Мораҙым
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сәләмәтлек үҙеңдең ҡулыңда!

Был шифалы аҙыҡ бөтә эске органдарҙың эшмәкәрлеген тергеҙергә, матдәләр алмашыныуын көйләргә, иммунитетты нығытырға, ҡан составын яҡшыртырға һәм артерияны таҙартырға һәләтле.Шулай уҡ ул мейе эшмәкәрлеген әүҙемләштереүҙә һәм хәтерҙе нығытыуҙа, йөрәк өйәнәгенән һаҡлауҙа, инсульттан, операциянан һуң тиҙерәк аяҡҡа баҫырға булышлыҡ итеүҙә, шештәрҙе дауалауҙа ла яҡшы сара һанала. 

Сәләмәтлек үҙеңдең ҡулыңда!
Сәләмәтлек үҙеңдең ҡулыңда!

Составында бик күп файҙалы минералдар, витаминдар, биологик әүҙем матдәләр, аҡһым, углевод һәм тәбиғи майҙар булғанлыҡтан, энергияны һәм тире сафлығын оҙағыраҡ һаҡларға ярҙам итә, ти белгестәр.

Шифалы аҙыҡты әҙерләү өсөн кәрәк:
ете лимон
ете теш һарымһаҡ
500 миллиграмм бал
250 грамм шытҡан бойҙай
300 грамм таҙартылған грек сәтләүеге
Иң тәүҙә блендерҙа шытҡан бойҙайҙы, унан сәтләүек, һарымһаҡ һәм ҡабыҡлы өс лимонды ҡушып ваҡлайбыҙ. Ҡалған дүрт лимондың һутын һығып ҡатнашмаға ҡушабыҙ. Балды иң һуңынан өҫтәп, яҡшылап, төйөндәре таралғансы болғатабыҙ. Әҙер массаны быяла банкаға һалып, ныҡлап ҡаплайбыҙ.
Һыуытҡыста өс-дүрт көн тотҡандан уң ул ҡулланыуға әҙер.
Шифалы ризыҡты көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алдан һәм йоҡларҙан алда бер-ике балғалаҡ ашарға.

Һәр дауаны ҡулланырҙан алда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: