Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡарт ҡыҙ

Йәнбикә ҡатындың уларға килгәнен күреп, ҡаушап китте, нимә эшләргә белмәй, баҙап ҡалды. Кем икән, тигән уй менән ҡатынға ныҡлап ҡарап, танырға тырышты. Бәй, класташы, бергә уйнап үҫкән дуҫы Гөлнәзирә икән дә баһа, таҙарып киткән, шуға танымай торған. Дуҫын күреп күңеленә шатлыҡ тулды, ашығып ишек яғына атланы. Ишек тотҡаһына үрелгәс, шып туҡтаны ла, нимә эшләйем ул, тигән һорау бирҙе үҙенә. Дуҫының ире, балалары бар, уның менән нимә һөйләшһен, һөйләшергә уртаҡ һүҙ ҙә юҡ. Тапалып бөткән, бөтәһе лә әйтә торған “кейәүгә сығырға кәрәк”, “берәйһе менән таныштырайыммы”, тиәсәк. Юҡ, юҡ иң яҡшыһы осрашмаҫҡа! Шулай яҡшы булыр. Йәнбикә тиҙ генә әсәһе ятҡан бүлмәгә инде.– Әсәй, мин өйҙә юҡ. Гөлнәзирә инеп килә. Зинһар өсөн, сығып шуны ғына әйт әле, – тине ашығып.– Нимә тим һуң? Алдай алмайым. – Әсәһе ауыртҡан аяҡтарын һөйрәп, иҙәнгә баҫты.– Мин районда... Өйҙә юҡ... Аңлашылдымы?

