Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
17 Октябрь , 10:59

Ағинәйҙәр - Төпсәндә

Ошо көндәрҙә Төпсән ауыл клубында район ағинәйҙәре осрашыуы үтте. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөнә тура килгәнлектән төпсәндәр аш-һыу, уңыш темаларын дөйөмләштереп, ҡабаҡ ризыҡтарынан, ҡабаҡтан эшләнгән әйберҙәрҙән күргәҙмә ҡуйғайны.  Сарала төрлө темалар яҡтыртылды.

Ағинәйҙәр - Төпсәндә
Ағинәйҙәр - Төпсәндә

Сирбай ауылынан килгән төркөм ғаилә йылын, МХО темаларын яҡтыртып сығыштар яһаны. Йомағужалар сетка үреү, махсус мендәрҙәр тегеү серҙәрен өйрәтте (уларҙың был изге эштәрендә уңыштар теләп, өлгө алып, афариндар тиергә генә ҡала) халҡыбыҙҙың уйын ҡоралдарында уйнап күрһәтте.
Һатлыҡ ауылынан Мәҙинә Хөсәйенова китап күргәҙмәһе әҙерләп, Мостай Кәримдең ғүмер юлы менән таныштрып, ижадын, әҫәрҙәрен иҫкә төшөрҙө. Яңы Хвалын ауылынан Мәҙинә апай динебеҙгә таянып яҙылған, әхлаҡҡа өндәгән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Исемдән Люциә апайыбыҙ һәр ваҡыттағыса ипле, аҡыллы кәңәштәре, изге теләктәре менән сарала ҡатнашыусыларға дәрт-дарман өҫтәп ебәрҙе.
 Районыбыҙ ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Хәсән ҡыҙы Искәндәрова йомғаҡлау һүҙҙәрен әйтеп, күңелебеҙгә үтеп инер шиғырын бүләк итте.
 Сарала ҡатнашыусылар рухи күтәренкелек алып, йылы мөнәсәбәттә таралышты.

Зәйтүнә Әбрбдрәшитова һәм Лилиә Алламоратованың фото-видео материалдары ҡулланылды.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: