Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
Файҙалы эштәр йылы
19 Июль 2024, 06:35

Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, һаумыһығыҙ, ҡәрҙәштәр!

Үткән шәмбе районыбыҙҙың күркәм ауылдарының береһе - Аралбай ауылында шаулап-гөрләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Халыҡ оло сараға алдан ныҡлы әҙерләнде, йорт-ихаталарын төҙөкләндерҙе, буяғанын буяны, алмаштырғанын алмаштырҙы, кәртә-ҡураларын яңыртты. Алдан тәғәйенләнгән көнгә сынъяһау итеп матурланған ауыл үҙенең төрлө тарафтарҙа йәшәгән улдарын һәм ҡыҙҙарын ҡаршы алды.

Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, һаумыһығыҙ, ҡәрҙәштәр!Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, һаумыһығыҙ, ҡәрҙәштәр!
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, һаумыһығыҙ, ҡәрҙәштәр!

Байрам ауыл осонда ҡунаҡтарҙы күңелле таҡмаҡтар, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алыуҙан башланып китте. Ҡунаҡтарҙың да ниндәйе килгән бит әле: Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Исҡужин Марат Сәлим улы, тамырҙары ошо ауылдан булған (әсәһе Аралбай ауылы ҡыҙы) шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы, ике тапҡыр Европа чемпионы, БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Танһыҡҡужина Тамара Михайловна, сығышы менән Аралбайҙан булған башҡорт сәйәсмәне, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Юнир Ҡотлоғужин, ауылда иман йорто төҙөүгә төп өлөш индергән Венера Нурулла ҡыҙы һәм уның тормош иптәше, “Красная Башкирия” йәмғиәте директоры Рәил Салауат улы Фәхрисламовтар һ.б.
 Ҡунаҡтар ауыл буйлап үтте, һәр йортҡа туҡталып,  тырыш һәм егәрле хужалар менән танышты, татлы ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, ауыл халҡы менән күңелле итеп аралашты.
 Артабан бөтә халыҡ Иртөбәктең һул ярына ҡуйылған сәхнә янына - матур тамашаға йыйылды. Алдан иғлан ителгән номинациялар буйынса бүләктәр тапшырыу Йомағужа артистарының, ауыл һәүәҫкәрҙәренең йыр-моңдары менән үрелеп барҙы.
  Марат Сәлим улы Аралбай ауылы халҡын матур осрашыу уңайынан тәбрикләп, ауыл клубына музыкаль колонка алыу өсөн сертификат бүләк итте. Артабан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә һәм уларҙың ата-әсәләренә рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙы.
 Ауылдың иң әүҙем йәмәғәтселәре - Баймөхәмәтов Фирғәт Сабир улы, Иҫәнбаев Рәил Дәүләтбай улы, Дәүләтберҙина Ғәлимә Рәхмәтулла ҡыҙы, Аҡкилдина Рита Хәсән ҡыҙы ла район етәксеһенән бүләктәр һәм рәхмәт хаттары алып ҡыуанды.
 БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Юнир Ҡотлоғужин, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илүзә Ниғәмәтуллина, ауыл хужалығы ветераны Петр Неженскийҙар яҡташтарын тәбрикләгәндән һуң, байрамдың иң күркәм өлөшө - номинациялар буйынса бүләкләүҙәр башланды.
 “Өлгөлө йорт” номинацияһында 1-се урынды егәрле, алтын ҡуллы хужа менән хужабикә - Гөлфирә Юлай ҡыҙы менән Ғәлим Миңнулла улы Исҡужиндар, 2-се урынды аш-һыуға оҫта Гөлгөнә Бөркөт ҡыҙы менән ғүмер буйы Себер тарафтарында тир түккән, эш өсөн янып-көйөп йәшәгән Риф Фәрит улы Дәүләтбирҙиндар, 3-сө урынды ҡул эштәренә оҫта Зифа Вәлит ҡыҙы менән олпат уҙаман Мөхтәр Сөнғәт улы Иҫәнбаевтар алды.
 “Иң зауыҡлы өҫтәл” номинацияһында 1-се урын ата-әсәй нигеҙен һыуытмай, тыуған йорттарына ҡайтып йөрөгән Клара менән Фәйзулла Исҡужиндарҙың балалары – Тамара, Илшат, Илфат һәм Илнурҙарҙың, 2-се урын Рәил Дәүләтбай улы Иҫәнбаевтарҙың, өсөнсө урын Исҡужин Ильяс Хәмзә улының ғаиләләренә бирелде.
 “Ауылдың иң оло кешеһе” тип Исҡужина Зәкиә Мәрхәм ҡыҙы танылһа, “иң кесе гражданы” Жетписпаев Тамерлан Бекжан улы билдәләнде.
 Тормош юлдарынан 43 йыл бергә үткән, гөрләтеп донъя көткән Айһылыу Хантимер ҡыҙы менән Рафаил Рафиҡ улы Хәлитовтар тәбрикләнде. Ауылдың киләсәге булған иң йәш пар - Рәмилә Рәмил ҡыҙы менән Бекжан Денис улы Жетписпаевтар ҙа билдәләнде.
 Ауыл уртаһындағы ҡойоно кәртәләп, буяғаны өсөн Янбаев Артур Рөстәм улы ла бүләк алып ҡыуанды.
 Матур үтте байрам. Июль айының йәмле бер көнөндә тыуған ауылына ҡайтып, туған-тыумасалары, дуҫ-иштәре менән аралашыуҙан көс алып таралышты халыҡ.

 Һәр саҡ шулай бер-беребеҙҙең хәлен белеп, осрашып, аралашып йәшәйек, дуҫтар!
Рита АҠКИЛДИНА,
Розалия ИСҠУЖИНА.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас