Мораҙым
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
14 Декабрь 2024, 07:50

Мәҙәниәткә иғтибар ҙур

VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илүзә Ниғәмәтуллина ла ҡатнашты һәм халҡыбыҙҙың ҙур ҡорона ҡарата үҙенең фекере менән уртаҡлашты:

Мәҙәниәткә иғтибар ҙурМәҙәниәткә иғтибар ҙур
Мәҙәниәткә иғтибар ҙур

VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илүзә Ниғәмәтуллина ла ҡатнашты һәм халҡыбыҙҙың ҙур ҡорона ҡарата үҙенең фекере менән уртаҡлашты:

- Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының биш йыллыҡ эшмәкәрлегенә һығымта яһаған һәм киләсәккә бик ҙур пландар ҡорған оло йыйын булды. Быны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ысынлап та, һуңғы биш йылда мәҙәниәт өлкәһеме, башҡа тармаҡ булһынмы, башҡарылған эштәр күп.
Миңә, мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән кешегә, күптән түгел генә башҡорт ҡурайсыларының беренсе ансамбле ойошторолоуы, Ҡурай, Башҡорт бейеүе көнө иғлан ителеүе ҙур ҡыуаныс булды. Был байрамдар милли мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индерер тип ышанам, – тине ул.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас