Мораҙым
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
19 Март 2025, 04:55

Гүзәл заттарыбыҙ - «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсында ҡатнашты

«Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» еңеүселәре бүләкләнде Кисә баш ҡалабыҙ Өфөлә “Ҡатын - ҡыҙ-милләт әсәһе” IX Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү танатанаһы үтте. Шуныһы ҡыуаныслы, унда беҙҙең районыбыҙҙың гүзәл заттары ла ҡатнашты.

Гүзәл заттарыбыҙ - «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсында ҡатнаштыГүзәл заттарыбыҙ - «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсында ҡатнашты
Гүзәл заттарыбыҙ - «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсында ҡатнашты

Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәрҙең әсәләренә, МХО-лағы яугирҙарға ярҙам ойоштороусы ҡатын-ҡыҙҙарға айырыуса иғтибар бүленгән. «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсында ҡатнашыуға 500-ҙән ашыу  кеше теләк белдергән. 

 Конкурсанттар араһында хатта Татарстандан, Свердловск, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Төмән өлкәләренән, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәү һәм Тобольск ҡалаларынан да ҡатын-ҡыҙҙар бар.  

 Финалға үтеүселәр Рәбиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалдары менән бүләкләнгән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам ойошторған гүзәл заттарҙың эше  «Ирекмән», «Педагог», "Мәҙәниәт", "Медицина хеҙмәткәре", «Бизнес-леди», «Ҡул оҫтаһы» , «Ағинәй» номинацияларында баһаланған. Уларға  матур кубок, дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған.

 Беҙҙең райондың гүзәл заттары - Воскресенск мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Юлай ҡыҙы Аллабирҙина, Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе директоры Флорида Зәки ҡыҙы Кәримова, махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙың әсәһе Гүзәл Фәсхетдин ҡыҙы Алтынбаева, “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының социаль координаторы Эльза Садиҡ ҡыҙы Теүәлбаева был саранан сағыу тәтҫораттар менән ҡайтты.  

Был хаҡта гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас