Бөгөн район мәҙәниәт һарайында Халыҡтар берҙәмлеге, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көндәре уңайынан ҙур тантана үтте.
Сарала район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Руслан Йәнгиров, республиканың Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Урал Искәндәров, ауыл хужалығы өлкәһе үҫешенә ҙур өлөш индергән хөрмәтле ветерандар, алдынғы эшсәндәр, ауыл биләмәләре башлыҡтары, райондың предприятие, учреждение, ойошмалары етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашты.
Тантаналы сарала ауыл хужалығы өлкәһенә йомғаҡ яһалды, алдынғылар бүләкләнде.