Һеҙгә Яңы йыл табынына әҙерләргә бер нисә тәмле салат, аш-һыу рецептары тәҡдим итәбеҙ.
“Анар емеше” салаты
Ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта зауыҡлы ла, тәмле лә килеп сыға был салат.
Тауыҡтың түш ите – 200 г.,
Ҡаты сыр – 100г.,
Йомортҡа – 2,
Ҡыҙыл һуған – 1,
Анар емеше (гранат) -1
Майонез – 100г.,
Шәкәр – 1 аш ҡалағы,
Тәменсә тоҙ, ҡара борос.
Бешкән тауыҡ итен турап, майҙа ҡыҙҙырып алырға. Һуғанды - ваҡлап, йомортҡаны бешереп, һыуытҡас шаҡмаҡлап турарға. Тауыҡ ите (тоҙ һибеп), һуған (тәменсә шәкәр һәм ҡара борос ҡушып), йомортҡа, сырҙы сиратлап ҡатлап һалырға, араларына майонез һыларға. Өҫтөн анар емеше менән биҙәп, табынға бирергә.
“Гүзәл ханым” салаты
Кәбеҫтәне, ветчинаны турағас, кукурузды ҡушып, бергә болғайһың. Сохарый ѳҫтәгәс, тоҙ һалып майонез менән яҡшылап бутау зарур. Был салатты йәһәт кенә табынға ҡуйыр кәрәк, юғиһә бер нисә сәғәттән сохарыйҙары ебейәсәк.
“Ҡар королеваһы”
Тауыҡ филеһы - 200 г.,
консерваланған ананас - 200 г.,
сыр - 100 г.,
консерваланған кукуруз - 100 г.,
мандарин - 2 бѳртѳк,
майонез - 2 аш ҡалағы, тоҙ
- Тауыҡ филеһын бешереп һыуытырға, шаҡмаҡлап турап мискәгә һалырға;
- ананасты шаҡмаҡлап турарға;
- мискәгә туралған ананасты, шаҡмаҡланған сырҙы, консерваланған кукурузды ѳҫтәргә;
- майонез, тоҙ ҡушып яҡшылап болғатырға һәм мандарин бүлкәләре менән биҙәргә.
Ләүәшкә уралған “Оливье”
Бешерелгән колбаса - 100 г.,
картуф - 2 (уртаса ҙурлыҡта)
йомортҡа – 2,
маринадланған ҡыяр – 2 (уртаса ҙурлыҡта)
кишер – 1 (уртаса ҙурлыҡта)
йоҡа ләүәш - 1 йәйем
йомшаҡ сыр – 2 аш ҡалағы,
майонез
Йәшелсәләрҙе йыуып, алдан бешереп ҡуйырға. Ләүәште йәйеп, бер аҙ һалып торорға; йомшаҡ сыр һыларға.
1-се ҡатлам - ҡырғыс аша үткәрелгән колбаса;
2-се ҡатлам - ҡырғыс аша үткәрелгән кишер;
3-сѳ ҡатлам - ҡырғыс аша үткәрелгән картуф:
4-се ҡатлам - ҡырғыстан үткәрелгән маринадланған ҡыяр;
5-се ҡатлам - майонезды йоҡа ғына итеп һыларға;
6-сы ҡатлам - майонез ѳҫтѳнә ҡырылған йомортҡа һибергә;
Ҡатлы йәймәне рулет итеп тѳрѳргә һәм киҫеп табынға ҡуйырға.
Әфлисун эсендә емеш-еләк
Эре әфлисундарҙы йыуырға, бешекләргә һәм киптерергә. Бәләкәй үткер бысаҡ менән уларҙан кәрзиндәр яһарға, эсен алырға. Ҡауын, ҡарбуз һәм әфлисунды шаҡмаҡлап турарға, йөҙөм һалырға һәм барыһын бергә бутап, кәрзиндәргә тултырырға. Салаттың өҫтөнә емеш-еләк һуты ҡойорға, шәкәр онтағы ҡушып туҡылған һөт өҫтө йә ҡаймаҡ, еләк һәм бөтнөк япраҡтары менән биҙәргә. Салат һалынған кәрзиндәрҙе табынға һыуытып, һай быяла креманкаларҙа бирергә.
Әфлисун йәки грейпфрут,
ҡауын 20-25 г.,
ҡарбуз 25-30 г.,
йөҙөм емеше - 20-25 г.,
емеш-еләк һуты 10 г.,
һөт өҫтө 10-15 г.,
еләк 5 г.,
бөтнөк 1г.
Мандаринлы тауыҡ
Бешкән тауыҡ итен ваҡ итеп турарға. Алманы, ҡабығынан таҙартып орлоҡтарын алғас, оҙонсалап турарға. Помидорҙы өлөштәргә бүлергә, ҡыярҙы ла турарға, ә мандаринды таҙартып, бүлкәстәргә бүлергә.
Лимон һуты менән майонез соусы һалып бутарға һәм йәшел салат япраҡтарына өйөргә. Үҙегеҙгә оҡшағанса, мандарин йә тәмләткес үләндәр менән биҙәргә.
Салат өсөн кәрәк:
Бешкән тауыҡ ите -30-35 г.,
алма 15-20 г.,
ҡыяр, помидор (салат күләменә ҡарап),
мандарин -20-25 г.,
лимон һуты - 5-10 г.,
майонез -2 г.,
йәшел салат -5 г.,
тәмләткес үләндәр -2 г.
Көршәк ашы
Әҙер итте өлөштәргә (4-5 киҫәк) бүлергә, тоҙ, борос һибергә, иретелгән майҙа ҡыҙҙырырға. Итте көршәктәргә һалырға, эҫе һурпа ҡойорға һәм ҡара емеш, фасоль, еңелсә ҡыҙҙырылған помидор, һуған, кишер һәм тәмләткестәр өҫтәргә. Барыһын бергә талғын утта әҙер булғансы быҡтырырға. Бешеп сығыр алдынан бал өҫтәргә, бутарға һәм ваҡлап туралған тәмләткес үләндәр һибеп табынға бирергә. Көршәк ашын йәш йылҡы итенән дә әҙерләргә мөмкин.
Аш өсөн:
Һыйыр ите (йә ҡаҙ ите) -100-150 г.,
һурпа – 1 стакан,
иретелгән май 10 г.,
башлы һуған 15-20 г.,
бешкән фасоль 80-100 г.,
төшһөҙ ҡара емеш 30-40 г.,
яңы помидор 15-20 г.,
бал 10-15 г.,
кишер 10-15 г.,
петрушка йәки укроп 2-3 г., кәрәгенсә тоҙ һәм тәмләткестәр.
“Аҡҡош” жюльены
Бешкән ҡош итен (ҡыртышһыҙ) ваҡлап турарға һәм аҡ майҙа еңелсә ҡурырға. Бәшмәктәрҙе таҙартырға, матурлап йыуырға, яртылаш әҙер булғансы бешерергә, унан һуң ҡош ите кеүек турарға һәм әҙер булғансы ҡурырға, ҡаймаҡ соусы ҡойоп, талғын утта 4-5 минут быҡтырырға.
Әҙер массаны махсус һауыттарға тултырырға, өҫтөнә ҡырылған сыр һибеп, әҙерәк май ҡойорға һәм эҫе мейестә алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға.
Жюльен аҫтан көймәһен өсөн аҫтына һыулы таба ултыртырға мөмкин.
Ҡаймаҡтан соус әҙерләү:
ондо майһыҙ ғына ҡыҙҙырырға, һыуытырға, иретелгән май менән бутарға һәм ҡаймаҡ һалырға, бер аҙ ҡайнатырға, тоҙ, аҡ борос һибеп, 3-5 минут бешерергә.
Кәрәкле аҙыҡ-түлек:
ҡаймаҡ 250 г., он 15 г., аҡ май 15 г., борос, тоҙ тәменсә, бешкән тауыҡтың ите 30-35 г, ҡурылған бәшмәк (аҡ бәшмәк) 10-15 г, аҡ май 5 г, ҡаймаҡлы соус 25-30 г, ҡаты сыр 2-3 г.
“Баяр” өлөшө
Һимеҙ һарыҡ итен (йыл хужаһын рәнйеткегеҙ килмәһә, ҡош ите алығыҙ) уртаса ҙурлыҡтағы киҫәктәргә (1 порцияға 4-5 киҫәк) бүлергә. Туралған һуған, кишер, бәшмәк менән еңелсә ҡурырға һәм барыһын да балсыҡ көршәктәргә һалырға. Өҫтөнә эҫе һурпа ҡойорға, ит әҙер булғансы әкрен генә быҡтырырға. Әҙер булыр алдынан айырым бешерелгән фасоль һәм тәмләткестәр һалырға. Табынға бирер алдынан ваҡлап туралған һарымһаҡ һәм укроп һибеп сығырға. Һарыҡ һәм ҡаҙ итенән (1:1) бешерелгән өлөш тағы ла тәмлерәк була.
Һарыҡ ите 130-150 г.,
башлы һуған 15-20 г.,
кишер 10-15 г.,
яңы бәшмәк (аҡ бәшмәк йәки көләпә) 50-60 г.,
фасоль 40-50 г.,
һурпа 300-350 г.,
иретелгән май 10-15 г.,
кәрәгенсә тәмләткес үләндәр.,
һарымһаҡ, тоҙ, бөртөклө борос һәм лавр япрағы.