Ҡарт ҡыҙ
Ҡарт ҡыҙ

Риф Йөҙлөкбай

Ҡарт ҡыҙ

Повесть

1


Йәнбикә көҙгө ҡаршыһында сәстәрен тарап торғанда ҡаршылағы йорттоң ҡапҡа төбөнә машина килеп туҡтағанын күреп ҡалды. Кемдәр икән тигән уй менән, ирекһеҙҙән, күҙҙәрен тәҙрәгә төбәне. Машина эсенән етлегеп килгән ҡыҙ менән малай килеп сыҡты ла ҡапҡаға йүгерҙе, машинаның алғы ишегенән таҙа ғына ҡатын төшөп, асыҡ ҡалған артҡы ишектән үрелеп ике пакетты һөйрәп алып, ҡыҙ менән малайға ҡысҡырҙы, улары бойороҡҡа буйһонғандай кире йүгереп килделәр. Ҡатын ҡулындағы пакеттарҙы уларға тотторҙо ла, Йәнбикәләр яғына ҡарап, нимәлер һөйләп алды. Сәстәрен рәтләне, өҫ кейемдәрен тартҡылап ҡуйҙы. Ул арала руль артында ултырған ир сығып, кирелеп алды ла, тәмәке ҡабыҙҙы. Ҡатын уға, бар инә тор, тигәндәй ишара яһап, үҙе Йәнбикәләр яғына атланы.
Йәнбикә ҡатындың уларға килгәнен күреп, ҡаушап китте, нимә эшләргә белмәй, баҙап ҡалды. Кем икән, тигән уй менән ҡатынға ныҡлап ҡарап, танырға тырышты. Бәй, класташы, бергә уйнап үҫкән дуҫы Гөлнәзирә икән дә баһа, таҙарып киткән, шуға танымай торған. Дуҫын күреп күңеленә шатлыҡ тулды, ашығып ишек яғына атланы. Ишек тотҡаһына үрелгәс, шып туҡтаны ла, нимә эшләйем ул, тигән һорау бирҙе үҙенә. Дуҫының ире, балалары бар, уның менән нимә һөйләшһен, һөйләшергә уртаҡ һүҙ ҙә юҡ. Тапалып бөткән, бөтәһе лә әйтә торған “кейәүгә сығырға кәрәк”, “берәйһе менән таныштырайыммы”, тиәсәк. Юҡ, юҡ иң яҡшыһы осрашмаҫҡа! Шулай яҡшы булыр. Йәнбикә тиҙ генә әсәһе ятҡан бүлмәгә инде.
– Әсәй, мин өйҙә юҡ. Гөлнәзирә инеп килә. Зинһар өсөн, сығып шуны ғына әйт әле, – тине ашығып.
– Нимә тим һуң? Алдай алмайым. – Әсәһе ауыртҡан аяҡтарын һөйрәп, иҙәнгә баҫты.
– Мин районда... Өйҙә юҡ... Аңлашылдымы?
Өй ишеген шаҡынылар:
– Өйҙә кеше бармы? – Гөлнәзирәнең тауышы ишетелде.
Фәриҙә һөйләнә-һөйләнә бүлмәһенән аяғын һөйрәп сығып:
– Бар, бар, – тине, бүлмә ишеген ябырға ашығып.
– Фәриҙә апай, һаумы. – Гөлнәзирә Фәриҙәне ҡосаҡлап алды. – Әллә йәшәреп киткәнһең инде? Күҙҙәр генә теймәһен! – Тирә-яҡҡа ҡаранып алды ла. – Әллә Йәнбикә өйҙә юҡ?
– Шулай шул, ниндәйҙер йомош менән районға киткәйне, – тине лә бер кәрәкмәгәнгә башындағы яулығын рәтләп ҡуйҙы, битенә ҡан йүгерҙе.
– Бер йылға яҡын ҡайтып булманы, эш инде шул, эш. Ирем Себерҙә эшләй. Йәнбикәне һағындым, күрәһем килгәйне. Фәриҙә апай, горизонтта берәйһе күренмәйме? Ҡыҙыңа тим инде. Жалкы бит ҡыҙ, жалкы.
– Булырға булһа, булыр әле, – тине лә Фәриҙә үҙе лә һиҙмәҫтән бүлмәһе яғына ҡарап алды.
– Уныһы шулай. Мин дә тороп ҡалам тим ҡурҡҡайным, егерме бишкә еттем бит.
Фәриҙә башҡа бер һүҙ ҡушманы. Гөлнәзирә буласаҡ ире менән нисек танышҡанын һөйләп алды ла, нимәлер иҫенә төшкәндәй, ашығып:
– Бәй, әсәйем көтәлер. Һау бул, Фәриҙә апай. Йәнбикәгә сәләм әйт. Күреп булманы инде. Беҙ бөгөн үк китәбеҙ, йылы яҡҡа билет алынған.
Тышҡы ишек ябылғанын ишеткәс, Йәнбикә бүлмәнән сыҡты, тәҙрәгә күҙ һалды. Ул дуҫының атлауында дәрт, ҡәнәғәтлек, ниндәйҙер һөйөнөс күрҙе. Был кисерештәр бары ғаиләһенән, эшенән, тормошонан йәм тапҡан кешелә генә булалыр. Дуҫының таҙарып китеүе лә шуны аңлата ине. Дуҫым бәхетле, тигән уй үтте уның башынан. Йәнбикә йәнә, көҙгө ҡаршыһына баҫып, оҙаҡ ҡына үҙенә ҡарап торҙо. Әлдә ҡасып ҡалды, сәс-баш туҙған, өҫтөндә иҫкерә башлаған күлдәк. Көлөп сығып китер ине. Дуҫының өҫтөндә йылҡылдап торған, заманса тегелгән күлдәк, сәсе буялған. Һөйләшеүендә лә үҙгәреш, шатлыҡ һиҙелә. Ә бит ул уҡыуҙан да алдынғы булманы, төҫ-башы ла иҫ китәрлек түгел ине. Йәнбикә кеүек юғары белем дә алып торманы, һатыусыға уҡыны ла, гөрләтеп донъя көтөп ята. Бәхет белемдә лә, матурлыҡта ла түгел икән!
Фәриҙә көҙгөгә төбәлеп уйға батҡан ҡыҙына ҡарап торҙо:
– Ҡыҙым...
– Әсәй, кәрәкмәй...
Ул әсәһенең нимә тураһында әйтергә теләгәнен һиҙеп тора.
Фәриҙә башын эйеп, бүлмәһенә атланы. Бер һүҙ әйтә алмауын, ҡыҙының уны тыңларға теләмәүен ауыр кисерҙе. Ҡыҙының кейәүгә сыҡмай ҡалыуын үҙенән күрҙе. Йомшаҡ түшәгенә ятты ла, үҙенең кейәүгә сыҡҡанын, балалар үҫтергәнен бер-бер артлы күҙ алдынан үткәрҙе. Балалары үҫкән саҡта, Йәнбикәһе, кинйәһе иң бәхетле бала булыр кеүек ине. Ниңә былай килеп сыҡты әле? Артыҡ иғтибар күп булдымы? Кәрәгенән артыҡ тәрбиә алдымы? Ике ҡыҙы эшсе һөнәре алып, башҡа уҡымағас, төпсөктәрен уҡытырға тырыштылар шул. Бер ҡыҙҙарына булһа ла юғары белем биреп, яҡшы урында эшләүен теләнеләр. Ауылдың ҡара, ауыр эшенән, тормошонан үҙҙәре ялҡҡан инеләр. Фәриҙә лә, Хәлит тә ҡыҙҙарын юғары белем алғас, ауылда ҡалыр тип уйламанылар. Күптәр уҡып сыҡҡас, ҡалала ҡалыуҙы хуп күрә. Ә Йәнбикә, киреһенсә, ауылға ҡайтты ла төштө.
Йәнбикә ҡарашы менән дуҫын ҡапҡаға саҡлы оҙатты ла, ноутбугын ҡабыҙҙы. Унан нимәлер ҡарар, белер өсөн түгел, күңеле бошҡандан. Ә уйҙары үткәндәрҙе байҡаны.
Йәнбикә үҙенең исемен бала саҡтан яратманы. Тапҡандар ҡушырға исем. Бөткәнме ни заманса исемдәр, тип ата-әсәһенә үпкәләне. Фәриҙә төпсөк ҡыҙына ауырлы саҡта, телевизорҙан Рафаэль Сафиндың “Йәнбикә” спектаклен ҡарағандан һуң, шул исемде яратып ҡалды. Иренә:
– Ҡыҙ тыуһа, Йәнбикә тип ҡушам. Ул исем яҡын-тирәлә юҡ, – тине.
– Мин риза, – тип Хәлит килеште.
Гөлнәзирәгә исемен оҡшатмауын һөйләне Йәнбикә. Ә ул, уға үҙенең исемен оҡшатыуын, ысын башҡорт исеме булыуын һөйләне.
– Мин исемемде яратам, оҡшай миңә. Гөл-нә-зи-рә, – тине, дуҫына иркәләнә биреп. – Һинеке лә матур, уның ней ерен оҡшатмайһың, аңламайым мин һине. Йән-би-кә, тимәк, һин йәнле бикә. Миңә ҡалһа, мәғәнәле.
– Беләм мин һинең нимә әйтергә теләгәнеңде, – тип Йәнбикә дуҫына үпкә белдереп атлап китте.
Класта булған хәлде белгәнгә әйтәлер кеүек тойолдо уға. Артҡы партала ултырған Рәшит Йәнбикәне оҡшата, шуға уға төрлөсә бәйләнә, оҡшатыуын шулай белдерә ине. Ә бер көндө сәсен тартҡас, Йәнбикә уны-быны уйлап торманы, боролдо ла Рәшиттең башына – “шап” – китап менән тондорҙо. Уныһы, ауыртҡан башын тотоп, бөтәһе лә ишетерлек итеп:
– Йәнһеҙ бикә һин, – тине иларға етешеп.
Шул көндән башлап, “Йәнһеҙбикә” тигән ҡушамат йәбешеп ҡалды. Өй эштәрен эшләп килмәгәндәр Йәнбикәнән күсерергә һорап ала алмаһалар, асыуҙары килеп, “Йәнһеҙбикә”, “Йәнһеҙбикә” тип ирештерә башланылар.
Шундай көндәрҙең береһендә Йәнбикә мәктәптән ҡайтты ла:
– Ниңә миңә Йәнбикә тип ҡуштығыҙ? Исемемде алмаштырығыҙ, – тип илап ебәрҙе.
Бер нәмә аңламаған өйҙәгеләр аптырап ҡалдылар.
– Ҡыҙым, нимә булды? – тип Фәриҙә ҡыҙынан һорарға ашыҡты.
– Мине “Йәнһеҙбикә” тип ирештерәләр, башҡа уҡырға бармайым.
– Ҡыҙым, ни өсөн улай тинеләр? – тип һораны атаһы.
– Күсерергә бирмәгәйнем.
– Һинең яҡшы уҡыуыңдан көнләшәләр, ә һин бирешмә, ғорур бул! Әйтерҙәр ҙә оноторҙар. – Атаһының ошо һүҙҙәре илауынан туҡтатты. Ысынлап та шулай бит.
Юғары класта танауҙарына еҫ инә башлағас, малайҙарҙың береһе лә уға “Йәнһеҙбикә” тип әйтергә ҡыйманы. Сөнки Йәнбикә матур булып үҫеп килә ине. Класташтары ғына түгел, үҙҙәренән алдағы класта уҡыған малайҙар уға күҙ аттылар, ҡарап һоҡландылар. Шул мәлдәрҙә класташ малайҙарҙың йөрәге янды, күңелдәрендә көнсөллөк уянды. Һәр береһе ҡыҙға оҡшарға тырышты, уның янында уралдылар.
Йәнбикә уйынан айырылып, йылмайып ҡуйҙы. Их, мәктәп йылдары! Һағындыра. Рәшиттең “Йәнһеҙбикә” тип әйткәненән һуң, мәктәпкә бер көн бармай, үпкәләп, һарайҙа ҡасып ятыуын бөгөн ул аңлай алмай. Ни өсөн? Шулай нимә аңлатырға теләне икән ул саҡта? Уның уҡырға бармауы, клас­таштарын ғына түгел, уҡытыусыларҙы ла хафаға һалды. Гөлнәзирә белһә лә, әйтергә ашыҡманы. Ҡалғандарға ауыҙҙарын тыйырға яҡшы булыр тине. Ысынлап та, Йәнбикәгә мәктәптә ҡараш үҙгәрҙе, “Йәнһеҙбикә” тип әйтеүсе булманы.
Ул йылдарҙа бер-береңә исем тағыу бар ине. Уйламайынса килешмәгән һүҙ ысҡындырһаң, ул һиңә ҡушамат булып мәңгегә йәбешеп ҡала. Уҡыусылар үҙ-ара ғына түгел, уҡытыусыларға ла төрлө исемдәр таға инеләр. Һәр уҡытыусының тотошона, кәүҙәһенә, хатта атлауына ҡарап төрлө йәнлектәр менән сағыштыралар ине. Тик уҡытыусылар үҙҙәре генә был турала белмәне, шикелле.

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

https://shonkar.com/articles/-bi-t/2023-11-01/art-y-povest-rif-y-l-kbay-3502382?ysclid=m2yoe12jto637816656

Автор:
Читайте нас: