Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
30 Октябрь , 17:20

Һөйәркә иламай тиһегеҙме?

Ошо яңылыҡтан һуң Ләйсән төн буйы илап сыҡты. Инде бәхетен тапты тигәндә, шулай икенсе пландағы ролде үтәп йәшәргә тура килерме ни? “Юҡ, былай ярамай! Башҡаса осрашмайым!” - тип үҙенә-үҙе һүҙ бирҙе ул, әммә иртәгәһенә йәне үртәлеүенә, һағыныуына түҙә алмайынса телефонға үрелде... Данияр йөрәгенә инеп оялағайны. Бына шулай, тормош үҙенсәлекле бер ҡалыпҡа инде: ир менән ҡатын аҙнаһына бер нисә тапҡыр осраша, әммә фәҡәт көндөҙ, ҡунырға ҡалған осраҡтары бер нисә айға бер генә була – Данияр йә “командировка”ға, йә “һунар”ға киткәндә...

Ләйсән барыһы белә-белгәндән уңған, маҡсатлы кеше булды. Күңеленә ятҡан белем алып, һөнәре буйынса эшләй башланы, яуаплы белгесте эшендә лә үрләттеләр. Һәр йәһәттән камил барған томошоноң шәхси өлкәһенә ҡағылған өлөшөн генә иҫәп-хисап ҡалыптарына һала алманы ул.

 
Артынан студент саҡтан уҡ йөрөгән, ғәйәт сибәр, әллә күпме ҡыҙҙарҙың йөрәген телгеләгән Мансафҡа кейәүгә сыҡҡайны. Ә ул йәшлек ғәҙәттәренән арына алманы: һәр итәк артынан уңға-һулға йүгереүен дауам итте. Донъяларына йәм өҫтәп тыуған улы ла уны үҙгәртә алманы. Ләйсән иһә, артабан түҙерлек әмәле ҡалмағас, айырылышырға ҡарар итте.
 
Күңелендәге бушлыҡты аңлатып бөтөрлөк түгел ине. Аталы-әсәле булып үҫкән, матур ғаилә хаҡында хыялланған йәш ҡатын тәүҙә хәленән бик оялды, уңайһыҙлыҡ кисерҙе. Унан инде ирҙәр менән танышҡанда мөхәббәткә таянырға түгел, ә аҡыл менән эш итергә булды.
 
Әммә ҡайҙа ул һин көткән принц? Яҡшы, булдыҡлы ирҙәр күптән ғаилә ҡорған, айырылышҡандары иһә юҡҡа ғына айырылышмаған бит инде... Егеттәргә өмөтләнәһе лә түгел: иҫ киткес аҡыллы, сибәр һәм һомғол булған осраҡта ла, ниндәй егет утыҙын уҙып барған балалы ҡатынға иғтибар итһен? Юҡ, тормошта ундай хәлдәр була ул, әммә Ләйсән менән түгелдер, күрәһең...
 
Шулай тағы бер нисә йыл үтеп китте. Малай ҙа күргә күренеп үҫә, эше лә ярайһы яҡшы бара, ипотекаға фатир ҙа юлланы. Тик матур, татыу ғаилә ҡороу хыялын һаман ташламай ине әле Ләйсән.
 
...Улар көтмәгәндә осрашты. Университет юбилейына бағышланған ҙур сарала күрештеләр. Студент саҡта күрмәлекһеҙ, сибек кенә егет булып иҫтә ҡалған Данияр тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтеүгә олпат иргә әүерелгән ине. Ул ғына түгел: төҙөлөш тармағында уңышлы эшләгән компанияларҙың береһендә етәксе вазифа ла башҡара икән.
 
Әңгәмәләшеп киттеләр. Студент саҡтарҙы иҫләп көлөштөләр, һөнәри даирәләрендәге уңыштарын барланылар, уртаҡ таныш-тоноштарҙың яҙмыштарын барланылар. Икеһенә лә ҡыҙыҡ ине. Юбилей сараһы бөткәндән һуң Данияр Ләйсәнде йортона тиклем алып барырға тәҡдим итте. Затлы машина тиҙ генә тейешле адрес буйынса килеп тә етте...
 
Бына ошолай өр-яңынан танышты элекке таныштар. Инде тамам эҫенешеп киткәс, Данияр үҙенең өйләнгән булыуын, ғаиләһендә улы һәм ҡыҙы үҫеп килеүен белдерҙе. Ул ғына түгел, ҡатыны өсөнсөгә бәпәй көтә икән!
 
Ошо яңылыҡтан һуң Ләйсән төн буйы илап сыҡты. Инде бәхетен тапты тигәндә, шулай икенсе пландағы ролде үтәп йәшәргә тура килерме ни? “Юҡ, былай ярамай! Башҡаса осрашмайым!” - тип үҙенә-үҙе һүҙ бирҙе ул, әммә иртәгәһенә йәне үртәлеүенә, һағыныуына түҙә алмайынса телефонға үрелде... Данияр йөрәгенә инеп оялағайны.
 
Бына шулай, тормош үҙенсәлекле бер ҡалыпҡа инде: ир менән ҡатын аҙнаһына бер нисә тапҡыр осраша, әммә фәҡәт көндөҙ, ҡунырға ҡалған осраҡтары бер нисә айға бер генә була – Данияр йә “командировка”ға, йә “һунар”ға киткәндә.
 
Ләйсән уны һағынып та, ҡатынынан көнләшеп тә көткән мәлдәрендә: “Өҙә һуғырға ла ҡуйырғамы икән, былай ғазапланып йәшәгәнсе?” -тип тә уйлай, әммә насар уйҙарын тиҙ генә ҡыуа һала. Эсмәй, тартмай, матди яҡтан ярҙам итә, бүләк-сәскәләрҙән өҙмәй, наҙ-йылыһын да етерлек бүлә – ундай ирҙе ҡайҙан алаһың тота килеп? Шуға ла яҙмышына тағы ла күнергә мәжбүр була ҡатын.
 
Данияр иһә шикләнергә урын ҡалмаҫлыҡ итеп аңғартып ҡуйҙы: ғаиләһен, балаларын ташларға йыйынмай, Ләйсәнде лә ҡалдырмаясаҡ.
 
– Ҡатыным менән балалар хаҡына йәшәйем. Былай булһа, күптән китер инем. Хәйер, уларһыҙ миңә бик ҡыйын, улар ҙа минһеҙ йәшәй алмай, – тип асыҡтан-асыҡ белдерә ине ир.
 
Ләйсәндең ышанмайынса сараһы юҡ. Данияр иһә бер аҙ мутлаша ине: ҡатынынан китмәүенең тағы бер мөһим сәбәбе бар, ул да булһа, уртаҡ бизнес. Унан, ир эшләгән ҙур төҙөлөш компанияһының генераль етәксеһе лә – ҡайныһы... Ҡыҫҡаһы, шундай йөйһөҙ сылбыр ине барыһының да тормошо: бер бүлкәте өҙөлһә, ҡалған яғы ла шалтырап ҡойолоп төшәсәк...
 
Шулай бер-бер артлы йылдар үтте. Бергә үткәргән минуттарҙың ҡәҙерен белергә өйрәнделәр, телефондан һөйләшеп үткәргән ваҡыттарын иһә көндәр-айҙар менән үлсәп булалыр...
 
Даниярҙың эше лә үргә тәгәрәне: юғарыраҡ вазифа биләне, матди яҡтан да килеме артты. Ләйсәндең улы юғары уҡыу йортона ингәс, фатир алып, башҡа сығарырға ярҙам итте. Ҡатындың үҙ автомобиле лә тап Данияр ярҙамында барлыҡҡа килде.
 
Ләйсәндең әхирәттәре иһә уға ҡайһы саҡта көнләшеүле ҡараштарын ташлап ҡуя ине: гел сәскә ата, күркәм, сибәр; ҡунаҡҡа ғына килеп киткән ирҙе ҡарайым тип йонсомай; матди проблемаһы юҡ...
 
Ә Даниярҙың ҡатыны был хәлдәрҙе белмәгән тиһегеҙме? Күптән белә ине, әлбиттә, сөнки оҙаҡ йылдар ситтә булған бәйләнеште һиҙмәү-аңламау мөмкин түгел. Әммә ул ханым күптән күнгән тиҙәр, сөнки ире балалары өсөн йәнен бүлеп бирергә әҙер; бизнес-компанияла атаһының ышаныслы партнеры; уға нисек теләй, шулай йәшәргә, теләгән шөғөлдәре менән булырға ҡамасауламай. Шуға ла иренең шәхси тормошона ҡыҫылмай, күрәһең.
 
...Инде күптән урта йәштәге ҡатын йәшен үткән Ләйсән генә һаман Данияры менән былай өҙөк-һурыҡ түгел, ә тулы ҡанлы тормош менән, бер ғаилә булып йәшәргә хыяллана. Бына, балаларын ғына аяҡҡа баҫтырып бөтһөн дә, тип тынысландыра ул үҙен.
 
Эх-х, һанһыҙ аҡса ла, сәскә-кәнфиттәр ҙә, телефондан һөйләшеүҙәр ҙә, татлы һирәк осрашыуҙар ҙа йорттағы ирҙе алмаштырмай шул! Әммә әлегә барыһы ла һәүетемсә дауам итә.
 
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Ләйсәндең хыялы томошҡа ашырымы?
 
(Таныш ҡатын һөйләгәндәрҙән)
 
 
 
Автор:
Читайте нас: