Мораҙым
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
28 Февраль , 09:15

Боронғо кәсепте тергеҙеп...

Уҙған быуатта аҫалы балаҫтар күп өйҙәрҙең йәме, күрке булды. Шулай ҙа балаҫ һуғыу оҫталығына һәр кем эйә түгел ине. Әлеге көндә иһә был кәсепте тергеҙеүселәр бар. Шуларҙың береһе беҙҙең яҡташыбыҙ, әлеге көндә Өфө районының Николаевка ауылында ғүмер итеүсе Алламоратова Рәйлә Фәрит ҡыҙы был эш менән шөғөлләнә. Ошо көндәрҙә ул Аҙнағол ауылында балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы.Уға ейәнсәре Әминә ярҙам итте.

Боронғо кәсепте тергеҙеп...
Боронғо кәсепте тергеҙеп...

Халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлөн өйрәнергә теләүселәр Рәйлә Фәрит ҡыҙы уҙғарған сарала ҙур теләк менән ҡатнашты. Балаҫтар һуғыу оҫтаһы балаҫ туҡыу серҙәре менән таныштырҙы, станоктар менән нисек эшләргә икәнлеген ентекле аңлатты. Оҫталыҡ дәресенә килеүселәр балаҫ эшләп ҡаранылар.
✅ Проект реализуется при поддержке Фонда грантов Главы Республики Башкортостан.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: