Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яралы яҙмыш

Сәйҙәнең юғалғанына бер ай тирәһе үткәс, Булат ауыл хакимиәтенә барып ҡатыны өҫтөнән ғариза яҙҙы. Йәнәһе лә, теләһә ҡайһылай йөрөп, балаларҙы ташлап, һөйәре менән ҡасып киткән. Булаттың һүҙенә ышандылар, эсһә лә, имеш, үҙенә беркетелгән эшенә яуаплы ҡарай, ҡушҡандарҙың барын да үтәй.

Сәйҙәне бөгөн район үҙәгенә саҡыртҡайнылар. Уңайһыҙланып ҡына кәрәкле бүлмәнең ишеген шаҡыны ла, инегеҙ, тигәнде лә көтмәйенсә, «Мөмкинме?» – тип эскә уҙҙы.

Өҫтәл артында олпат ҡына кәүҙәле Фәрхәт Йомағолов ултыра ине.

– Үт, үт, һеңлем. Һин беҙҙең Сәйҙә Усмановна булаһыңмы әле?

– Эйе, ағай... – Сәйҙә һаман уңайһыҙлыҡ кисерҙе.

– Тәк, һеңлем, беҙ һине Ҡансура ауылына клуб мөдире итеп эшкә ебәрергә булдыҡ. Приказ әҙер, бына алдыңда. Һинең турала ауылдаштарың бик яҡшы фекерҙә. Талант бар, халыҡ менән эшләй беләһең. Дүшәмбе көн эште башларға кәрәк буласаҡ. Ҡансура йәштәре беҙгә төбәп хат яҙғандар, нисә йыш инде унда клуб бикле тора. Йәш белгестәр төпкөл ауылдарға барып етмәйҙәр, уныһы дөрөҫ. Кино ла юҡ, тигәндәр. Шулай булғас, һеңлем, клубты аяҡҡа баҫтырырға һиңә ҡала. Ниндәй инструменттар кәрәк – һора, оялма. Ҡулдан килгәнсә ярҙам итербеҙ. Иң мөһиме, эште алып китергә кәрәк. Киномеханик та таптыҡ. Ул да һинең менән бергә эш башлаясаҡ. Фатирҙы ауыл хакимиәте үҙе ҡарап бирер. Йә, ярар, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, уңыштар һиңә, Сәйҙә Усмановна, – тип ҡулын ҡыгҫты етәксе.

Тышта рәхәт, яғымлы ел битте һыйпай. Тәбиғәттең иң матур сағы, сут-сут килеп ҡоштар һайрай. Сәскәнән-сәскәгә ҡунып, төрлө төҫтәге күбәләктәр оса. Һәр тереклектең үҙенсә мәж килгән сағы. Ҡатын үҙенең тормошонда ҙур үҙгәрештәр буласағын аңламай ине әле.

Сумкаһынан йәнә баяғы приказды алып уҡыны. «Ҡансура, һе, тәүгә ишетәм ул ауылдын Ҡыҙы3, районда ундай ауыл да бар икән. Тимәк, мин йәкшәмбе көнө барып урынлашырға тейеш», – тип уйланы.

Сәйҙә шулай итте лә. Кәрәкле әйберҙәрен сумаҙанына тултырҙы ла автобусҡа ултырып бер ауылда төшөп ҡалды. Бара торған ауылға тағы 10 саҡрымдай бар икән. Йәйәүләп барырға булды. Ярты юлға ғына еткәйне, артынан килгән арбалы кеше ултырып алды. Һүҙ ыңғайы таныштышар.

Байым исемле ағай икән. Ауылда бригадир булып эшләй. Ҡансура халҡы Сәйҙәне күптән ишетеп-белеп, көтәләр, имеш. Йәшәргә фатиры ла әҙер, ти. Байым ағай уны Зәңгәр инәйҙәргә алып барып ҡалдырҙы. Инәй әҙерләнгән, мунса яҡҡан. Сәй эсеп, мунса ингәс, киске ашҡа ултырҙылар.

– Рәхмәт инде түрәләргә, миңә ҡайһылай матур ҡыҙ ебәргәндәр, йә, балаҡайым, атай-әсәйең, туғандарың бармы? Яҡындан танышайыҡ инде.

– Атайым юҡ, әсәйем генә бар, йәнә ике апайым, бер ағайым, мин кинйәкәйҙәре. Төпсөк булһам да, тормошта ла булып өлгөрҙөм. Ҡырҙа, Ҡаҙағстан яғында йөрөгән ваҡытта ҡауышҡайныҡ, ике йыш торҙоҡ та, айырылыштыҡ. Әле бына һеҙҙең ауылға ебәрәбеҙ, тигәс, оҙаҡ уйлап тормай, ризалаштым.

– Ярар, ярар, балам, эсәһе һыуың, ашайһы ризығың бында булған инде. Бәлки, үҙ насибыңды ла ошонда табырға тура килер, кем белә.

Оҙон юл үҙенекен итә икән, Сәйҙәнең күҙен йоҡо баҫты. Иртә-гәһен ул иртүк тороп урынын йыйҙы ла йылғанан һыу алып килде. Тәбиғәте иҫ китерлек. Ҡатын төшкән өйҙөң артында ғына ағаслыҡ, йылға ағып ята. Инәйҙең кәзә бәрәстәре шарт-шорт итеп йәшел үлән көйшәйҙәр. Шундай рәхәт. Матурлыҡҡа һоҡлана-һоҡлана көйәнтәләп һыу ташығанын күргән Зәңгәр инәй:

– Аһа, балам, торҙоңмо? Мин, һине уятмайым, тип шым ғына йөрөһәм. Әйҙә, иртәнге сәй эсәйек.

Сәйҙәнең тиҙерәк клуб менән танышҡыһы килде. Урамдан үткән саҡта әбей-һәбей, бала-саға, ир-ат уға ҡыҙыҡһынып ҡарап ҡалды. Шулай инде, ауылыға ят кеше килһен дә, нисек күрмәй түҙеп ултырмаҡ кәрәк. Сәйҙә тормошта булып өлгөрһә лә, уны «ҡатын» тип әйтерлек түгел ине: һомғол кәүҙәле, алһыу битле, һәр ваҡыт көлөп торған һорғолт күҙле, ҡыҙыл бүлтек иренле. Бар яҡлап та уны «сибәр ҡыҙ» тип әйтерлек.

Клуб тигәндәре тыштан иҫке күренһә лә, эстән матур көйө, бөтә нәмәһе лә үҙ урынында. «Тимәк, йәштәр бында тәртиплерәктер, - тип уйланы Сәйҙә. – Юғиһә күптән тәҙрәләрен ватып, эстәге йыһаздарҙы урлап, емереп бөткән булырҙар ине». Уғаса булмай киномеханик егет тә килеп инде. Таныштылар. Егет Самат исемле булып сыҡты. Буйға бәләкәй, тыңҡыш танаулы, ҙур күк күҙле, ерән башлы. Сәйҙә тәүҙә урыҫ микән тип русса һүҙ ҡушмаҡсы ине.

– Һаумыһығыҙ, Сәйҙә апай, -тигәс егет, аптырап китте. Самат үҙ мөйөшөн, Сәйҙә клуб эсен рәткә килтерергә ең һыҙғанып тотондолар. Тәҙрә, сәхнә шаршауҙары иҫкереп, уңып бөткәнлектән, клубтың эсен әҙерәк йәмһеҙләй ине.

Йәштәр саҡырыуҙы ла көтмәй үҙҙәре йыйылды. Хатта уртаса йәштәге ағай-апайҙар ҙа килгән. Ир-егеттәр бер төркөм булып гәпләшә, ҡатын-ҡыҙҙар икенсе яҡ төркөмдә сырҡ-сырҡ көлөшә. Шул ваҡыт ауылда йәштәр араһында комсорг булып йөрөгән Рәшит сәхнәгә менеп һүҙ тотто.

– Хөрмәтле иптәштәр, таныш булығыҙ, бөгөн беҙҙең клубты йәмләндереүсе, асыусы мөдиребеҙ Сәйҙә Усмановна. Ул беҙгә тиклем үҙ тыуған ауылында бер йыл эшләгән талантлы белгес. Йырлай, бейей, һүҙ оҫтаһы. Стәрлетамаҡ техникумының йыр бүлеген тамамлаған, ғаиләһеҙ.

Аҫтан:

– Ә һин уны ҡайҙан беләһең? Әллә бергә уҡыныңмы? – тип ҡысҡырышып көлөштөләр. Рәшиткә район үҙәгенә сыҡҡан ваҡытта бер дуҫы Сәйҙәне белеп һөйләгәйне. Ул егет Сәйҙәләрҙең ауылынан ине. Рәшит үҙе лә йыр-моңға ғашиҡ кеше икән. Һыҙҙырып гармунын тартып ебәргәйне, барыһы ла бейергә төшөп китте. Йәштәр рәхәтләнеп күңел асты.

Ҡайтҡанда ҡатынды Рәшит оҙатып барҙы. Яйлап көндәр үтә торҙо. Клуб тормошо ла йәнләнде. Ҡатын эстәге барлыҡ иҫке-моҫҡоларҙы яңыртып ҡабаттан эшләттерҙе. Үрҙәге түрә ағайҙар ҙа Сәйҙәнең һорауҙарын кире ҡаҡманы, үтәп торҙо. Күреп торалар хеҙмәткәр йәнтәслим эшкә тотонғанын.

Сәйҙә ысынлап илгәҙәк, эшкә шәп булып сыҡты. Ул бала саҡтан бөхтәлек ярата ине. Зәңгәр инәһендә лә шулай булды. Әбей уны үҙ ҡыҙындай күрҙе. Үҙенең балаһы берәү генә, уныһы ла ситтә ине. Бабайы күптән мәрхүм булған икән.

Көҙ айы ине. Бер көн күршеләре Сәбилә апай ҡул эшен тотоп ултырырға инде.

– Беләһеңме, Зәңгәр инәй, теге Мөхәммәт ағайҙың Булаты әрме хеҙмәтенән ҡайтып килә, ти бит. Кисә магазиндан Рәйлә еңгәй ике сумка әйбер алып сығып китте. Ну, ул ҡайтһа, ауылда бер аҙ байрам булып ала инде. Үәт әй, бер һуғыш суҡмары ҡайта тағы бына.

– Ярар, Сәбилә, ярһыма, ҡайтһын, үҙ тыуған ауылына ҡайтмай, шунда ғүмерлеккә ҡалаһы түгел дә, һин дә теге, бушты-бушҡа ауҙарырға шәпһең инде. Беҙҙең ҡыҙға теймәһә булды, – тип инәй самауырына йәбеште.

Сәйҙәнең Ҡансура ауылындағы тигеҙ генә барған тормошон Булат ҡайтып, ҡырҡа үҙгәртеп ебәрҙе. Мыҡты кәүҙәле, киң яурынлы, тулҡынланып торған ҡара сәсле, үҙенә килешеп торған беленер-беленмәҫ һыҙылып киткән ҡара мыйыҡлы егет клубҡа сыҡҡас та уҡ: «Сәйҙә минеке буласаҡ», – тип егеттәргә әйтеп ҡуйғайны. Йәштәр унан ҡурҡып торалар шул, әрмегә лә «атаман» ҡушаматы менән китте бит.

Сәйҙә менән Булат бер аҙна дуҫлашып йөрөнөләр ҙә. Унынсы көн тигәндә Булат ҡатынды етәкләп үҙҙәренә алып ҡайтты. Иртәгәһен күп уйлап торманылар, уның әсәһен саҡыртып, никах уҡыттылар. Сәйҙәнең әсәһенә кейәү балаҡай оҡшағайны, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары ла арыу, «килен» тип өтәләнеп торалар. Туйҙы май байрамына ҡалдырҙылар. Ҡыҙҙар Сәйҙәнән егетте көнләштеләр генә: «Бында килә һалып, беҙҙең иң сибәр егетте эләктерҙе!»

Йәштәр биш ай егеттең әсәләре менән торҙолар ҙа, башта бер бүлмәле генә итеп өй һалып сыҡтылар. Булат тракторҙа колхоз эше тип, Сәйҙә клуб тип янып-көйөп эшләнеләр. Ҡунаҡмы, туймы булһа, урындары гел түрҙә булды. Булаттың гармунда уйнауы, Сәйҙә-нең моңло тауышы табынды йәмләй ине. Тормош гел һин уйлағанса барамы инде һуң. Сәйҙәгә Зәңгәр инәһе гел һөйләй торғайны: «Балам, тормош ул – оҙо-о-он юл, кеше тура ғына бармай, йә уңға, йә һулға боролорға ғына тора, шуның өсөн юлыңа ниндәй генә ауырлыҡтар тап булһа ла, гел тура юл менән барырға тырыш».

Булат яйлап хәмер ҡотҡоһона бирелде. Сәйҙәне теләһә кемдән ҡыҙғанды, туҡманы. Эштән тура өйгә ҡайтмаҫ булды, ауылдағы бер ҡатында ҡуныр булып китте. Сәйҙә өс балалы әсә булырға ла өлгөргәйне инде. Көн дә ыҙғыш, талаш булғас, яратҡан эшен ташларға булды. Өйҙә генә ултырһа ла иренән төрлө әшәке һүҙҙәр ишетергә тура килде. Сәйҙә иренең ғәҙәтен белеп бөткән инде, төнгә ҡалһа, йә иҫерек, йә икенсе өйҙә ҡунып ҡайтасағын. Ысынлап та бөгөн дә лаяҡыл иҫерек. Булат ҡулдарына таянғыс эҙләгәндәй һәрмәнә-һәрмәнә ҡайтып инде лә:

– Сәйҙә, ашың бештеме, мин асмын, – тип инер-инмәҫтән ҡысҡырҙы. Ҡатыны бер нимә тип тә өндәшмәгәс, үҙе килеп өҫтәл башына ултырҙы.

– Һин нимә, ҡолаҡ, ишетмәйһеңме? Ишетмәһәң, ишеттерәм мин һине! – тип ултырған еренән һикереп торҙо ла Сәйҙәгә ташланды.

– Үлтерәм мин һине, ниңә өндәшмәйһең? – тип ҡатынының муйынын һығырға тотондо.

Тәмле йоҡоларынан айнып та етмәгән балалар атайҙарына йәбеште.

– Атай, теймә әсәйгә! – тип сеңләргә тотондолар.

Иренең көслө ҡулдарынан нисек ысҡынғандыр, ҡатын тышҡа атылды. Һарай, уның артында ҙур ғына картуфлыҡ. Артынан ире ҡыуып килгән һымаҡ, ул һаман алға йүгерҙе. Күҙгә төртһәң дә күрмәҫлек дөм ҡараңғы. Сәйҙә нимәгәлер эләгеп, ҡолап китте. Ятҡан еренән, ерҙәге тупраҡты усы менән йомарлап үкһеп илап ебәрҙе.

«Йә, нимәгә миңә бындай тормош, ғүмерем буйына шулай интегеп йәшәргә тейешменме ни?». Саҡ, алайтып-былайтып Зәңгәр инәләренә барып тәгәрәне ул. Әбей уны күргәс тә йәлләп илап ебәрҙе.

– Балаҡайым, нишләткәндәр һине?

– Инәй, миңә иртәгә үк бынан ҡасырға кәрәк, балаларға күҙ-ҡолаҡ булып торорһоң, яйлап, үҙем ныҡлап урынлашҡас, алып китермен.

Иртәгәһен Сәйҙә кеше күҙенә күренмәҫ борон инәһенең йылы-раҡ кейемдәрен кейҙе лә район үҙәгенә, унан әсәһенә юл тотто.

Булат һаман эсеүен дауам итте, хәҙер инде ҡатыны ла өйҙә булмағас, йорттарына ҡарай юлды ла онотто. Балаларҙы ирҙең әсәләре алып ҡайтып ҡараны.

Сәйҙәнең юғалғанына бер ай тирәһе үткәс, Булат ауыл хакимиәтенә барып ҡатыны өҫтөнән ғариза яҙҙы. Йәнәһе лә, теләһә ҡайһылай йөрөп, балаларҙы ташлап, һөйәре менән ҡасып киткән. Булаттың һүҙенә ышандылар, эсһә лә, имеш, үҙенә беркетелгән эшенә яуаплы ҡарай, ҡушҡандарҙың барын да үтәй.

Сәйҙә туғандарының ярҙамы менән алыҫҡа, сит өлкәгә барып бер заводҡа эшкә урынлашты. Ятаҡтан үҙенә бәләкәй генә бүлмә бирҙеләр. Ҡатын ауылдан сығып киткәс тә балалары, инәһе менән бәйләнеште өҙмәне. Ярты йыл тигәндә генә Сәйҙә ҡараңғыла ғына ауылына ҡайтып төштө. Яйлап таң атҡанын көттө, ситтән генә булһа ла ҡәйнәләренең тәҙрәһенән балаларын күҙәтте.

Ҙурайғандар, Фәниле инде 8-ҙе, Йәмиле 7-не, Йәмиләһе 5-се класты тамамлайҙар бит. Үҙҙәренең көсө менән һалынған ҙур яңы өйҙәре өсөн йәне әсене. Йорт-тирә-һенең, ҡатын-ҡыҙ ҡулы теймәгәс, ҡото ла юҡ. Йәштәр клубта уйын ҡоралар, музыка әллә ҡайҙа ишетелеп тора. Сәйҙә йәшлеген, эш башлаған көндәрен иҫләп күҙ йәшен һөртөп алды.

Инде балаларҙы нисек үҙе менән алып китергә, тип баш ватты ҡатын. Улар бит әйбер түгел, тиҙ генә сумкаңа тултырып ҡасырға.

Инәһе янына кире барып, уның менән кәңәшләште, ни тиһәң дә оло кеше, берәй әмәлен табыр.

– Балам, һин бөгөнгә тороп тор, кәрәкһә, иртәгәгә лә. Тәүҙә ауыл хакимиәтенә бар, шунан улар үҙҙәре әйтер нишләргә икәнен. Хәҙер һин берәүгә лә әйтмәйенсә балаларыңды алып китһәң, һинең үҙеңде ғәйепләйәсәктәр. Өсәүһе лә уҡығас, уларҙың бит документтары ла кәрәктер бит, өлкән булһам да, мин беләм әле.

– Уныһы шулай ҙа ул, инәй, хәҙер минең ҡайтҡанымды Булат белеп ҡалһа, балаларҙы миңә бирмәйәсәк, үҙемде лә кире ебәрмәҫ. Мин бында үлергә тип ҡайтманым. Тегендә эштә биш көн генә ваҡыт бирҙеләр, ғаиләмде алып киләм, тип ғариза ғына яҙып киттем.

Зәңгәр әбейҙең өйө һуңға тиклем яҡты булды. Улар Сәйҙә менән иртәгәһе көнгә план ҡорҙо. Утты һүндереп йоҡларға ятҡас, ҡатын төнө буйына уйланып ятты. Балаларын уйланы, Булатын. Әгәр ҙә ире эсмәһә, ҡайһылай матур итеп йәшәрҙәр ине бит. Һаман да шул эскелек, күпме ғаиләне туҙҙырҙы, балаларҙы атайһыҙ, әсәйһеҙ иткән дә шул. Булаты хәмер ҡолона әйлән-мәһә, ул да бына тигән аҡыллы тормош иптәше булыр ине. Аптырап ағаһы, апайҙары: «Әллә ғәйеп үҙеңдәме, һылыу?» – тип һорап та ҡуялар. Йәнәһе лә, кейәүҙәре төҫкә бына тигән сибәр, ҡулына нимә тотһа, шуны емереп эшләй. «Юҡ, туғандарым, ғәйеп миндә түгел, ә хәмерҙә!» – тип әйткеһе килә лә ул. Улар менән һүҙ көрәштереп торғоһо килмәй. Кеше бит үҙ башына төшмәһә белмәй. Хәҙер инде үткәнде кире ҡайтарып булмай, ана һөйгән йәре, Булаты, икенсе ҡатын менән көн күрә. Ояты ни тора. «Сәйҙә балаларын ташлап ҡасып китте, хәҙер мин Булаттың бисәһе, малайҙарын миңә бирегеҙ», – тип әйтә икән. Сәйҙә эсеп, типтереп, балаларын, өйөн баҡмай йөрөһә, бер хәл.

Таң атыуға бөтә ауыл аяҡҡа баҫып, сыр-сыу киләләр ине. Нимә булды икән, тип Сәйҙә менән Зәңгәр инәй ҙә тышҡа йүгереп сыҡтылар. Туғай эсендә дөрләп бер өй яна ине. «Пожар! Пожар!» – илаш-ҡысҡырыш. Был теге ҡатындың Булат менән йәшәгән йорто яна ине.

– Йә, хоҙайым, был ни булып китте? Һин дә мин йәшәгән хужалар, бына бит эскелек нимәгә килтерә. Ярай әле үҙҙәре тере ҡалһа, тип уҡына-уҡына инәй өҫтөнә кейемен һалды, балам, һин унда барып күренеп йөрөмә лә ҡуй, йә һинән күрерҙәр, тине.

Шул ваҡиғанан һуң күпме һыуҙар, йылдар аҡты. Балалар күптән уҡып кеше булып бөттө. Сәйҙә ауырлыҡтарға, ҡаршылыҡтарға бирешмәй бил бөгөп эшләне лә, эшләне. Ул барлыҡ ҡайғы-хәсрәттәрҙе шуның менән еңде. Әсәһе мәрхүмә әйтә торғайны: «Балам, ҡулыңдан эшең төшмәһен, шул һинең бөтә ҡайғыларыңды тарата». Эштән арып ҡайтһа ла ҡул эше тотто. Таныш ҡатындарына шәлен дә, башлығын да бәйләп һатты.

Хәҙер инде ул да олоғайҙы, йәне тыныс, күптән мәрхүм булған Булаты ғына унда-бында төшөнә инеп сыға. Тере саҡта күпме үҙенә михнәт күрһәтһә лә, балаларымдың атаһы бит, тип хәйер-саҙаҡаһын биреп тора.

Зифа ИШМЫРҘИНА.

Автор:
Читайте нас: