Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
18 Октябрь , 15:42

Алтын ҡуллы ашнаҡсы

 Яңы Хвалын мәктәбе ашханаһында өлкән ашнаҡсы эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыусы Рәзилә Яҡупова һәр бешергән ризыҡҡа бар йөрәк наҙын, күңел йылыһын ҡуша, шуға күрә лә уның аш-һыуы татлы була. Сәскәләй генә матур йәшлегендә үк ашнаҡсылыҡ серҙәрен, нескәлектәрен үҙләштереп, бар ғүмерен ошо тынғыһыҙ, яуаплы хеҙмәткә бағышлаған ул.  Яҙмабыҙ геройы тилбер ҡуллы намыҫлы эшсән дә, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған ныҡ рухлы әсә лә, ҡырҡ йылдан ашыу ғүмер юлын иңгә-иң терәшеп үткән  тормош юлдашы Кәбир Искәндәр улы өсөн хәстәрлекле ҡатын да.  

Алтын ҡуллы ашнаҡсы
Алтын ҡуллы ашнаҡсы

 Ул 1960 йылдың 30 майында (рәсми документтарҙа 15 июндә тип теркәлгән) Санъяп ауылында эшһөйәр һәм татыу ғаиләлә тыуған. Өс балаға ғүмер бүләк иткән әсәһе Роза Сибәғәт ҡыҙы мәктәптә башҡорт һәм рус телдәрен уҡыта, атаһы Сафиулла Ҡорбанғәле улы “завток” булып эшләй. Рәзилә Санъяп мәктәбендә 8-сене бөтөп, артабан 9,10-сы кластарҙы Исем ауылы мәктәбендә тамамлай. Үҫмер сағынан ырҙында, сөгөлдөр баҫыуында эшләп нығынған ҡыҙ уҡыуға әүәҫ булһа ла, әсәһе ҡаты ауырып түшәккә ятыу сәбәпле, мәктәптән һуң Исем совхозы ашханаһына эшкә сығырға мәжбүр була. Бер йылдан һуң ғына Мәләүез мәктәп-ашханаһында уҡып, был һөнәр буйынса белемен арттыра.

- Атайым “Ашнаҡсыға уҡы, кешене лә туйҙыраһың, үҙең дә туҡ булаһың” тип һәр саҡ ҡабатланы. Уның һүҙен йыҡманым. Әле һаман атайымдың әйткәндәре ҡолаҡ төбөндә сыңлағандай, - тип, ғәзиз кешеһен һағынып иҫкә алып, ни өсөн был өлкәне һайлағанына төшөндөрөп уҙҙы Рәзилә Сафиулла ҡыҙы.

 Ысынлап та, атаһының матур кәңәшен васыят итеп, ашнаҡсы һөнәренә ғүмер баҡый тоғро ҡала яҙмабыҙ геройы. Күгәрсен районының дөйөм туҡланыу өлкәһендә ниндәй генә белем учреждениеһы ашханаһында эшләмәһен, ҡулына күҙ эйәрмәҫ ашнаҡсы һәр ҡайҙа үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Ә 80 – се йылдар башында Юлдыбай ауылына эшкә ебәрелә.

 Үҙ бәхетен, ғүмерлек йәрен дә тап ошо Юлдыбайҙа осрата ул. 1981 йылда 8 август көндө йәштәр гуй гөрләтә. Яңы Хвалын мәктәбендә физика һәм математика фәндәрен уҡытҡан Кәбир Искәндәр улы ла булдыҡлылар рәтенән була. Ул Юлдыбай ауылында интеллигентлы ғаиләлә тәрбиәләнә. Әсәһе Фәриға Хәмит ҡыҙы мәктәптә тарих уҡыта, ә атаһы Тимербай Яҡупов Юлдыбай ауылы мәктәбендә директор вазифаһын башҡара. Ағас мәктәп төҙөтөп, эш менән янып, бик иртә баҡыйлыҡҡа күсә ул. Атай наҙынан мәхрүм ҡалғанда, Искәндәрҙең 4-се класта ғына уҡыған мәле була. Мәктәптә тырышлығы, төплө белеме менән айырылып торған үҫмер артабан юғары белем алып, маҡсатына ирешеп, 34 йыл ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлай.

 Үҙ аллы оя ҡорғас та йәштәр тәүҙә Юлдыбайҙа йәшәй, ә 1989 йылда совхоз йортонан фатир бирелгәс, Яҡуповтар Яңы Хвалын ерен ғүмерлеккә төйәк итә. Искәндәр Тимербай улы мәктәптә намыҫлы хеҙмәт күрһәтһә, икенсе яртыһы Яңы Хвалын мәктәбе ашханаһында баш баҫып эшләй.

 Матур парҙың татыу ғаиләһендә береһенән-береһе һылыу өс ҡыҙ – Гөлсәсәк, Юлиә, Әлиә буй еткерә. Әммә һәр ҡыҙына аҡ бәхеттәр теләп яныусы изгелекле ата-әсәнең йортон ҡайғы елдәре урап үтмәй. Сәскәләй генә мәлендә баҡыйлыҡҡа күскән өлкән ҡыҙҙары бәғерҙәрен телә, йөрәктәрен әсе әрнеү-ғазапҡа һала. Тик шунда ла көслө рухлы, таһыллы Яҡуповтар тормошҡа, кешеләргә булған тәрән һөйөүен һис һүрелтмәй, яҙмыштарының ҡаты һынауын сабырлыҡ менән лайыҡлы кисереп, артабан да хеҙмәттән йәм табып йәшәргә үҙҙәрендә көс таба.    

 Юлиә менән Әлиә хәҙер был тормошта үҙ урынын тапҡан, үҙҙәре күптән әсә булған. “Баламдың балаһы балдан татлыраҡ”тип өс ейәне һәм бер ейәнсәренә йән атып тороусы йомарт күңелле өләсәй ҙә ул Рәзилә Сәфиулла ҡыҙы.

 “Эшем – йөрәгемә дауа” тип үҙе әҙерләгән татлы аш-һыу аша мәктәп балаларына күңел йылыһын өләшеүсе алтын ҡуллы, сабыр йәнле, ныҡ рухлы ашнаҡсыға һоҡланмайса мөмкин түгел. Ҡулдарыңдан гел шулай ҡыуан, Рәзилә апай, артабан да эшкә, тормошҡа дәрт-дарманың һүнмәһен, һүрелмәһен!

 ТУЛЫРАҠ ЯҘМАБЫҘ БАҪМАНЫҢ 42-СЕ ҺАНЫНДА

     

 

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: