

1936 йылда Сәлих ауылында донъяға килгән Сәлимйән Шәкир улы ауыр йылдарҙың барлыҡ михнәттәрен үҙ елкәһендә татып үҫә. Оҙайлы хеҙмәт йылдарын балаларға белем һәр тәрбиә биреүгә бағышлай.
1969-1998 йылдарҙа Яңауыл мәктәбендә уҡыта, көн дә 7-8 саҡрым юлды йәйәүләп үтә.
-Һәр ваҡыт иртән бөтә уҡытыусыларҙан да алда килә торған ине, - тип иҫләй уның элекке коллегалары.
Сәлимйән Шәкир улы намыҫлы хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ветераны” миҙалына, “Мәғариф алдынғыһы” түш билдәһенә һәм “Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы” исеменә лайыҡ була.
Абруйлы аҡһаҡал тормош иптәше Өммөгөлсөм Самат ҡыҙы менән бына инде 65 йылға яҡын татыу ғүмер кисерә.
Бөгөн улар балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, килен-кейәүҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, уларҙың ярҙамын, ихтирамын тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Әйткәндәй, был аҙнала юбилярҙы яҡындары, Яңауыл мәктәбендә бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, район мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов һәм уның урынбаҫары Рәфҡәт Мырҙабаев, Исем ауыл биләмәһе хакимиәте етәкселәре ҡотлаған һәм үҙҙәренең иң изге теләктәрен еткереп, бүләктәр тапшырған.
- Атайыбыҙ бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаны. Ул – абруйлы уҡытыусы. Шуға ла ҡәҙерлебеҙҙең ғүмер байрамы беҙҙең өсөн генә түгел, ә йөҙләгән уҡыусыһы өсөн дә ҙур байрам.
Уҡытыусы булыу – ябай һөнәр түгел, ул – булмыш, күңел ҡушыуы. Беҙҙең уҡытыусыбыҙ ғына түгел, ә тормошобоҙҙоң иң яҡты өлгөһө лә ул атайыбыҙ! Ул ғүмер буйы белем генә түгел, ә намыҫлылыҡ, аҡыл, сабырлыҡ үрнәге булып тора, - ти Сәлимйән Шәкир улының балалары.
Абруйлы аҡһаҡалға яҡындарын һөйөндөрөп, шаулап килгән яҙҙарҙы тағы ла күп йылдар бергә ҡаршы алырға яҙһын!
Фотолар ғаилә архивынан һәм Яңауыл ауыл клубы төркөмөнән алынды.