Мораҙым
+24 °С
Дождь
Файҙалы эштәр йылы
1 Января 2025, 06:40

Ҡыҙрасовтар

Аҙнағол ауылында ғүмер кисергән Мәрйәм Ғәзиз ҡыҙы менән Ғәфүр Йомағужа улы Ҡыҙрасовтар барлығы 12 балаға – алты улға, алты ҡыҙға ғүмер бирә.

ҠыҙрасовтарҠыҙрасовтар
Ҡыҙрасовтар

был биш улдың  барыһы ла ил алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәп ҡайта. Ағай-эненең иң өлкәне – 1957 йылғы Фәтих Ғәфүр улы 1977-1979 йылдарҙа Пензала төҙөлөш батальонында хеҙмәт итә. Алдан башлап юл ярыусыға бер ҡасан да еңел түгел: бәләкәйҙән эшләп, тормоштоң әсе-сөсөһөн татып, үҙҙәренә ныҡлы терәк булған оло улдарын әрме сафтарына оҙатыу ата менән әсәгә лә, ғаиләлә тәүге булып һалдат шинелен кейгән Фәтих ағайҙың үҙенә лә, әлбиттә, бик еңелдән булмағандыр. Оло үкенескә күрә, уның ғүмер юлы бик ҡыҫҡа була, армиянан ҡайтҡас өйләнеп тә өлгөрмәй, баҡыйлыҡҡа күсә.

 1961 йылғы Радик Ғәфүр улы 1979 йылда армияға алына, тәүҙә Калининградта учебкала була, хәрби бурысын Прибалтикала - Литвала үтәп, 1981 йылда ҡайта. Ул бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәй, ҡатыны Зәлиә менән ике улға ғүмер биргәндәр, өс ейән-ейәнсәргә ҡартай-ҡәрсәй булғандар.

 Мәрйәм инәй менән Ғәфүр бабайҙың өсөнсө улдары  Владик - гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы. Аҙнағол ауылында йәшәгән һәм баҫмабыҙҙы даими алдырған, уның биттәрен көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында мәҡәләләр, хисле шиғырҙар менән байытҡан уҙаман шулай уҡ ҡасандыр һалдат шинелен кейгән һәм ил алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәгән. Ике ҡыҙы, бер ейәне, бер ейәнсәре бар.

- Армияға 1981 йылдың 22 апрелендә киттем. Өфөнән тәүҙә Иркутскиға, Иркутскиҙан Владивостокҡа самолетта остоҡ. Был ҡалала 3 ай учебкала булдыҡ, шул арауыҡта ныҡлы хәрби күнекмәләр үттек. “Хәрби диңгеҙ десантында хеҙмәт иткән һалдат бүре кеүек сос, етеҙ булырға, бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаҫҡа тейеш” ти торғайны беҙҙе әҙерләүсе командир.

 3 айҙан һуң Приморье крайының Шкотово – 17 ҡалаһына ебәрҙеләр. Бында Тымыҡ океан флотының хәрби-диңгеҙ базаһы урынлашҡан, ике йыл ғүмерем шунда үтте.

  1983 йылдың майында хәрби хеҙмәтте тамамланым. Ҡайтҡанда инде Владивостоктан Иркутскиға, унан Ырымбурға остоҡ.

 Әрме хеҙмәте күңелдә тик яҡты хәтирәләр генә ҡалдырҙы. Күп ерҙәрҙе күрергә, күп диңгеҙҙәрҙе гиҙергә тура килде.

 Һалдат саҡтағы фотоһүрәттәр менән яҡшы хеҙмәт иткән өсөн бүләк ителгән “Краснознаменный Тихоокеанский флот” тигән китапты ҡулыма алһам, йәшлеккә әйләнеп ҡайтҡандай булам, - ти Владик ағай.

 Әйткәндәй, уның да, Радик ағаһы менән Хәбир ҡустыһының да хеҙмәт иткән йылдары Афған һуғышы осорона тура килә. Шуға ла аталары менән әсәләренең һалдат улдары өсөн ҡайғырып, күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәреүен, ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнен күҙ алдына килтереүе лә ауыр... Ситтә йөрөгән һәр улын тыны менән тартып алырҙай булып көткән әсә Владик ағайҙың ҡайтып килеүен йөрәге менән һиҙгәндер: алдан бер ниндәй хәбәр булмаһа ла, матрос улын ауылдың осона сығып ҡаршы ала.

  Ғаиләләге дүртенсе ул – 1965 йылғы Хәбир 1983-1985 йылдарҙа Пенза ҡалаһында хеҙмәт итә. Ул ғаиләһе менән Мәләүез ҡалаһында йәшәй.

 Әлеге көндә ошо уҡ ҡалала ғүмер кисергән, ҡатыны Гөлбикә менән бер ул үҫтергән Рафаэль ( ул 1980 йылғы) ил алдындағы изге бурысын 1998-2000 йылдарҙа үтәй. Ул– хәрби хәрәкәттәр ветераны. Чечняла хеҙмәт иткән был улдары өсөн дә Мәрйәм инәй менән Ғәфүр бабайҙың  сәстәре аҙ ағармағандыр... Ҡыуанысҡа күрә, уларҙың биш улдары ла тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп, иҫән-һау ҡайта.

 1960 йылғы Булат Барый улы Ҡыҙрасов өҫтә атап кителгән ағай-энеләргә ике туған (уның әсәһе Бүләкбикә инәй менән Ғәфүр бабай бер туған), ул 1978-1980 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта Хабаровский ҡалаһында хеҙмәт итә. Тормош иптәше Ырымбурҙа йәшәй, ике ул, бер ҡыҙ үҫтергән пар күптән инде олатай-өләсәй булыу бәхетен татыған.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас