Мораҙым
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
1 Август 2025, 11:00

Һуғыш балалары белем алған уҡыу йорто

Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районының Мораҡ башҡорт педагогия училищеһы 1946 йылда Дәүләкән педагогия  училищеһы нигеҙендә асыла. 1955 йылда был уҡыу йортона Йылайыр педучилищеһы ла ҡушыла.

Һуғыш балалары белем алған уҡыу йортоҺуғыш балалары белем алған уҡыу йорто
Һуғыш балалары белем алған уҡыу йорто

Ул ваҡыт өсөн уның бик бай китапханаһы, өҫтәмә төкәтмәләре, ярҙамсы хужалығы, аттары, емеш-еләк баҡсаһы булған.

 Белем усағы йыл һайын 300-ҙән артыҡ белгесте - ауыл уҡытыусыларын әҙерләп сығарған. 10 йыл эсендә 1500 уҡытыусы ауыл мәктәптәрендә балаларға төплө белем биргән. Училище директоры булып Х.К.Кәбиров ағай бик уңышлы эшләгән.

 Был данлыҡлы уҡыу йортон уңышлы тамамлағандар араһында артабан юғары белем алған арҙаҡлы ғалимдар, фән эшмәкәрҙәре, тел белгестәре, яҙыусылар, юғары уҡыу йорто уҡытыусылары бихисап. Дауамы гәзиттә. 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас