М.Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһы базаһында ойошторолған семинарҙа биш райондан – Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Күгәрсен райондарынан 40 йәш педагог ҡатнашты. Белгестәр үҙ-ара танышты, һөнәри оҫталыҡта тәжрибә уртаҡлашты...
Өфөнән һәм ситтән килгән ҡунаҡтарҙы, профсоюз тормошонда әүҙемлек күрһәткән мәғариф белгестәрен гимназияла дәртле ҡурай моңдары һәм яҡты йөҙ менән ҡаршы алдылар. Гимназияның “Ялҡын” бейеү ансамбле (етәксеһе - Әлиә Ташбулатова) һәм вокаль ансамбле, мәктәптә кескәй таланттарҙы ҡурай серҙәренә төшөндөрөүсе Линар Сәйфетдинов етәкләгән “Бәйембәт” этно-рок төркөмө сығышы, Анна Бочкарева өҙҙөргән “Уралҡайым” йыры йәнле сараға милли рух өрҙө.
Тантаналы өлөштә иң тәүҙә мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов йәш педагогтарҙы ихлас тәбрикләп, мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштар, йәмғиәтебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге лә нәҡ уларға бәйле икәнлеген билдәләп уҙҙы. Данлы Күгәрсен еренән сыҡҡан Шәһит Хоҙайбирҙин, ил ағаһы Мортаза Рәхимов, Зәйнәб Биишева, Александр Филиппов кеүек арҙаҡлы шәхестәрҙең исемдәрен телгә алып, изге һөнәр эйәләренең шәхестәр, таланттар, шулай уҡ бөгөн ил һағында ғорур торған Ватан улдарын үҫтереүҙәге роленең баһалап бөткөһөҙ икәнлеген иҫкә төшөрҙө. Мәғариф эшсәндәренең мәнфәғәттәрен, хоҡуҡтарын яҡлаусы профсоюз ойошмаһының әһәмиәтен билдәләп уҙырға ла онотманы. РФ фән һәм халыҡ мәғарифы эшсәндәренең республика профсоюзы ойошмаһының ойоштороу эше бүлеге мөдире Әлиә Мәзитова семинарҙың йәштәргә киләсәктә дәртләнеп эшләр өсөн нигеҙ һалыуына өмөт бағланы.
Башҡортостан Республикаһының йәш педагогтар Советы рәйесе Эльвира Шәймөхәмәтова йәш белгестәр өсөн республика кимәлендә семинар-кәңәшмәнең быйыл иң тәүгә ойошторолоуын һәм ағымдағы уҡыу йылында 6 сара планлаштырылыуын, төньяҡ-көнбайыш райондар өсөн беренсе зональ семинарҙың Балтас ауылында, икенсеһен тап беҙҙә, Күгәрсен районында уҙыуын билдәләп, 2024 йылдың июленән башлап республика профсоюз ойошмаһы тарафынан ойошторолған күркәм сараларҙы һанап үтте. Шуныһы ҡыуаныслы – республика кимәлендә генә түгел, Бөтә Рәсәй педагогик форумдар, бәйгеләр сигендә илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә уҙған сараларҙа, конкурстарҙа бай тәжрибәле уҡытыусылар менән бер сафтан йәш белгестәр ҙә әүҙем ҡатнаша, йәш педагогтар һәр саҡ өҫтөнлөктә.
Артабан һәр район презентация тәҡдим итте, йәғни урындарҙа йәш педагогтар Советы эшмәкәрлеге менән таныштырып үтте. Хәйбуллалар бында креатив, ижади ҡарашлы, йылайырҙар ғәҙел булыуы менән айырылып торҙо. Әлбиттә, ҙур байрамды тоҫмаллатҡан семинарҙа үҙебеҙҙекеләр, күгәрсендәр йәнле “майҙан тотто”. Күгәрсен районының йәш педагогтар Советы рәйесе, М.Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһының тарих уҡытыусыһы Алһыу Фәйезова урында мәғариф системаһының нисек үҫеүе, был өлкәлә ҡаҙаныштар тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе; зәңгәр экрандағы видеотаҫмаларҙан йәш педагогтарҙың райондың мәҙәни, спорт тормошонда ла ҡайнап йәшәүе асыҡтан-асыҡ күренде. Гимназияла йәйгеһен эшләгән “Һаулыҡ” хеҙмәт һәм ял лагерының “Балаларҙың ялын һәм хеҙмәтен иң яҡшы ойоштороу – 2024” республика бәйгеһенең еңеүсеһе, районда 1 Рәхимов, 2 кадет, 3 шайморатовсылар класы булыуы ла, улар менән эшләргә йәш белгестәрҙең йәлеп ителеүе лә күпте һөйләй. Мәҫәлән, шайморатовсыларҙы ҙур бәйгеләргә әҙерләгән физкультура уҡытыусыһы Әлиә Илфак ҡыҙының юғары күрһәткестәре хәҙер күҙгә күренерлек. Райондың йәш педагогтары йыл һайын профсоюз ойошторған “Һаулыҡ” спартакиадаһында әүҙем ҡатнашып, спорт өлкәһендә лә ҙур уңыштар яулай. Һуңғы өс йылда 24 йәш педагог ГТО нормаларын тапшырып, төрлө отличие билдәләренә эйә булған. Инициативалы, тырыш Алһыу Радик ҡыҙының үҙенең әүҙем эшмәкәрлеген дә күреп-белеп торабыҙ. Үҫмерҙәр менән музейҙарға сәйәхәт ҡылып, уларҙа халҡыбыҙ ҡомартҡыларына, тарихи үткәндәргә ихтирам тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн тос индергән йәш белгес республика кимәлендә төрлө марафондарҙа ла ҡатнашып, район исемен ҡыйыу яҡлай.
Гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы Гөлнара Исҡужина үткәргән һәм команда берләшеүенә йүнәлтелгән тренинг семинарҙың эшлекле өлөшөн тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Баҫҡан ерендә ут сығарған һәләтле уҡытыусы биш райондан йыйылған йәш педагогтарҙы бер команда итеп туплауға һәм уларҙан берҙәм рәүештә яңы замандың йәш педагогы портретын төҙөтөүгә иреште.
“5 минут эсендә өйрәтәм” мастер-кластар барышында йәштәр ысынлап та ижади яҡтан асылды. Сығыштар Халыҡтар берҙәмлеге көнө (Альбина Маликова, гимназия), “Ғаилә – рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы” (Ксения Вережан, Йылайыр) темаларын яҡтыртты, хәйбуллалар милли уйындар менән конкурстар үткәрһә, ейәнсуралар коллегаларын “Рәсәй триколоры” төҫөндә брошь эшләү серенә төшөндөрҙө.
Эльвира Шәймөхәмәтова етәкселегендә уҙған түңәрәк өҫтәлдә йәш педагогтар үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы уртаға һалып һөйләште. Өфө ҡунаҡтары һәм йәш педагогтар делегациялары күңеленә Күгәрсен тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына сәйәхәт ҡылыу бигерәк тә хуш килде.
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Автор фотолары.
Елена Хаффазова, РФ фән һәм мәғариф эшсәндәренең республика башҡорт профсоюз ойошмаһы рәйесе:
- Биш райондан йәмғеһе 40 йәш педагог коллегалар менән танышыу һәм һөнәри белем кимәлен күтәреү, һөнәри оҫталыҡ тәңгәлендә мөһим һорауҙарҙы барлау маҡсатында мәғариф күсмә семинарҙа ҡатнашты. Уларҙы йылы ҡабул итеүсе район етәкселегенә, социаль эштәр буйынса район хакимиәте башлығы Илнур Сәйфуллин һәм мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәновҡа, юғары кимәлдә семинар ойошторуға күп көс һалған Күгәрсен районы мәғариф профсоюзы территориаль ойошмаһы рәйесе Рәфҡәт Мырҙабаевҡа оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Семинар йәнә лә берҙәм хеҙмәттең әһәмиәтен күрһәтте, киләсәк быуын педагогтарын дәртләндереү һәм артабан үҫтереүгә нигеҙ һалды.