Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
18 Октябрь , 12:14

Тормош күге - парлап үтер өсөн

  Күңелдәре менән ғүмер көҙҙәренә һис ашыҡмайса, дәртләнеп донъя көтөп, Бикбулат ауылына йәм биреп йәшәүсе Фатима һәм Латиф Сафиндарҙың ғүмер йомғағын пар аҡҡоштарҙай бергә-бергә һүтеүҙәренә тиҙҙән ярты быуат була.  Фатима Рәфғәт ҡыҙы ғүмеренең иң шәп саҡтарын мәғариф өлкәһенә, үҙе килен булып төшкән ауыл халҡы мәнфәғәтенә фиҙаҡәр хеҙмәткә бағышлаған. Ә Латиф Әмирйән улы тыуып үҫкән төйәгенә ғүмерлеккә берегеп, уның ҡотон һаҡлауға үҙ өлөшөн тос индереүе менән ихтирам-хөрмәткә лайыҡ.

Тормош күге - парлап үтер өсөн
Тормош күге - парлап үтер өсөн

 “Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы”, “Педагогик хеҙмәт ветераны” исемдәре үк Фатима Рәфғәт ҡыҙының лайыҡлы хеҙмәт юлын үтеүе хаҡында һөйләп торғандай. Ҡалай ауылы ҡыҙы килен булып төшкән еренә таштай батып, оҙаҡ йылдар дауамында Бикбулат ауылы мәктәбендә директор вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән башҡара, иҫке генә мәктәптә тәүҙә ыңғай шарттар булдырһа, артабан яңы мәктәп бинаһына нигеҙ һалдырыуға, төҙөтөүгә үҙ өлөшөн тос индерә. 1998-2002 йылдарҙа Урал ауыл биләмәһе башлығы булараҡ халыҡ мәнфәғәтенә ҙур эштәр атҡара. Тап ул етәкселек иткән дәүерҙә Бикбулат ауылына зәңгәр яғыулыҡ индерелә, йәмәғәт һәм мәҙәниәт тормошона яңы һулыш өрөлә. Фатима Сафина директор, артабан ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарған йылдарҙа был мөғжизәле тәбиғәт ҡосағын ниндәй генә билдәле шәхестәр, күренекле яҙыусылар килеп күрмәй һәм ауыл халҡы, мәктәп уҡытыусылары менән йылы осрашыуҙар үтмәй... Наҙлы Эйек буйҙары әле һаман Шакир Янбаев, Шакир дуҫына шиғыр бағышлаған Мостай Кәрим, Рафаэль Сафин, Сафуан Әлибаев кеүек әҙиптәрҙең яҡты эҙҙәрен һаҡлай кеүек...

 Фатима Рәфғәт ҡыҙы бөгөнгө көндә лә әүҙем тормош алып бара, Бикбулат ауылы яҙмышына битараф ҡала алмай. Ул ауыл ветерандар советы рәйесе вазифаһын башҡара.

 Тынғыһыҙ хеҙмәт юлында Латиф Әмирйән улы менән улар өс улына ла матур тәрбиә биреүгә ирешә. Иң өлкәне - Алфред матур ғаилә ҡороп, район үҙәгендә төпләнгән, сәскәләй өс ҡыҙы өсөн өлгөлө атай, ә икенсе яртыһы – Мораҡ үҙәк район дауаханаһының намыҫлы хеҙмәткәре, табибы Эльвира Хәмит ҡыҙы өсөн терәк-таяныс булып тора. Урал менән Илшат та тормошта үҙ урынын тапҡан, икеһе лә Өфөлә йәшәй, матур ул-ҡыҙҙар үҫтерә.

- Аллаға шөкөр, бөгөн өс улыбыҙ, килендәребеҙ “әсәй-атай”, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ “өләсәй-олатай” тип йән атып тора, ауылдаштарыбыҙ, дуҫтарыбыҙҙың ихтирам-хөрмәтенә күмелеп йәшәйбеҙ. Тимәк, ғүмерҙәр бушҡа үтмәгән, - ти Фатима менән Латиф Сафиндар.

 Сәстәренә сал төшкәндә лә йөрәктәрендә тормошҡа дәрт-ялҡыны һүрелмәгән матур парҙың бәхет туҫтағы гел шулай мөлдөрәмә тулы булһын!

   

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: