Мораҙым
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
1 Август 2025, 10:40

Ҡара ерҙе алтын итә игенсенең ҡулдары

Республикала ауыл хужалығы культураларын урып-йыйыуҙы ойоштороу буйынса “Баҫыу көнө -2025” республика семинар-кәңәшмәһе уҙҙы.

Ҡара ерҙе алтын итә игенсенең ҡулдарыҠара ерҙе алтын итә игенсенең ҡулдары
Ҡара ерҙе алтын итә игенсенең ҡулдары

Унда Хөкүмәт, БР Ауыл хужалығы министрлығы етәкселәре һәм белгестәре, район хакимиәттәре башлыҡтары һәм уларҙың урынбаҫарҙары, ауыл хужалығы идаралыҡтары (бүлектәре) начальниктары һәм хеҙмәткәрҙәре, ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре һәм белгестәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

 - Һуңғы алты йылда беҙ семинарҙарҙы зона принцибы буйынса үткәрҙек - төбәктең дүрт-биш климат зонаһында. Бөтә республиканы урап сыҡтыҡ, ауыл хужалығы культураларының күп төрҙәрен күрҙек, һынап ҡараныҡ, - тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Бөгөн берҙәм майҙансыҡта яңы этап башлайбыҙ. Урын Өфөнән алыҫ түгел, республикабыҙҙың бөтә мөйөштәренән аграрийҙарға килеү уңайлы булыр.

 Был бер көнлөк сара булмаясаҡ. Төрлө миҙгелдә - тупраҡ эшкәртелгән осорҙан, үҫемлектәрҙе ҡарауҙан башлап, урып-йыйыу эштәре менән тамамланғансы - белгестәргә килеп эшләргә, уҡырға, тәжрибә уртаҡлашырға мөмкин.

 Бында 300-ҙән ашыу тәжрибә сәсеүлеге урынлашҡан. Алдағы йылдарҙа уларҙы 1000-гә тиклем еткерергә мөмкин. Шуныһы мөһим - бөгөн тәҡдим ителгән төрҙәрҙең һәм гибридтарҙың 30 проценты яңы. Тимәк, күп кенә аграрийҙар уларҙы беренсе тапҡыр күрәсәк һәм танышасаҡ.

Сарала ҡатнашыусылар алдында Башҡортостан ауыл хужалығы университеты ректоры Илдар Ғәбитов һәм Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников сығыш яһаны.

 Аграрийҙарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров сәләмләне.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас