Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
25 Октябрь , 09:54

Орденлы һауынсының хәтирәләрендә - ил тарихы, халҡым яҙмышы

 Ауылдарҙың ҡотон һаҡлаусы, рухи терәге улар – сабыр холоҡло, кеселекле йәнле өлкән быуын вәкилдәре.  Юлдыбай ауылында йәшәүсе, заманында алдынғы һауынсылар рәтенән төшмәгән, тынғыһыҙ хеҙмәте өсөн 3-сө дәрәжә Хеҙмәт даны ордены менән бүләкләнгән Мәрғүбә Мырҙабаеваның исеме Күгәрсен районы тарихына алтын хәрефтәр менән уйылған. Олпат 90 – ның теҙенә баҫып килеүенә ҡарамаҫтан, һаман да күңел көрлөгө, фекерләү ҡеүәһе, хәтеренең шәплеге менән хайран итә ул. Йөҙҙәренән нур бөркөлгән Мәрғүбә инәйҙең булмышында халҡыбыҙҙың күңел йомартлығы, ҡунаҡсыллығы ла яҡты сағыла.

Орденлы һауынсының хәтирәләрендә - ил тарихы, халҡым яҙмышы
Орденлы һауынсының хәтирәләрендә - ил тарихы, халҡым яҙмышы

 Ул 1936 йылдың алтын көҙҙәрендә Ураҡай ауылында донъяға килгән. Атаһы Фазлетдин Мәрхәметдин улы Ниязғолов заманына күрә белемле, абруйлы кеше була. Рус – фин һуғышынан иҫән-имен ҡайтып, Бөйөк Ватан һуғышына китә.

- Ул ваҡытта бәләкәс булғас, атайымдың өсөнсө тапҡыр оло юлға сыҡҡанын яҙа-йоҙа хәтерләйем. Һалдат шинелендә ине, ялтыр-йолтор погондары, миҙалдары күҙ алдында... урыҫтар менән бортовой машинаға тейәлеп киттеләр, әсәйемдең итәгенә йәбешеп сығып мин дә Ибрай ауылынан ҡул болғап оҙатып ҡалдым. “Һалдаттар уйната”ти ине әсәйем уның хаҡта, һалдаттарҙы һуғышҡа әҙерләгәндер инде. Германиянан күстәнәстәр менән посылка һалғаны иҫтә. Күрәһең, Еңеүгә һанаулы көндәр ҡалғанда ғына һәләк булған, шул өсөнсө тапҡыр китеүенән кире әйләнеп ҡайтманы... Беҙ әсәйемдең өс балаһы инек, мырҙам шул тиклем теремек, йөҙгә матур булған, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп яратып, сабый ғына килеш үлеп китте. Күҙ тейгән тинеләр. Әсәйем колхозда егелеп эшләне, һыйыр менән ер һөргәндәре, ураҡ менән урып көлтә-көлтә иген һалғандары күҙ алдымда. Ике ҡыҙын – Зәйтүнә менән мине ас-яланғас итмәҫ өсөн ныҡ тырышты. Һыйырҙан өҙөлмәнек, май бешеп һыйлар ине, күбек майы айырыуса туҡлыҡлы булды... Утын һөйрәп ташып үҙе ҡырҡып мейес яға, кискеһен ҡумыҙын алып сиртеп беҙҙең күңелде йыуата торғайны. Йәтимлек тойғоһон тоймаһындар тип тырышҡандыр.  Бер әрләмәне, бер һуҡманы, - тип, хәтер йомғағын һүтеп алды Мәрғүбә инәй.

 Әсәләре Мәрхәбә Һибәтулла ҡыҙына һәм тиҫтерҙәренә эйәреп Мәрғүбә менән Зәйтүнә лә бәләкәстән эшкә егелә. Нығынып та бөтмәгән беләктәре менән колхоз баҫыуында иген утайҙар, һабан менән ер һөрәләр. Аҙыраҡ ҙурайғас уларҙы иген тейәргә лә сығара башлайҙар. Һуғыштан һуң да ауылда аслыҡ хакимлыҡ итә, күп тиҫтерҙәре башаҡ ашап ағыуланып үлә. Шул ҡырыҫ заманда ныҡ рухлы, мәрхәмәтле, уңған әсәләренә һыйынып, ике ҡыҙ ҙа эшкә, тормошҡа әрһеҙ булып буй еткерә. Белемгә әүәҫ булһа ла, класташтары Фәрзиә, Рәхимә менән колхоз фермаһына 7-се кластан һарыҡ ҡарарға сыға. Артабан Шевченко ауылында (халыҡ телендә Хохол ауылы) фермала һыйыр һауа.

 ****

 Ә еләктәй генә бешкән мәлендә, 20 йәшендә, 1956 йылдың ҡышында Юлдыбай ауылына килен булып төшә. Юлдыбай ауылының ул заманда гөрләп торған сағы була. Йәш килен дә һауынсы булып эшкә сыға. Юлдыбай фермаһында ун ике һауынсы эшләй, үткән быуаттың 90 – сы йылдар башына тиклем улар 25 – әр һыйырҙы ҡул менән һауа. Юлдыбайҙар ҙа, шул сафта эшкә бөтмөр Мәрғүбә лә, был өлкәлә юғары күрһәткестәргә ирешеп, почётлы 3 меңенселәр рәтен тулыландыра. “Бергә эшләгән һауынсыларҙан хәҙер дүртәү генә ҡалдыҡ инде – Гәүһәрә, Хәбирә, Сафия” тип эрзинкә итектә көн тимәй, таң тимәй ферма юлын тапаған коллегаларын да телгә алырға онотманы оло йөрәкле Мәрғүбә инәй. “Искра” совхозының алдынғылары булараҡ, яҙмабыҙ геройы һәм мәрхүмә Мәғиә Мәүликәсова (хөрмәтле яҡташыбыҙ Урал Килсенбаевтың өләсәһе) юғары наградаға – “Хеҙмәт даны” орденына лайыҡ була.

Икенсе яртыһы, ғүмерлек йәре – Әхәт Мөхәмәтсәлим улы ла уҡымышлы, булдыҡлы заттан була. Уның да атаһы Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмай. Уҡыуға әүәҫ, һәр яҡлап һәләтле булһа ла, үҫмер сағынан “Ҡыҙыл Ураҡ” артелендә эшкә егелеп, артабан колхозда, 1975 – се йылдан “Искра” совхозында механизатор булып эшләй. Атайһыҙ – арҡаһыҙ булып, бәләкәстән йәтимлек тойғоһон да татып хеҙмәт яланында сыныҡҡан Әхәт Мөхәмәтсәлим тәжрибәле тракторист булараҡ күп тапҡырҙар социалистик ярыштарҙың еңеүсеһе була, намыҫлы хеҙмәте өсөн миҙалдар, юғарынан маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Ябай ғына ҡара эшсегә лә оло хөрмәт күрһәтелгән ул матур заманда алдынғы механизатор, биш бала атаһына путёвка менән Алтай өлкәһендә санаторийҙа ял итеп ҡайтыу бәхете тейә.

 Мәрғүбә менән Әхәт Мырҙабаевтар тынғыһыҙ совхоз эшендә лә алдынғылыҡты бирмәй, үҙҙәре ғүмер бүләк иткән йөрәк парәләре – биш балаһына матур тәрбиә бирә, уларға лайыҡлы белем алырға ярҙам итә.

 Балалар үҫтергәндә ауыл уңғандары ҡура тултырып мал аҫрай, күпләп ҡош-ҡорт тота, баҡса үҫтерә. Һарығын-кәзәһен ҡарағас, тилбер ҡуллы хужабикә шәл бәйләп Мәләүезгә алып барып һатып аҙыҡ-түлеклек, балаларға кейем-һалымлыҡ аҡсаһын йүнәтергә лә әмәлен таба. Ишле ғаилә булғас, 8-10 баш ҡортон да тота уңғандар. Ә уларҙан алыҫ түгел генә ыҡсым йортта оҙаҡ йылдар Юлдыбай ауылына йәм бөркөп ғүмер иткән ғаилә башлығының әсәһе – Фатима Шафиҡ ҡыҙы балаларға, улы менән килененә терәк булып йәшәй.

 Ябай крәҫтиән ғаиләһендә тәрбиәләнгән биш баланың өсөһө мәғариф, береһе медицина өлкәһен һайлай. Ғәлиә Әхәт ҡыҙы Өфө дәүләт университетының, Разия Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт-рус бүлеген тамамлай. Тос фекерле ҡәләм оҫтаһы Ғәлиә Әлимғужина З.Биишева һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге район премиялары лауреаты, Йылайыр районы менән яҙмышын бәйләгән Разия Аргинова әлеге ваҡытта ла Матрай урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтен уҡыта, юғары категориялы уҡытыусының юғарынан алынған маҡтау ҡағыҙҙары һанап бөткөһөҙ. Хәҙер күптән хаҡлы ялда булған Мораҡ район үҙәк дауаханаһының намыҫлы хеҙмәткәре, балалар шәфҡәт туташы Рәшиҙә Күсәкованың БР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы тигән маҡтаулы исеме бар. Рәфҡәт Мырҙабаев БДУ – ның башҡорт-рус бүлеген тамамлап, Өфө ҡалаһының политехник лицейында, район мәктәптәрендә рус теле уҡытты, әлеге ваҡытта район мәғариф бүлегенең хужалыҡ эштәре буйынса начальник урынбаҫары вазифаһын намыҫ менән башҡара. Дүртеһе лә матур ғаилә ҡороп, бөгөнгө көндә халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләгән лайыҡлы ул-ҡыҙҙар үҫтереүгә иреште. Бишенсеһе, кинйәләре – Салауат күптән түгел Украина яғында Красный луч ҡалаһында ике ай эшләп, Луганск өлкәһендә төҙөкләндереү эштәренә үҙ өлөшөн тос индерҙе; әлеге ваҡытта олпат йәштәге әсәһенең терәк-таянысы булып тора.

- Килен булып төшкән ерем – Юлдыбайымды шул тиклем яратам, апаруҡ ҡына йәшәп ташлаһам да, бер ҙә үлге килмәй. Тормош бит матур, тик донъялар ғына тыныс булһын! – ти Мәрғүбә Фазлетдин ҡыҙы.

 Ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәткә бағышлаған орденлы һауынсы, биш баланың изгелекле Әсәһе һәм алсаҡ йөҙлө өләсәйҙең ике һөйләмендә генә лә тормошҡа, тыуған төйәгенә булған сикһеҙ һөйөүе ярылып ята түгелме?!. Тап ана шул тормошто яратыуы, күңел йылыһын тирә-яҡҡа өләшергә һәләтле, сабыр йөрәкле булыуҙары менән дә арбай һәм йәшерәк быуынға өлгө булып тора ла инде ныҡлы быуын вәкилдәре!

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: