Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йылы осрашыуҙан илһам-дәрт алып

 “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһенең муниципаль этабында ҡатнашыусы тәүәкәндәр яңыраҡ Татарстанда йәшәп ижад итеүсе хөрмәтле яҡташыбыҙ, яҙыусы Рәхимә Вәлиуллина менән йылы осрашыу үткәрҙе. Тәүәкән ауылы моделле китапханаһында уҙған матур сарала әҙибәнең китаптарына байҡау яһалды, халҡыбыҙҙың күркәм сифаттары, башҡорт теленең аһәңлеге, айыҡ һәм һау-сәләмәт тормош алып барыуҙың әһәмиәте хаҡында йәнле әңгәмә ҡоролдо.

Йылы осрашыуҙан илһам-дәрт алып
Йылы осрашыуҙан илһам-дәрт алып

 Теләүембәт ауыл биләмәһе башлығы Булат Ҡараҙбаев  быйыл Тәүәкән ауылының “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуын иҫкә төшөрөп, “Ил ағаһы Мортаза Рәхимовтың тыуған ауылы булғанға күрә лә муниципаль этапта еңеп, артабан юғарыраҡ һөҙөмтәләргә ирешеү беҙҙең өсөн бик мөһим”тип белдерҙе.

 Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Сәйфуллин һәр саҡ, һәр ҡайҙа үҙен данлы Күгәрсен еренән, башҡорт милләтенән икәнлеген ғорур күрһәткән яҡташыбыҙға Рәхмәт хаты тапшырып, уға киләсәктә лә ижади артылыштар, ә “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы Тәүәкән ауылы халҡына ҙур еңеүҙәр теләне. 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: