Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Октябрь 2025, 16:05

Юл төҙөргә лә алтын ҡулдар, ныҡ елкә кәрәк!

Самат Ҡотлоғужин үҙ еренең бөгөнгөһө һәм киләсәгенә битараф булмаған илһөйәр рухлы, таһыллы ир аҫылы егерме йылдан артыҡ ғүмерен ошо өлкәгә бағышлаған.  Ул 2002 йылдың яҙында Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығына “сезонлы” эшкә килә. Тәүге дүрт-биш йылда яҙлы-көҙлө асфальт һалыу эшендә ҡайнап, эшенә берегеп китә һәм предприятиеның тулы хоҡуҡлы хеҙмәткәренә, айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелә. - Эшемде яратам, белгән эшем, үҙ өлкәм! – ти ихлас күңелдән Самат Шәриф улы.

Юл төҙөргә лә алтын ҡулдар, ныҡ елкә кәрәк!
Юл төҙөргә лә алтын ҡулдар, ныҡ елкә кәрәк!

Асфальт һалыу эшенең анһат түгеллеге күптәргә билдәле.  Бында ныҡ елкә, ныҡлы һаулыҡ кәрәк. Уларҙың эше күпселек ваҡытта иртәнге 8-ҙән ҡараңғы төнгә тиклем дауам итә. Эш күләменә ҡарап, ҡайһы бер саҡтарҙа ял көндәрендә лә эшләргә тура килә. Иртә яҙҙан ҡарлы һыуыҡтарға ҡәҙәр асфальт һалһалар, ҡышҡыһын Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшсәндәре туҡталыш урындарын, күперҙәрҙе ҡарҙан таҙартып тора; йыл әйләнәһенә юл буйҙарының таҙалығын да хәстәрләй, район буйынса уҙған экологик өмәләрҙән дә ситтә ҡалмай. Ә үҙ бурыстарына намыҫ, коллективына хөрмәт менән ҡараусы Самат Ҡотлоғужин һәр саҡ һәр эштең уртаһында ҡайнай.

Автор: Гульшат Саитбаталова
Читайте нас