Уйсан ине ҡатынҡай
Малайын тубығына ултыртып, автобуста бер ҡатын китеп бара. Арыу кейенгән. Йәнәшәһендә ир ултыра, уның да өҫтө-башы фырт. Эйе, улар ауылға уның туғандарын күрергә, өйләнеүгә фатиха алырға юлланған.
Ҡатын уйсан. Ниңә малайҙы алдына алманы әле буласаҡ ире... Үҙенеке булмағас, ни бысағыма, тиме. Туҡта, туҡта, ә анау көндө?
...Ярты йыл була инде буйҙаҡ ирекәйҙең балалы ҡатынға йөрөүенә. Илгәҙәк малай уға тиҙ өйрәнде, хатта ҡай саҡ «атай» тип өндәшергә самалай, аңын-тоңон белмәйенсә. Күстәнәс менән уйынсыҡ тотоп, уҙған ялда ирекәй йәнә килде өйҙәренә. Ауылына барырға килештеләр. Шул саҡ ишектән малайы күренде. Ул шунда уҡ таныш кешеһенә ынтылды, тупраҡлы ҡулдары менән хатта тубығына һарылды. Тегеһе сабыйҙы еңелсә этеп ебәрҙе. Әллә ҡупшы костюмы бысраныуҙан ҡурҡты. Әллә... бала яратмай.
Ошо ваҡиғаны иҫләп, башын тотто ҡатынҡай. Ир булаһы юлдашы йоҡомһорап килә; башын тәҙрәгә терәп, малайы ла ойоған. Аһ, тормош юлы ауыл юлы ғына түгел дәһә. Һуң түгел, кире боролорға! Ҡатын бер ҡулына улын етәкләп, бер ҡулына төйөнсөгөн күтәреп, водителгә ниҙер өндәште.
Автобус туҡтаны. Тиҙҙән малай етәкләгән ҡатын, уңға-һулға ҡаранып, юл ашаһындағы туҡталышҡа атланы.
Сана һәм бала
Ҡыш. Бәләкәйерәк ағас санала юрғанға төрөүле килеш ятам. Елмерҙәк тауы текәһендә ысҡынды бит сана атай ҡулынан. Күрше ауылдан ҡунаҡтан ҡайтып килгәс ни, хәле-торошо ҡулайһыҙыраҡ сағы ла булғандыр. Сана елә, ҡыҙа бара, ярай әле, боролошта йомшаҡ көрткә ҡаҙалды. Ҡолар ине юғиһә арыраҡ тәрән йырынға.
Шуны һөйләһәм, атам-әсәм ғәжәп ҡыла ине: ҡайҙан иҫләйһең, бәләкәй инең бит... Ҡурҡыштан хәтергә һеңгәндер, моғайын.
Сабир ШӘРИПОВ