Мораҙым
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
21 Декабрь 2023, 12:40

Батырҙарға оло хөрмәт йөҙөнән

 Яңыраҡ Мәҡсүт урта мәктәбендә әһәмиәтле ваҡиға булды. “Атайсал” проекты сиктәрендә бында Советтар Союзы Геройы – Суфый Хажи улы Суфияновтың яҡты иҫтәлегенә “Герой партаһы” һәм махсус хәрби операцияла күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Батырлыҡ ордены, Суворов һәм Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән бөгөнгө көн Геройы - Алмаз Ғөмәровҡа бағышланған стенд асылды.

Батырҙарға оло хөрмәт йөҙөнән
Батырҙарға оло хөрмәт йөҙөнән

 Суфый Хажи улының ейәнсәре -  Туйөмбәт ауылы китапханаһы мөдире Лилия Протасова ҡаһарман яугирҙең тормош юлына туҡталып, ҡартаһы менән сикһеҙ ғорурланыуын белдерҙе, уның исеменә данлы парта асыуҙарына ихлас рәхмәтен еткерҙе.

 Советтар Союзы Геройы Суфый Суфияновтың ҡаһарман юлын яҡтыртыусы исемле парта артына ултырыу хоҡуғына Мәҡсүт урта мәктәбенең алдынғы уҡыусылары – Валентина Ростова (9 – сы класс) менән Мурат Алсынбаев (11 – се класс) эйә булды.

 Артабан һүҙ хаҡлы рәүештә изге ғәмәлде бойомға ашырыу өсөн спонсор ярҙамы күрһәткән әүҙем йәмәғәтсе, Мораҡ 1 – се урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Хәлитоваға бирелде. Ул Бөйөк Еңеү яҙын яҡынайтыуға тос өлөш индергән яҡташыбыҙ иҫтәлегенә “Герой партаһы”н асыу һәм ата-балаларҙың ҡаһарманлығын дауам иттереп хәрби махсус операцияла батырлыҡтар күрһәткән бөгөнгө көн геройының ҡыйыулығын, быуындар бәйләнешен яҡтыртыусы стенд эшләтеү идеяһы менән йәйҙән үк янғанын әйтеп үтте. “Беҙ бала саҡта, Мәҡсүт мәктәбендә ветерандар менән осрашыуҙар йыш үтә торғайны. Ҡайһы аяҡһыҙ, ҡайһы ҡулһыҙ ине, әммә Ватанға булған тоғро һөйөүҙәре янып торған күҙҙәрендә үк сағыла ине. Беҙ тыуған илен һаҡлап утҡа ингән батырҙар өлгөһөндә тәрбиәләндек. Советтар Союзы Геройы Суфый Суфиянов исемендәге парта артына ултырған, Алмаз Ғөмәров кеүек батыр егет менән күрешеп, һөйләшеп йөрөгән уҡыусылар ҙа яҡташтарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ хисен тойоп, гел яҡшылыҡҡа ынтылыр, Ватанын һаҡларҙай ҡыйыу, батыр йөрәкле булып үҫер тигән теләктә ҡалам”, - тине ул.

 Мәҡсүт ауыл биләмәһенең абруйлы кешеһе, Хеҙмәт ветераны Миңлевәли Мәзитов, мәктәп директоры Илгиз Ғиләжев, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Эльвира Моисеева, Мәҡсүт ауыл биләмәһе башлығы Әхмәтйән Вәлитов балаларға ҡасандыр Мәҡсүт мәктәбе буҫағаһынан ҙур тормошҡа, ҡаһарманлыҡтарға юл алған яҡташтары өлгөһөндә кешелекле, батыр, ҡыйыу булып үҫеүҙәрен теләне.

 Әһәмиәтле сарала бөгөнгө көн Геройы - Алмаз Ғүмәровтың батырлығын, күркәм кешелек сифаттарын һыҙыҡ өҫтөнә алды биләмә башлығы. Ҡаты яраланғандан һуң бөгөн алғы һыҙыҡта булмаһа ла, Алмаздың йәш көстәргә  хәрби уҡыуҙар үткәреүе, ерҙәге тыныслыҡ өсөн көрәшкә әлеге ваҡытта ла тос өлөш индереүе хаҡында әйтеп үтте. Мәҡсүт ауыл советынан бөтәһе 13 егеттең махсус операцияға китеүен, яҡташтарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа урындағы халыҡтың дәррәү күтәрелеп, берҙәмлек күрһәтеүен дә телгә алып, биләмә халҡына һәм изге эш ҡылыусы Алһыу Хәлитоваға оло рәхмәтен еткерҙе.

 Эйе, батырҙар данын мәңгеләштереү маҡсатында “Герой партаһы” һәм күркәм стенд асылыуы Мәҡсүт мәктәбе уҡыусылары өсөн артабан да тырышып, сәмләнеп уҡыр, илебеҙгә мәнфәғәт килтерер, ысын кеше булыр өсөн илһам сығанағы булырына шик юҡ!

    

 

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: