Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
20 Сентябрь , 10:35

Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!

  Махсус хәрби операцияла булғандарға ярҙам итеү буйынса районда байтаҡ эштәр башҡарыла – һәр ауыл биләмәһендә әүҙемдәр ойоҡ, бирсәткә бәйләй, көндәлек кәрәк-яраҡ, тиҙ боҙолмаусы аҙыҡ-түлектән торған гуманитар ярҙам, аҡса йыя, окоп өсөн шәмдәр эшләй, маскировкалау селтәре үрә, адреслы посылка ебәрә һ.б. Ялсы ауыл биләмәһе халҡы ошо юҫыҡта иң әүҙем эшләгәндәр иҫәбендә.

Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!
Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!

Ошо көндәрҙә госпиталдәге егеттәргә тип Фәниә Мәхмүтова пеленка, подгузниктар, Нурия Хәсәнова күлдәктәр, Гөлназ Кириева менән Гөлназ Мусина коляскалар, ходунки, костылдәр тапшырған. Мәҙәниәт йорттарында сеткалар әҙерләү эше дауам итә.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: