Мораҙым
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, туғандар, дуҫтар, яҡташтар!

Бөгөн районыбыҙҙың күркәм ауылдарының береһе - Юлдыбайҙа "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы үтте. Юлдыбайҙар был ҙур сараға алдан ныҡлы әҙерләнде: һәр кем үҙенең йорт-ихатаһын төҙөкләндерҙе, буяны, ағартты.  Ауылда бик тырыш халыҡ йәшәй, һәр береһе гөрләтеп  донъя көтә.  

Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, туғандар, дуҫтар, яҡташтар!
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, туғандар, дуҫтар, яҡташтар!

Һәр урамда мул табынлы өҫтәлдәр әҙерләнгән ине, ялтыр самауыр әллә ҡайҙан балҡып, ҡунаҡтарҙы саҡыра, йор һүҙле, егәрле хужа-хужабикәләр иһә таҡмаҡтарын әйтеп, ҡунаҡтарын табынға әйҙүкләне. 

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: