Газ үткәргес республика адреслы инвестиция программаһы буйынса 2023 йылда төҙөлә башлай, ә 2024 йылда төбәктәрҙе газлаштырыу буйынса федераль программа сиктәрендә ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлөшө тамамлана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ил Президенты башлап ебәргән 2021-2025 йылдарға Рәсәй Федерацияһы төбәктәрен газификациялау программаһы ярҙамында районда 14 км-ҙан ашыу таратыу селтәрҙәре төҙөлдө һәм бер нисә йөҙ йорт зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылды.
Тантанала район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин да ҡатнашты.
“Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәтенең Күмертау ҡалаһындағы филиалы директоры Рөстәм Исхаҡов Мәләүез, Күмертау, Күгәрсен, Көйөргәҙе һәм Ейәнсура ҡала һәм райондарын хеҙмәтләндереүҙәре, халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырышыуҙары тураһында һөйләне.
Сарала газ менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен инҡар итмәү һәм янғын хәүефһеҙлеген тотоу кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
А.Ғәҙелшин фотолары.