Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
13 Февраль , 11:30

Үәт, зараза!

Үәт, зараза!

Үәт, зараза!
Үәт, зараза!

1971 йыл, ауылға тормош иптәшем менән отпускаға ҡайттыҡ. Вәхиҙә апайым ҡунаҡҡа саҡырҙы. Улы Азатҡа яңы ике йәш тулып уҙған ине. Ишек төбөндә торған минең осло тағалы итегемде кейҙе лә, башын борғолап итеккә ҡараны ла аптырап, “Үәт, зараза итек, күтәрә бит!”-тип ҡуйҙы.

Битеңде һөрт!
Ауылыма ҡайтҡас, Мәҙинә еңгәмдең битенә ҡарап ҡуйҙым да, бер хәлде иҫемә төшөрөп, ”Йәш ваҡыттағы битеңдәге ҡыҙыллыҡ ҡайҙа киткән?”- тип көлөп ҡуйҙым. Мәҙинә, беҙҙең арала, иң һылыу ҡыҙҙарҙың береһе булды. Һәр ваҡыт ике бите ҡып-ҡыҙыл булып янып торор ине. Ҡыш көндәре район үҙәге Мораҡта, ятаҡта ятып уҡыйбыҙ. Шулай ,бер ваҡыт ауылдан бер аҙналыҡ аҙыҡ юкмәп, ятаҡҡа килеп индек. Хаят исемле уҡытыусы апай беҙҙең ятаҡтың етәксеһе булып эшләй ине. (фамилияһын онотҡанмын) Оҙаҡ та тормай, беҙҙең арттан, Хаят апай, тикшерергә килеп инде лә, Мәҙинәгә ҡарап, әрләргә тотондо. “Хәҙерҙән үк ,битеңә ҡыҙыл һөртөп йөрөмәһәң, үҫкәс өлгөрмәм, тип уйлайһыңмы? Бар, битеңде йыу! Икенсе минең күҙемә күренәһе булма, ҡыҙыл битең менән!”-ти. Мәҙинә умывальниккә барып битен һабынлап йыуған арала, Хаят апа сығып та китте. Мәҙинә ул сығып киткәс көҙгөгә ҡараны ла, аптырап “Нисек итеп бөтөрәйем икән битемдең ҡыҙылын!”- тип илап ебәрҙе.
Иларға ла кәрәк түгел икән, йылдар үҙҙәре йыуа янып торған, ҡыҙыл биттәрҙе.

Авторы - Рәхимә Вәлиуллина!

Автор:
Читайте нас