Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Күршеләрҙе” белеп һайлағыҙ

 Тәжрибәле баҡсасылар баҡса культураларын йыл да бер урынға ултыртмай, йыл да, йәки йыл аша урындарын алмаштырып тора. Бынан тыш, йәшелсә-емештең бер-береһе менән күршелекте “яратмағандары” ла бар. Бер-береһен “яратмаған” йәшелсә, еләк-емештәр йәнәш үҫһә, йыш ауырый, уңышы ла түбән була. Ә бына бер-береһе менән “килешә торғандарын” йәнәш ултыртҡанда,  уңышты 20-25 процентҡа күберәк алырға була. Шулай итеп, йәнәш ултыртҡанда яҡшы үҫә:

“Күршеләрҙе” белеп һайлағыҙ
“Күршеләрҙе” белеп һайлағыҙ

сейә – ҡурай еләге;
гладиолус – һарымһаҡ;
борсаҡ – һоло, сельдерей;
еләк – шпинат, кәбеҫтә, һуған, кишер; торма, салат;
кәбеҫтә – салат, укроп, редис;
бәрәңге – ҡуҙғалаҡ, фасоль;
кукуруз – ашҡабаҡ, ҡыяр;
һуған – томат, кишер, ҡыяр, петрушка, салат;
кишер – укроп, салат;
ҡыяр – фасоль, салат, укроп, һуған, сельдерей, сөгөлдөр; петрушка, кәбеҫтә;
редис – салат;
томат – ҡыяҡлы һуған, кәбеҫтә.

Бер-береһен “яратмайҙар”:

сейә, ҡурай еләге – бәрәңге;
георгин – һуған;
гладиолус – алмағас, кишер;
борсаҡ – фасоль, томат;
һуған – фасоль, кәбеҫтә, бәрәңге;
петрушка – ҡыяр, салат;
томат – ҡыяр, шалҡан, борсаҡ, сөгөлдөр, пертушка, алмағас;
фасоль – сельдерей, һуған.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: