Мораҙым
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
13 Ноябрь , 12:59

Бөтәһе лә ғаиләнән башлана

Ошондай исем аҫтында районда үҙешмәкәр халыҡ ижады район фестивале стат алды. Фестиваль ауыл биләмәләре араһында үтә, улар үҙҙәренең сығыштарын тәүҙә зональ этапта күрһәтә, улар араһынан иң-иңдәре Ғаилә йылын ябыуға арналған Гала-концертҡа һайлап алына. Тәүгеләрҙән булып фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Тәүәкән ере ҡаршы алды, бында Теләүембәт, Ибрай,  Ялсы һәм Чапаев ауыл биләмәләренең һәүәҫкәрҙәре майҙан тотто, үҙ һәләттәрен күрһәтте. Эйе, тап ошондай фестивалдәр ауылдарыбыҙҙа талантлы, йырға, моңға, бейеүгә маһир халҡыбыҙ, һәр яҡлап һәләтле ғаиләләр менән яҡындан танышырға форсат бирә.

Бөтәһе лә ғаиләнән башлана
Бөтәһе лә ғаиләнән башлана

Мәҙәниәт усағы фойеһында ауыл уңғандарының ҡул эштәренән торған сағыу күргәҙмәләр менән танышырға мөмкин булды. Чапаев ауыл биләмәһе өсөн сығыш яһаған Татьяна Әлмөхәмәтованың, Ирина Выдринаның ҡул эштәре, Теләүембәт ауылынан Ләлә Харрасованың, Миңзәлә Хәкимованың сигелгән таҫтамалдары, карауат, диван һәм ултырғыс япмалары, Харрасовтарҙың шәжәрәһе, Ибрай ауыл биләмәһенән Зөлфиә Йәғәфәрованың ырғаҡ менән бәйләгән әйберҙәре күҙҙен яуын алырлыҡ ине. Тәүәкән ауылының данлыҡлы нәҫеле -Әбдрәхимовтар ғаиләһе үҙҙәренең шәжәрәһе, тырыш ул-ҡыҙҙарының тормош һәм хеҙмәт юлында яулаған ҡаҙаныштары менән таныштырҙы.  

Фестивалде Ибрай ауыл биләмәһенең һәүәҫкәр артистары асты. Сараның исеменән үк күренеп тороуынса тәҡдим ителгән концерт программаһында әсәйҙәргә, атайҙарға, тыуған илгә, ергә, балаларға бағышланған йырҙар күп булды. Ибрай ауыл биләмәһе өсөн сығыш яһаған Зөлфиә Зәйетова, Оксана Сәфиулина, Лилиә Аҡкилдина, Шәүрә Байғүбәкова, Әнисә Байдәүләтова, Әлфирә Табулдина, Ялсы ауыл биләмәһенән Миңзәлә Күсәрбаева, “Бесәнсе” фольклор ансамбле, Чапаев ауыл биләмәһенән килгән “Черема”фольклор ансамбле, Лариса Рәхмәтуллиналар моңло һәм дәртле йырҙары, ҡабатланмаҫ тауыштары менән арбаны.  Теләүембәт ауыл биләмәһе әҙерләгән концерт программаһы төплө уйланылғанлығы, сағыулығы һәм темаға тап килеүе менән айырылып торҙо, был яҡтарҙа йыр-моңға маһир, талантлы халыҡ йәшәүенә, ә иң мөһиме уларҙы мәҙәниәт усағы эшмәкәрлегенә ылыҡтырып, төрлө сараларға йәлеп итеүсе оҫта ойоштоусылары булыуына тағы ла бер ҡат инандыҡ. Тәүәкән мәҙәниәт йортоноң балалар вокаль, “Сәңкем” фольклор ансамблдәре, “Бәпембә” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, Руслан Фазлаевтың йырҙары, Замир Харрасовтың ҡурай моңдары тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе. Гөрләтеп донъялар көткән өлгөлө ғаилә парҙары - Гөлнур һәм Фуат Әлмөхәмәтовтар, Әлмира һәм Рауил Әбдрәхимовтар, Нияз Ишемғоловтың еңгәһе Хәкимә менән, Фирзәр һәм Илшат Әбдрәхимовтарҙың, апалы-һеңлеле Фидәлиә менән Диләриә Дәүләтбаевалар, Гөлфинә һәм Гөлиә Киленбаеваларҙың сығышы бик күркәм күренеш булып иҫтә ҡалды. Ауыл уңғандарының, тыуған районы мәнфәғәтенә тырыш һәм фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткәндәрҙең эшкә генә түгел, ә һәр яҡлап - йыр-моңға ла маһирлығын тағы ла бер ҡат иҫбатланы.  Ғаилә йылы сиктәрендә ойошторолған сарала Тәүәкән ауылын төйәк иткән затлы нәҫел Әбдрәхимовтарҙың бөтә туғандары менән сәхнәгә сығып, үҙ шәжәрәле менән таныштырыуына, күмәкләп гармунда өҙҙөрөүҙәренә  һоҡландыҡ та, ғорурландыҡ та.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: