Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
17 Октябрь , 14:44

Йәшәү эликсиры

Тоҡтоң яртыһы бөтөүгә аяҡ-ҡулдары ҡалтырауҙан туҡтаны, аҙымдары ышаныслыраҡ була башланы. Шуға ҡарамаҫтан, тоҡтағы һоло бөткәнсе төнәтмәне эсеүен дауам итте... Рецебын һеҙ ҙә яҙып алығыҙ, дуҫтар!

Йәшәү эликсиры
Йәшәү эликсиры
Интернетта хәҙер ниндәй генә рецепт, ниндәй генә ауырыуҙан дауа юҡ! Һолоноң шифалы үҙенсәлектәре, унан эшләнгән төнәтмәнең, буҙаның файҙаһы тураһында ла әллә күпме мәғлүмәт табырға була. Бына Салауат районынан Хәлиҙә исемле ҡатындың яҙмаһы бик фәһемле.
“Инәйем улын ерләгәндән һуң бик ҡаты ауырый башланы: аяҡ-ҡулдары ҡалтырай, көскә атлап йөрөй, баҫып торғанда ла берәй нәмәгә таяна. Шул саҡ уға танышы бер рецепт тәҡдим иткән: “Һиңә һоло ғына ярҙам итәсәк. Бер тоҡ һоло ал һәм уны күренгән урынға ҡуй. Көн һайын өс литр һыуға туғыҙ ҡалаҡ һоло һалып, шуны бер сәғәт талғын утта бешер, төнгөлөккә плитәнең ситендә ҡалдыр, шул килеш быҡһын. Көндөҙ күпме теләйһең, шул тиклем ошо төнәтмәне эсергә мөмкин. Иң мөһиме – эсеп бөтөргә кәрәк”.
Инәйем шулай итте лә. Тоҡтоң яртыһы бөтөүгә аяҡ-ҡулдары ҡалтырауҙан туҡтаны, аҙымдары ышаныслыраҡ була башланы. Шуға ҡарамаҫтан, тоҡтағы һоло бөткәнсе төнәтмәне эсеүен дауам итте. Инәйем 90-ды үткәнсе йәшәне. Ғүмер буйы шул танышына рәхмәт уҡыны. Ошо хәлде иҫләп, мин дә һоло менән ҡыҙыҡһынғайным. Һоло В төркөмө витаминдарына, ферменттарға, шифалы минераль матдәләргә бай. Уның төнәтмәһе менән, ысынлап та, нервы системаһын, йөрәкте, бауырҙы, ашҡаҙан-эсәк трактын дауалайҙар. Һоло һаламы төнәтмәһенән ванналар фалиждан, ревматизмдан, дерматиттан ярҙам итә”.
Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: