә янына килеп, бер нисә минут самаһы саф һауа һулап алырға мөмкин.
Йышыраҡ хәрәкәт итеү. Һәр сәғәт һайын бер нисә минут күнекмә эшләргә ғәҙәтләнегеҙ, бик тә булмаһа ултырғыстан тороп, йөрөп алығыҙ. Шулай уҡ лифтҡа түгел, ә баҫҡысҡа өҫтөнлөк бирегеҙ.
Авторы - Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА! Күсереп алыу тыйыла!